Йәмғиәт Общество
19 Март 2021, 17:00

Никах яңыртыу (хикәйә)

Ихсан эштән ҡайтып арлы-бирле сисенергә лә өлгөрмәне, ишек шаҡынылар.– Асыҡ. Инегеҙ!Башта тыштан шырҡ-шырҡ көлгән тауыш ишетелде, унан ярым асыҡ ишектән шаян йылмайған йәп-йәш ҡатын-ҡыҙ күренде.– Абау, бынау Ихсан ағай, үҙе саҡырҙы, үҙе әллә көтмәгән дә инде? Сәғәт етегә, тигәйнең түгелме?

Ихсан эштән ҡайтып арлы-бирле сисенергә лә өлгөрмәне, ишек шаҡынылар.
– Асыҡ. Инегеҙ!
Башта тыштан шырҡ-шырҡ көлгән тауыш ишетелде, унан ярым асыҡ ишектән шаян йылмайған йәп-йәш ҡатын-ҡыҙ күренде.
– Абау, бынау Ихсан ағай, үҙе саҡырҙы, үҙе әллә көтмәгән дә инде? Сәғәт етегә, тигәйнең түгелме?
“Бәй, Зәлиә бит был! – тип ғәжәп итте Ихсан. – Бөгөнгә һөйләшкәйнеләр микән ни, онотолған да баһа, ҡәһәрең, ни тип ҡапыл килеп сыҡты һуң әле ул?” Ә телдән иһә бөтөнләй киреһен һөйләне:
– Нишләп көтмәһен, ти, әйҙүк, әйҙүк! Ҡалай маҡтап йөрөйһөң әле үҙең, эштән ҡайтып сәй әҙерләргә генә йөрөй инем. Үт, әйҙә, түргә үт!
Ихсан – төҙөлөш инженеры, бер-ике ай элек эшселәр ятағына капиталь ремонт яһағайнылар. Шунда танышып алғайны ошо Зәлиә исемле ут бөрсәһендәй теремек ҡыҙыҡай менән. Дуҫ ҡыҙы менән икәүләп улар шул ятаҡтың бер бүлмәһендә көн итәләр. Ихсандың үҙенең фатиры эш урынынан ярайһы уҡ алыҫ, төшкө ашҡа ҡайта алмаған көндәре лә була. Шуға, һылтау табып, эш барышында Ихсан уларға ингеләп йөрөнө, бер өйрәнгәс, һуңынан да барғыланы. “Тартай теленән табыр" тигәндәй, бер булғанында, ниңәлер, алдашып “Ҡатыным юҡ, уның менән тормайбыҙ” тип яндырайланып та ебәргәйне, ҡыҙҙарҙың уға иғтибары бермә-бер артты ла ҡуйҙы. Ихсандың ҡатыны медсестра, хәстаханала эшләй, йыш ҡына төнгө сменаға китә. Шундайыраҡ саҡта ошо Зәлиә, бигерәк тә әхирәте өйҙә булмағанда, бүлмәләрендә Ихсандың һуңлап ҡалыуына ла ҡаршы килмәй башлағайны...
Ихсандың шулай килделе-киттеле йөрөүе ялҡыта төштөмө, ниндәйҙер ҡарарға килделәрме, бергә ултырғанда Зәлиәнең бүлмәләше әйтә ҡуйҙы:
– Ағай, үҙең беҙҙә йыш булаһың, “фатирым бар, яңғыҙым” тиһең, ә үҙең Зәлиәне сәй эсергә лә саҡырмайһың.
Телдәр инде Зәлиәнең әхирәте. Ихсан донъя күрмәгән ир түгел, бер мәлгә ул да юғалып ҡала яҙҙы. Шунан башына уй килде: бисәһе эштән бик һуң ҡайта, ниңә саҡырмаҫҡа?
– Бик шәп фекер был! – тип ебәрҙе. – Үҙ-ара күпме аралашабыҙ, ә мин йәшәгән ерҙе күргәнең юҡ, киләһеңме, Зәлиә? Кил, йәме, мин етенсе яртыла уҡ өйҙә булам.
