Йәнә бер кәңәш: балаға тимрәү сыҡһа, уртаса һарымһаҡтың биш бүлкәтен ҡырғыстан үткәрегеҙ, бер ҡалаҡ глицерин өҫтәгеҙ, бер аҙ төнәткәндән һуң, проблемалы урынға һөртөгөҙ. Өс көн ошоно әүҙем генә эшләһәгеҙ, тимерәү юҡҡа сығыр. Тешләнгән йә эренләгән урынды һарымһаҡ һәм бал ҡушып эшләнгән ҡатнашма менән эшкәртергә мөмкин.