Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәтен тултырып ҡайтты Риф. Уны ауылда, әлбиттә, һағынғайнылар. Тәүге аҙна самаһы ваҡыт ергә түгел, болоттарға баҫып йөрөгәндәй осрашыуҙар, ҡунаҡ, күрешеүҙәр менән үтте. Әммә, байрам күп булмай, күп булһа, байрам булмай, тигәндәй, егеткә ҡәҙимге тормошта урынын билдәләр мәл етте.
Атаһы менән әсәһе, яҡын ғына туған, Учалының “Ураҡ менән сүкеш” гәзитенең мөхәррире Ғамир ҡаҙаҡҡолов менән күмәкләп уйлаштылар. ҡарар ябай булды. Алдағы яҙға-йәйгә тиклем төшөмлө генә эштә аҡса туплап, өҫ-башты бөтәйтеп алырға кәрәк. Юҡһа Рифтең өҫтөндә матрос кейеменән башҡа бер нәмәһе лә юҡ та баһа. Өйҙә уға кем әҙерләп торһон инде. Ғаилә ҙур, атаһы – сатан, әсәһе өйҙән уҙа алмай тигәндәй... Әйткәндәй, атаһының хәлен һөйләшеп көлөшөп тә алды әле улар. Рифтең урманды, тәбиғәтте үҙ итеүе кейек-януарҙы белеүенән дә килә ине. Кейек тотоу ғаиләнең бер табыш сығанағы булып киткәйне. Егет урманға йыш йөрөнө. Әле ҡуянға, әле төлкөгә, йә ҡор менән һуйырға. Ул заманда ҡуян күп булды. Сыҡҡан һайын кәмендә берәүһен тота. Шешҡолаҡтың ите менән ризыҡландылар, тиреһен атаһы Ғүмәрҙең тупыс аяғына бәйләргә ҡулайлап алдылар. Сөнки ҡырҡылған аяҡты ағас протез ауырттыра. Әрмегә китер алдынан Риф ҡуянды күп тотто. Тиреһе һинең аяҡҡа ике йылға етерлек булһын, тине. Әммә әрме диңгеҙ хеҙмәтендә булғас, өс йылға уҡ һуҙылды. Ике йылы тулғас, атаһы Рифкә: ҡайт, ҡуян тиреһе бөтөп бара, тип хат яҙҙы. Әммә егетте ҡуян тотор өсөн генә ҡайтарып торманылар... Ғамир ағаһының кәңәшенсә, Риф Учалылағы алтын йыуыу участкаһына эш һорап барҙы. Эш хаҡының яҡшы икәнлеген белә ине ул. Эше ауыр, әммә һәйбәт түләйҙәр. Матрос кейемендәге мыҡты кәүҙәле егеткә ҡарап торҙо ла кадрҙар хеҙмәткәре: “ҡайҙан?”– тип һораны. “ҡаҙаҡҡолдан”. “Беҙҙә эш урыны юҡ”. Егет Миндәккә китте. Үҙе мәктәпте бөткән ҡасабаға. Ер аҫтында эшләргә шахтер кәрәк. Ризалашты. Иң түбәнге – 247 метр тәрәнлектәге горизонтта эш башланы. Көслө баҫымлы һауа менән эшләй торған перфораторҙы тотоп, тау-таш стенала 25 тишек өңөргә тейешһең. Бер сменалыҡ нормаң шул. Тишә ине Риф. Йәш, көслө саҡ. Бынан тыш, эшкә туғыҙ саҡрым юлды үтеп килергә кәрәк. Сменанан һуң шул уҡ араны кире үтергә тура килә. Бер төндә – сәғәт дүрттә башланған сменанан сығып, ҡайтыр юлға төштө. Яҙға тартым саҡ булһа ла ҡараңғы төн ине. Күҙгә