Баш бәләһе – телдән. Зәлиә, күрәһең, шул саҡырыуҙы онотмаған. Тик бына Ихсан осрашыуҙы ҡайһы көнгә билдәләүен генә иҫенән сығарған. Ә бөгөн уның ҡатыны, әмәлгә таянғандай, төнгөлөккә түгел, ниндәйҙер иптәшен алыштырып киткәйне, киске сәғәт ун икеләргә ҡайтып та етергә тейеш. Эш харап та баһа былай булғас!
– Бөгөн көн тиҙ үтте, төҙөлөш материалдары юллап йөрөп йән ҡалманы, асыҡтырҙы ла, – уйҙары менән йәнәш Ихсандың теле лә тик тормай. – Зәлиә, әйҙә, булыш, өҫтәл әҙерләйек, әллә нимә юҡ, тик ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейһә, ярыҡ ялғаш та алтындай ялтырай, тиҙәрме әле?
Улар бергәләп йәһәт кенә өҫтәл әҙерләне. Зәлиә йоҡа ғына итеп икмәк телде, һыуытҡыстан Ихсан алып биргән колбаса, сыр, ҡыяр-маҙарҙы теҙеп ҡуйҙы. Унан Ихсан, үрелеп, ҡайҙандыр шкаф артынан араҡы һөйрәп килтереп сығарҙы.
– Ултыр, Зәлиә, эргәмә ултыр, байҙарса байрам итәйек әле бер! Ҡыҙ ҙа инәлтмәй, алсаҡ, күңелсәк. Шул арала Ихсандарҙың фатирын энәһенән-ебенә байҡап та сыҡты:
– Ихсан ағай, яңғыҙым, ти инең, фатирың йыйыштырылған, бөхтә. Бер ҙә буйҙаҡ кеше торғанға оҡшамаған, үҙең әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейгән нәмә кеүек ялтлап тора.
– Ә-ә... Ҡунаҡ килерен белгәс, тырышабыҙ инде, – тотлоғобораҡ әйтһә лә, шыма сыҡты һүҙҙәре. – Әйҙә, ярай, ултыр, аҙаҡ ныҡлап өйрәнерһең фатирҙы...
Ҡыҙыҡай ҙа мут йылмайҙы:
– Ә нимәнән “аҙаҡ” ул, Ихсан ағай?
– Нимәнән тип.., бынау рюмкаларҙы түңкәреп ҡуйғас, тимәксемен...
– Ә нимә өсөн әсәбеҙ һуң әле быларҙы? – тип көйәҙләнә бирҙе ҡунаҡ ҡыҙ, Ихсан тултырған ике рюмкаға ымлап. – Гармунда уйнайым, гармуным да бар, ти инең, уны ла алмайһың.
– Ә, нимә өсөнмө? – Ихсан Зәлиәнең “гармун” тигәнен ишетмәмешкә һалышты. – Бына ошо фатирҙа осрашыуыбыҙ өсөн, ғүмер буйы бәхетле булырға яҙһын тип!
– Һай, рәхмәт, Ихсан ағай, ну әйтһәң әйтәһең дә инде, үл дә кит! Бының өсөн нисек эсмәйһең ти... Тотош эсәбеҙме ул, Ихсан ағай?
– Шул уймаҡтай нәмәҫтәкәйҙе лә эсеп бөтмәгәс... Әйҙә!
“Ысвуты ҡыҙған ҡыҙыҡайҙың, – тип эстән генә ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы Ихсан, Зәлиәнең үҙ рюмкаһын түңкәрә һуғыуын күреп. – Тимерҙе ҡыҙыуында һуғып, эште тиҙләтһәң дә була, ваҡыт та сикләнгән”. Ихсандың бер ҡулы эргәһендә ултырған ҡыҙҙың иңбаштарына ятты, икенсеһе әле генә бушаған рюмкаларҙы тағы тултырып ҡуйҙы.
Ләкин быныһы ҡыҙға бик үк оҡшап етмәне, ахырыһы.
– Улай өтөп алып барма әле, Ихсан ағай, – ҡулбашында ятҡан ҡулды һыпырып төшөрөргә теләгәндәй, Зәлиә яурындарын уйнатып алды. Ләкин ныҡышманы. – Әҙерәк һөйләшеп тә ултырайыҡ. – Шунан көтмәгәндә һүҙҙе тағы бороп ебәрҙе: – Әллә йырлап ебәрәйемме? Ҡайҙа гармуның?
