Быйыл йүтәлләп йонсоном. Ниндәй генә дарыу эсеп, нимә генә ҡулланып ҡараһам да, аҙағынаса дауалай алманым. Кем әйтмешләй, "еп нәҙек ерҙән өҙөләлер", бәлки. Әммә кәбеҫтә ярағының файҙаһын күрҙем бит әй! Ҡыҫҡаһы, йоҡларға ятыр алдынан кәбеҫтә япрағын ҡайнар һыуға һалып, 1-2 минут тотаһың да, өҫтөнә бал һөртөп, күкрәккә ябаһың. Шылмаһын өсөн яулыҡ менән ҡыҫып бәйләргә кәрәк. 3-4 көндә файҙаһын күрерһегеҙ.