төртһәң, күренмәҫлек. Күктә болот, шуға ай менән йондоҙҙар ҙа күренмәй. Көн аҙ ғына емшетеп, ҡар епшей башлаһа, бүреләр өйөгөшә. Тап шул мәл. Йүгерә-атлай тиерлек баҫып, Риф ауылына яҡынлашты. Күп булһа саҡрым ярым-ике саҡрым ара ҡалғандыр. Аяҡ аҫтында көндөҙ иреп селтәрләнгән, кисен боҙға әүерелгән ҡар сылтырлап ята. Һалҡын ғына, әммә ел булмағас, һыуыҡ бик тойолмай. Бер мәл итегендәге силғау йомарланғанға егет шуны йүнәтәйем тип туҡтаны. Аяғына эйелгәйне, артта кемдеңдер килгәнен абайланы. ҡараңғыла, әлбиттә, күренмәй. Әммә баяғы селтәрле боҙ баҫҡан һайын сылтыр-сылтыр килә. Туҡтаған Рифкә яҡынлашҡас, арттан килеүсе лә атламаҫ булды. “Ни булды икән был? Кеше тиһәң, атлауы кешенеке һымаҡ түгел”. Бәлки, ҡолаҡҡа яңылыш салынғандыр, тип Риф атлап китте. Әммә күңелендә шом ҡалды һәм, бер аҙ барғас, йәнә шып туҡтаны. Артына боролдо. Бер ни күренмәй, әммә баяғы тауыш ҡабатланды: сылтыр-сылтыр. Егет тағы ҡуҙғалып китте. Был юлы шәберәк атланы һәм ҡапыл туҡтаны. Теге тауыш бөтмәү генә түгел, арттан да, ике ҡабырғанан да ишетелде. Аңланы Риф. Бүреләр! ҡамайҙар. Кеше бүтәндәрҙең ҡарашын елкәһе менән дә тоя, тиҙәр бит әле. Шуның һымаҡ, арттан да ҡараш сәнсеп алды, алдан да. Тимәк, йыртҡыстар хәҙер туҡтауһыҙ күҙәтә быны. Риф уларҙы күрмәй, ә бүреләр күрә. Хәҙер былар өҫкә ташлана, тип уйланы егет. Әммә тегеләр ниңәлер ырғыманы. Шул саҡ аңланы – бүреләр Рифтең Арҡыры урманға еткәнен көтә. Атаһы Ғүмәр: “Арҡыры урман тапҡырын үткәндә һаҡ бул, барлыҡ кейек тә кеше юлын шунда киҫә. һуҡмағында улар үҙ көсөн ныҡ тоя”, – тип киҫәтә торғайны. Күп булһа 150 – 200 метрҙан Арҡыры урман башлана. Бүреләр Рифте шунда өҙгөләргә самалай. Тимәк, урманға инергә ярамай. Егет кеҫәләрен ҡапшаны. Әмәлгә ҡалғандай, исмаһам, шырпы ла юҡ. Бүреләрҙе, уттан ҡурҡа, тиҙәр бит. Риф баҫып торған еренән ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе лә ситкә һикерҙе. Бер аҙым алға, ике аҙым артҡа ырғып, ҡысҡырырға, һыҙғырырға, ҡулы менән ҡарҙы туҙҙырырға тотондо. Ниәте – бүреләрҙең үҙҙәренең ҡотон алыу. ҡурҡытып булмағанда ла албырғaтып, һемәйтеү. Кеше йәнә шым булды. Баяғыса ҡарашты һиҙемләү дүрт тарафтан да ҡабатланды. Тимәк, былар күмәк һәм мине ҡыҫымға алғандар. Риф уның һайын ярһыны. Бер алға, бер артҡа һикерҙе, ҡысҡырҙы, яу һалды. Әммә бүреләрҙән башҡа уны ишетеүсе булманы. Төн