Йәмғиәт Общество
10 Марта 2021, 06:00

#баҡсасы_кәңәштәре

Һуған орлоғон ошолай итеп эшкәртеп сәскәндә, көҙ һуған уңышын ҡайҙа итергә лә белмәҫһегеҙ, тиҙәр. Ундай шәп һөҙөмтәнең нигеҙе орлоҡтарҙы содалы һыуҙа ебетеп алыу икән. Кем шулай эшкәртеп сәсеп ҡарағаны бар? Ышанырғамы-юҡмы? Быны һәр кем үҙе хәл итә. Ә содалы ҡатнашма әҙерләү менән сайтта таныша алаһығыҙ.

Һуған орлоғон ошолай итеп эшкәртеп сәскәндә, мул уңыш йыйып алырһығыҙ.
Шәп һөҙөмтәнең нигеҙе – орлоҡтарҙы содалы һыуҙа ебетеп алыу.
Ҡатнашма өсөн 1 сәй ҡалағы аш содаһы һәм 1 л эҫе һыу алабыҙ. Орлоҡтарҙы 30 минутҡа ошо ҡатнашмаға һалабыҙ. Һыуыбыҙ тиҙ һыуынмаһын өсөн ҡатҡас ябырға, хатта эҫке бишмәткә урап ултыртырға ла мөмкин.
Әммә бында һыуға соданы һалып болғау ғына етмәй, ҡатнашманың температураһы ла ҙур роль уйнай. Һыу кәм тигәндә 45, хатта 55-60 градус булһа яҡшыраҡ икән. Шул осраҡта ғына тейешенсә эффектҡа өлгәшергә була.
Ҡатнашмаға һалыр алдынан орлоҡтарҙың ҡойолоп торған тышын таҙартырға кәрәк, әммә әллә ни яланғасландырып ташламағыҙ!
Читайте нас