Йәмғиәт Общество
11 Марта 2021, 13:00

Салат япраҡтары һаулыҡ өсөн хәүефлеме?

Салат япрағы, әнис, петрушка кеүек йәшел тәмләткестәрҙе күп ваҡыт һаулыҡ өсөн файҙалы булғаны өсөн үҫтерәбеҙ. Әммә йылдың күпселек өлөшөндә өҫтәлгә был үҫемлектәрҙең магазиндан алынғаны ҡуйыла. Баҡһаң, уларҙың һаулыҡ өсөн зыянлы яҡтары ла бар икән. Дөрөҫөрәге, уларҙа барлыҡҡа килгән паразиттарҙа.Роспотребнадзор идаралығының туҡланыу гигиенаһы күҙәтеү бүлеге етәксеһе Надежда Раева әйтеүенсә, уларҙа азот кислотаһының тоҙо – нитрат барлыҡҡа килә, икән. Шуға ла, һатып алынған был үҫемлектәрҙе ҡулланыр алдынан тоҙға һалып торорға, йә бер литр һыуға бер аш ҡалағы аш һеркәһе ҡушып, шуның менән яҡшылап йыуырға кәрәк.

Салат япрағы, әнис, петрушка кеүек йәшел тәмләткестәрҙе күп ваҡыт һаулыҡ өсөн файҙалы булғаны өсөн үҫтерәбеҙ. Әммә йылдың күпселек өлөшөндә өҫтәлгә был үҫемлектәрҙең магазиндан алынғаны ҡуйыла. Баҡһаң, уларҙың һаулыҡ өсөн зыянлы яҡтары ла бар икән. Дөрөҫөрәге, уларҙа барлыҡҡа килгән паразиттарҙа.
Роспотребнадзор идаралығының туҡланыу гигиенаһы күҙәтеү бүлеге етәксеһе Надежда Раева әйтеүенсә, уларҙа азот кислотаһының тоҙо – нитрат барлыҡҡа килә, икән. Шуға ла, һатып алынған был үҫемлектәрҙе ҡулланыр алдынан тоҙға һалып торорға, йә бер литр һыуға бер аш ҡалағы аш һеркәһе ҡушып, шуның менән яҡшылап йыуырға кәрәк.
Читайте нас