8 Март Халыҡ-ара ҡатын - ҡыҙҙар көнө уңайынан, "Бал ҡорттары" төркөмө кескәйҙәре лә байрамды билдәләп үтте. Үҙҙәренең изге теләктәрен шиғырҙар, йыр һәм бейеү менән ҡәҙерле кешеләренә еткерҙеләр. Үҙҙәре лә ата-әсәйҙәре эшләгән байрам бүләген алып ҡыуандылар!
Ошо матур байрам айҡанлы бар ҡатын-ҡыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ.