Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Март 2021, 17:00

Яңы башланғыс уң булһын!

4 мартта Сөләймән ауылында барлыҡ талаптарға яуап биреп төҙөлгән "Айтал" яуаплылығы сикләәнгән йәмғиәтенең (директоры Ғәлиән Әминов) сыр етештереү цехы үҙ эшен башланы.(Дауамы сайтта).

4 мартта Сөләймән ауылында барлыҡ талаптарға яуап биреп төҙөлгән "Айтал" яуаплылығы сикләәнгән йәмғиәтенең (директоры Ғәлиән Әминов) сыр етештереү цехы үҙ эшен башланы.
Һөт менән райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тәьмин итә. Тәүлегенә 300 литр һөт эшкәртелә. Ҡаты һәм йомшаҡ сырҙар бик тәмле булыуы менән айырылып тора. Киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән сыр ҙур һорау менән ҡулланылыр, тигән өмөттәбеҙ. Сыр етештереүҙә эшләйәсәк белгестәр Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән аграр университетта белемдәрен камиллаштырып ҡайтты. Тәмле һәм файһалы сыр тиҙҙән беҙҙең табынға ла килеп етер әле.
Читайте нас: