Бөгөн һеҙҙең ҡарамаҡҡа - пәхләүә (пахлава). Тәмле лә, туҡлыҡлы ла пахлаваны әҙерләү өсөн беҙгә кәрәк буласаҡ:
ҡамыр өсөн:
он - 4 стакан;
аҡ май - 300 гр;
йомортҡа һарыһы - 3 шт;
ҡаймаҡ - 300 гр;
сода - 1 балғалаҡ.
Иләнгән онға һыуыҡ аҡ майҙы ыуабыҙ, йомортҡа һарыһы, ҡаймаҡ һәм соданы ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Әҙер ҡамырҙы 8 өлөшкә бүлеп, 1 сәғәткә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Бер сәғәттән һуң ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйеп, эслекте һалып барабыҙ, ҡатлап барабыҙ. Ҡатлап һалынған бәлештең өҫтөн еңелсә итеп ромбиклап ҡырҡҡылағас, әҙ генә һыу өҫтәп туҡылған йомортҡа һарыһын һөртәбеҙ һәм яртылаш сәтләүектәр менән биҙәйбеҙ. Әҙер бәлеште 200 градуслы духовкала 40 минут бешереп алғас аҡ май мн бергә иретелгән балды һылап тағы ла 10 минутҡа ултыртып алабыҙ.
Бик тәмле пахлава килеп сыға. Мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ)
Сәйҙәрегеҙ тәмле, табындарығыҙ йәмле булһын, дуҫтар!