уртаһында ҡарлы юлда кем йөрөһөн? Хәлһеҙләнде егет, тәне лыс һыу булып тирләне. Әммә ырғанлауҙан да, ҡысҡырыуҙан да туҡтаманы. Самалауынса, Арҡыры урманды тау яғынан урап уҙып бара. Хәҙер кире һарҡыу яҡҡа ыңғайлаһаң да була. Йәнә бер аҙым алға, ике аҙым артҡа. Ике ҡул ҡаты ҡарҙы көрәк кеүек туҙҙыра. Тау битләүен Рифтең һөрәне яңғыратты. Күпме ваҡыт уҙғандыр, кем белһен. Риф туҡтап ҡалды ла тирә-йүнгә ҡолаҡ һалды. Селтер-селтер боҙ тауышы арттан ғына ишетелә, ян-яҡта һәм алда һил. Өҫтәүенә, ҡараш сәнсеүе лә тик арттан ғына ҡалды. Риф саҡ ҡына еңел һуланы, әммә баяғы ҡыланышын ҡуйманы. Тик хәҙер ике аҙым алға, бер аҙым артҡа һикерҙе. ҡысҡырыуҙан тамағы ҡарлыҡты, әммә йән көсөнә аҡырҙы. Һарҡыу ерҙә ҡар ҡалынайҙы, бил быуарына етте. Әммә уны ҡарап тораһыңмы ни, ҡысҡыраһың да, аяғыңды батҡылдан көскә алып, йәнә һикерәһең. Бына бер заман Рифтең аяғы ҡарға батманы. Тимәк, ул Арҡыры урманды уратып, кире юлға сыҡҡан. Аяғы ҡатыны һиҙеү менән уҡ кеүек ауыл яғына ташланды. Аяғы ергә тейһә, тейҙе, теймәһә – юҡ шикелле, ауыл ситендәге һарайҙар тапҡырына ялт итеп килеп тә етте. Тик шунда ғына туҡтай алды. Йөрәге ярылырҙай булып ярһый, туҡтауһыҙ алынған тындан ауыҙ ябылмай, ә теҙҙәре дер ҡалтырай. Рифтең беренсе уйы, киләләрме, булды. Әммә артта селтәрле боҙ сылтырламаны. Бүреләр тороп ҡалды. Иртәгәһенә төнгө ваҡиғаны атаһына һөйләгәйне, ул асыуланғандай итте. – Ни эшләп мылтыҡ йөрөтмәйһең? Кеҫәңдән шырпы өҙмәһәң дә булыр ине. – Бер аҙҙан Ғүмәр өҫтәне. – Януарға ҡурҡҡаныңды һиҙҙерергә ярамай. Белдерһәң, ул һине бөтөрә. Хаҡ әйткән икән шул. Быныһын Риф күп йылдар үткәс белде. Үҙ ғүмерендә ул һанһыҙ мәртәбә һунарға сыҡты. Әммә береһе икенсеһен ҡабатлай тип әйтеп булмай. Тик шуны асыҡ итеп һанһыҙ мәртәбә ҡабатлай ала: кешенең һунар итеүе урманға, кейеккә зыян итергә тейеш түгел. Ниндәйҙер януар кәрәгенән артыҡ күбәйеп, бүтәндәргә зыян итә башлаһа, шул саҡта уны ауларға кәрәк. Ә бүтәнсә тәбиғәт йәнлегенә теймәүең хәйерле. Риф үҙе лицензияһыҙ һунарға сыҡманы. Был ҡағыҙ кейектең йәшәйешенә зыянһыҙ һунар итеү тигәнде аңлата. Кеше, дөрөҫөн әйткәндә, шундай уҡ януар бит инде. Тәбиғәттә йәшәгәс, үҙе туҡланыр ризыҡты ла унан алырға тейеш. Әлбиттә, аҙыҡ-түлекте ул хәҙер бүтән әмәл менән дә таба белә. Әммә иң боронғо һөнәре – кейек аулау һаман ҡанында ҡалған. Өсәүләп