Бөгөн Иҫәнғолда, үҙәктә урынлашҡан “Госаптека” бинаһы янында сәғәт 10-дан 15:00-гә тиклем күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләйәсәк. Унда яңы коронавирус инфекцияһынан (COVID-19) прививка яһатырға мөмкинлек бар. "Гам-Ковид-Вак" (һатыуҙа исеме – Спутник-V) вакцинаһын эшләтеү бушлай.
18 йәшкә тиклемгеләргә, ОРВИ, хроник ауырыуҙар киҫкенләшеү, ауыр аллергия реакциялары билдәләре булғандарға, шулай уҡ йөклөлөк осоронда һәм бала имеҙгәндәргә прививка эшләү тыйыла. Үҙегеҙ менән паспорт, медицина полисы, СНИЛС алып килергә онотмағыҙ!
ӘЙТКӘНДӘЙ, кемдәр бөгөн килә алмай, күсмә ФАП иртәгә лә ошо урында эшләйәсәк!