Йәмғиәт Общество
17 Марта 2021, 13:00

Наил Юлдашбаев: Балаларҙы сәләмәт саҡтарында күберәк яратығыҙ

Ҡайһы бер ғаиләләрҙә йыш ҡына шундай күренеш күҙәтелә: балалары ауырый башлаһа, ата-әсәләре уларҙы ҡулдарынан төшөрмәй, өрмәгән ергә ултыртмайҙар, бөтә теләктәрен үтәргә тырышалар. Ә инде һауыҡһалар, бөтәһе лә кире урынына ҡайта: ҡабаттан үҙҙәренең көндәлек эштәренә сумып, балаларына бер йылы һүҙ ҙә әйтергә ваҡыт тапмайҙар. Иғтибар итегеҙ: балаларҙы ауырыған ваҡытта яраталар, сәләмәт ваҡыттарында – юҡ. Был дөрөҫ тәрбиәме?

– Ауырыған ваҡытта уның янында булаһың инде... Ә башҡа ваҡытта улар менән сөсөлдәшеп ултырырға беҙҙең ниндәй ваҡыт булһын ти? Беҙ эшләмәһәк, уларҙы кем кейендерә лә кем ашата? Шулай уҡ беҙҙең дә ял иткебеҙ килә...– тип ебәрә ундай ата-әсәләр. Дөрөҫ, хәҙер шундай заманда йәшәйбеҙ: әгәр ҡайҙалыр эшләмәһәң, бөтә ғаиләң ас ултырырға мөмкин.
Ләкин шуны ла оноторға ярамай: балаларҙың көн һайын ашағыһы, уйнағыһы килгән һымаҡ, ата-әсәләренән дә көн һайын һөйөлгөләре килә. Улай ғына түгел, яратылыу теләге – йәш балаларҙа өҫтөнлөк иткән тәбиғи ихтыяждарҙың береһе ул. Икенсе төрлө әйткәндә, йәш үҫентеләргә ҡояш йылыһы нисек кәрәк булһа, бәләкәй балаларға ла ата-әсә мөхәббәте шул тиклем үк кәрәк.
Әгәр баланы ауырыған ваҡытта ғына яратһаң, нимә була һуң?
Дауамын гәзитебеҙҙең 12 март һанында уҡығыҙ!
Наил Юлдашбаев.
Читайте нас