мышыға сыҡҡайнылар. ҡанун талабына ярашлы, өс лицензия бар. Ике юлдашы машина янында булып, Риф яралы мышы эргәһендә бер үҙе ҡалды ла ҡуйҙы. Дөрөҫөрәге, үгеҙ мышыны атып йыҡты ла януарға яҡынланы. Мылтығының көбәген ысҡындырған, яңы яһау һалырға әҙерләнгән. Шул саҡ үгеҙ һикерҙе лә торҙо. Ярты тонна тирәһе ауырлыҡта ҙур кейек, мөгөҙөн һөҙөргә әҙерләп, ҡан һауған күҙҙәрен Рифкә төбәне. Егеттең ҡарашы ла януарҙың күҙҙәренә баҡты. Керпектәреңде бер генә лепелдәт, кейек, һине ҡурҡты тип, өҫтөңә ташланасаҡ. Ул саҡта инде бөттөң. Ни атып өлгөрә алмайһың, ни ҡасып китә алмаясаҡһың. Мышы кешене уратып йөрөргә тотондо. Ике күҙе Рифтең күҙҙәрендә, мөгөҙө һуғышҡа әҙер. Ике яҡтың да керпектәре, исмаһам, һелкенһә. Һәр икеһенең ҡарашында бер-береһен йәлләүҙең әҫәре лә сағылмай. Икеһе лә, аҙ ғына йомшаҡлығыңды күрһәт, ҡаршы яҡ һине шунда уҡ юҡ итәсәген белә. Үгеҙ кешене бер өйрөлтөп сыҡты. Үҙенең яраһынан ҡан һарҡый, әммә бирешеүҙең ни икәнен дә белмәй. Риф бик аҡрын ғына яһауҙы көбәккә ҡуйҙы. Инде мылтыҡ әҙер тиерлек. Көбәкте шалт өҫкә ҡалҡыт та шул ыңғайы тәтегә баҫ, атыу яңғыраясаҡ. Үгеҙҙән күҙен алмаған Риф януарҙың нимәгәлер, моғайын, ниндәйҙер тауыш ишетеп, башын борғанын күрҙе һәм, әле әйткәнсә, мылтыҡтың көбәген өҫкә ырғытты. Мылтыҡ шарт ябылды һәм шартлау яңғыраны. Шундай ҙур кейек тауыш та сығара алмай ҡалды, тәүҙә алғы аяҡтарына эйелде, шунан оло кәүҙә ергә гөрһөлдәп ауҙы. Риф тә ергә тәгәрәп китте. Үлем менән йәшәү араһында ҡалып, йән көскә көсөргәнгәйне, аяҡтары инде тотманы. ҡалған һунарсылар йүгерешеп килеп еткәндә, икеһенең дә күҙе йомоҡ ине. Береһе мәңгегә, икенсеһе йоҡоға йомған. Ә теге саҡта Риф шахтаға икенсе көндө төнгө сменаға китте. ҡулында мылтыҡ, кеҫәһендә шырпы. Әммә бүреләр тап булманы. Эштән кире ҡайтҡанда яҡты ине. Элекке көнгө үҙенең юлын ҡараны. Бына ул юлдан ситкә һикергән, ана, бер алға, бер артҡа ырғыған эҙҙәре, ә бында ҡар туҙҙырған (әйткәндәй, ҡаты ҡарға ҡулдарын ҡырҡып бөткәйне, бәйләп йөрөй). Былары һуң?.. Былары бүре эҙҙәре. Бына, аяҡтарын һикерергә әҙерләп, ҡарҙа ятҡан урындары. Икәүһе арттан килгән, берәүһе – уң һәм берәүһе һул яҡтан ырғырға әҙерләнгән, ә береһе, күрәһең, башлығы ал яҡтан урын алған. Биш бүре. Бүре тешенән Рифте уларҙың ниәтен һиҙеү (Арҡыры урманға инмәү) һәм ҡурҡҡанын белдермәү генә ҡотҡарған инде.
-2 °С
Ясна