Изге йома мөбәрәк булһын! Өйҙәрегеҙ йылы булһын. Түрҙәрегеҙ киң булһын. Сөкөрләшеп, мәж килешеп сәй эсерлек моң булһын. Дәрт булһын. Туғандар булһын.
Арып, үҙ өйөңдәге тәмле генә сәйҙе һағынып ҡайтырлыҡ эшегеҙ булһын. Һағынып көткән яҡындарығыҙ булһын. Калуш кеймә, ана, быйма эләктер, тип хәстәрләп торған ғәзиздәрегеҙ булһын. Донъялар имен булһын.
Күңелдәр көр булһын. Тәҙрәләрҙә уттар булһын. Иман нуры балҡып торһон. Тормош йыры гөрләп торһон..
Аллаһ бирһә, Амин