- Ковид менән ауырығандан һуң ике-өс ай үтеүгә, сәсем ҡойола башланы. Һыпырылып сыға. Берәй кәңәш бирмәҫһегеҙме икән? - Төркөмдәшебеҙ Зилә шундай һорау менән мөрәжәғәт итте. Үҙебеҙҙе лә шул проблема борсоғас, яуап эҙләй башланыҡ. Эҙләгән - таба, тиҙәрме әле, интернеттан алған яуапты һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ һәм башты ошо ысул менән йыуып, һынау үткәрәбеҙ. Һөҙөмтәләр тураһында (бәлки, әле үк сәстәрен шулай йыуыусылар барҙыр) яҙырға онотмайбыҙ!
*Сәсте кер һабыны менән йыуыу ҡауаҡтарҙы һәм һыныусанлыҡты бөтөрөүҙә, һәм уларҙың ҡуйы булып үҫеүенә булышлыҡ итер.
Бының өсөн тәүҙә башты шампунь менән бер ҡат йыуып, икенсе ҡатына кер һабыны менән йыуырға. Һемәшмәһен өсөн һәм баш тиреһе кипмәһен өсөн уксуслы йәки лимонлы һыу менән сайырға кәрәк. Йәки бығаса үҙегеҙ ҡулланған бальзам менән сайҡатырға мөмкин.
*Ғөмүмән, арзан да, һәр саҡ табып та була торған кер һабынының файҙаһын белеп бөтөрәбеҙме икән?! Һабындағы 72%, 70%, 65% тип яҙылған яҙыуҙар нимә аңлатҡанын беләбеҙме? Был май кислотаһының миҡдарын күрһәтә. Ни тиклем һан ҙурыраҡ, шул тиклем һабын файҙалыраҡ. Кер һабынының иң ҙур өҫтөнлөгө - экологик таҙа һәм тәбиғи материалдан булыуы. Ул гипоаллергенлы һәм кешенең организмы өсөн зыянһыҙ.
*Был продукт менән яңы тыуған балаларҙың керен йыуырға кәңәш итәләр.
*Кер йыуған һыуығыҙҙы түкмәй, гөлдәрегеҙгә ҡойһағыҙ уларға тик файҙаға ғына буласаҡ.
*Йөн туҡыманы кер һабыны менән йыуыу уның йомшаҡ ҡына булып күпереп тороуына килтерер.
* Биттең тиреһе йәш һаҡланһын тиһәң, кер һабыны менән аҙнаһына 2 тапҡыр йыуырға кәңәш итәләр. Йыуғандан ҙуң тик ябай балалар кремы һөртөр кәрәк. Кем тотоноп ҡараған, әллә ниндәй ҡиммәтле косметикаң ары торһон, тиҙәр.
* Әгәр ҙә ауыҙығыҙҙа берәй проблема бар икән, кистән теш щеткағыҙҙы һабынлап ҡуйығыҙ, иртәнсәк сайып алһағыҙ, щеткағыҙҙа бер зарарлы нимә лә ҡалмаҫ.
* Кер һабынынан 3-4 смлыҡ ҡырҡып эшләнгән свечалар эс ҡаталаған да ярҙам итә.