Ҡамыр ял иткәнсе, эслеген әҙерләйбеҙ: әрсеп, картуфты ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һыуын һыҡҡас, һуған, тоҙ, борос, май (туңмай ҙа бара) һалып бутайбыҙ. Үтә йоҡа итмәй генә ҡамырҙы йәйеп, түңәрәктәр ҡырҡабыҙ. Аҙаҡ һәр түңәрәктең эсенә эслекте һалып билмән (вареники) эшләйбеҙ, ҡайнап торған һыуҙа бешереп алабыҙ. Әҙерәк бутап торорға ла кәрәк! Майлаптырып, йәшел тәмләткестәр, соус ҡушып ашайһың. Бик тәмле!