Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Март 2021, 13:00

"Башҡортостан шишмәләре" проекты

#НацпроектЭкология #ЭкологияМиллиПроекты "Башҡортостан шишмәләре" проектында ҡатнашығыҙ

#НацпроектЭкология #ЭкологияМиллиПроекты
"Башҡортостан шишмәләре" проектында ҡатнашығыҙ

Республиканың һыу сығанаҡтарын, инеш-шишмәләрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән был проектта ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 20 мартҡа тиклем бирергә була. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, яңы шишмәләр эҙләү буйынса ла эш алып барыласаҡ.
“Башҡортостан шишмәләре” проекты “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм сараларына тура килә. Унда ҡатнашыу өсөн инештең биологик составын алырға, анализларға, объекттың ҡиммәтле һәм тарихи булыуын билдәләргә, туристарҙы йәлеп итерлек итеп төҙөкләндерергә кәрәк.
Читайте нас: