Йәмғиәт Общество
10 Марта 2021, 09:00

Бөгөн ҡояш байыу менән Миғраж кисе башлана

Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләм Рәжәб айының 26-сы кисендә “Бораҡ” исемле ҡанатлы атҡа атланып, йәшен тиҙлегендә Мәккәнән Иерусалимдағы "Әл-Аҡса" мәсетенә бара. Ошо мәсет эргәһенә Аллаһы Тәғәлә нурҙан баҫҡыс төшөрә һәм Бәйғәмбәребеҙ йәне-тәне менән ошо баҫҡыс аша етенсе ҡат күккә күтәрелә.

26-сы рәжәб, шаршамбы – ҡояш байыу менән Миғраж кисе башлана.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләм Рәжәб айының 26-сы кисендә “Бораҡ” исемле ҡанатлы атҡа атланып, йәшен тиҙлегендә Мәккәнән Иерусалимдағы "Әл-Аҡса" мәсетенә бара. Ошо мәсет эргәһенә Аллаһы Тәғәлә нурҙан баҫҡыс төшөрә һәм Бәйғәмбәребеҙ йәне-тәне менән ошо баҫҡыс аша етенсе ҡат күккә күтәрелә.
Һәр бер күктең ҡалынлығы 500 йыллыҡ юл, күк менән күк араһы шулай уҡ 500 йыллыҡ юл. Ошо юлдағы 70 пәрҙәне күҙ асып йомғансы үтеп, Бәйғәмбәребеҙ Аллаһы Тәғәлә менән 12 мең һүҙ һөйләшә.
Ожмахты һәм Тамуҡты күреп, шул уҡ төндә Мәккәгә кире ҡайтҡас, сәйәхәттең бик аҙ ваҡытта, бер генә мәлдә үткәне асыҡлана. Пәйғәмбәрҙең юлға сығыр алдынан ҡолатҡан һауытынан һыу ҙа ағып бөтмәгән була. Был мөғжизә унан башҡа һис бер пәйғәмбәргә бирелмәй. Ошо ваҡыттан алып мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз.
Был кисте мосолмандарға, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышанып, гонаһтарына тәүбә итеп, доға уҡып үткәрергә кәрәк.
Читайте нас