Зәлиәнең был холҡон уйлап еткермәгән икән әле Ихсан, ҡойолоп төштө. Үҙҙәрендә саҡта телдәр Зәлиәнең көтмәгәндә ҡысҡырып йырлап йә таҡмаҡ әйтеп ебәреүе, тыҡырҙығын сығарып, өйөрөлөп бейеп китеүе ғәжәп ирмәк, үҙе бер гүзәл тамаша һымаҡ күренә ине. Ә бында?! Күршеләре менән аралашып йәшәйҙәр, улар өйҙә, ә Ихсандар йәшәгән йорт эре панелдәрҙән ҡоролған, стеналары аша һәммәһенә бар нәмә ишетелә. Гармунын да шуға ҡулына алмайыраҡ тора ине Ихсан: көпә-көндөҙ кем өйҙә гармун ҡыжҡылдатып ултырһын?!
– Әллә тағы, – тигән булды Ихсан, ни әйтергә белмәй. – Стеналар йоҡа, тауышты тотмай. Башҡаларға ҡамасауламаһаҡ... Шау-шыуҙы бында бик яратып бөтмәйҙәр...
– Әй, булмағайы, иртә лә баһа!
– һы, һы... Нисек итәйек икән һуң... Көйләп кенә ултырмаһаң...
Зәлиә мут ҡына йылмайып ҡуйҙы ла, Ихсандың гармун алғанын да көтмәй, саяланып ҡысҡырып йырлап та ебәрҙе:
Ағай, һине төштә курҙем:
Гармун уйнайһың икән...
Белһәм инем серҙәреңде,
Нисек уйлайһың икән?
"Төрттөрөп йырлай был, “иркәм” урынына “ағай” ти, “гармун уйнайһың” ти...” Ихсан йыр-моңдо тыңлауҙан бигерәк, “быны нисек туҡтатырға икән” тип баш ватты. Былай лауылдай башлаһалар, “кем шулай матур итеп йырлай икән?” тигән һылтау табып, тулы кәүҙәһен уйнаҡлатып, киң халат итәктәрен ялпылдатып күрше ҡатыны килен тә инер... Бөгөн инмәһә, шуны иртәгә түкмәй-сәсмәй Ихсандың ҡатыны Сәкинәгә һөйләр. Әллә ысынлап та Зәлиәнең тауышын гармун моңо менән ҡаплатып ҡарарғамы? Гармун ул тиклем шик тыуҙырмаҫ, күңеле килгәндә өйҙә уй-наштырғылай ҙа инде Ихсан. Юҡ, башта тағы берҙе әсергә тәҡдим итһен әле, эскәс, бәлки, йыр ҡайғыһы ла китер...
– Зәлиә, иркәм, йырға өлгөрөрбөҙ, ваҡыт та тар, әйҙә, берҙе әсәйек әле йәнә...
– Эсәбеҙ. Ихсан ағай, эсәбеҙ, гармуныңды алып уйнап та ебәрһәң, ниңә эсмөҫкө? Ал әле, ал шул гармуныңды, уйна берәй көй, ҡайҙа гармуның? Ә, ана икән, ҡана үҙем алып бирәйем!
Зәлиә кәштәлә торган гармунды көсләп тиерлек Ихсанға килтереп тотторҙо. Быныһы, ҡапыл ғына башына килгән уйға буйһоноп, гармунының күреген ҡоласы еткәнсе һуҙҙы ла яңғыратып данлы “Ҡолон кантон”ды уйнай башланы. Иҫәбе дөрөҫ ине Ихсандың: гармун моңо, берҙән, ҡатын-ҡыҙ тауышын йотасаҡ, икенсенән, ошондай осрашыуҙа Зәлиә ирҙәр йыры “Ҡолой кантон”ды һуҙып ултырмаҫ бит инде!
Ләкин улай булып сыҡманы.
– Һай-й, ағаҡайым! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Зәлиә, Ихсан бер килке уйнағас. – Ҡалай йәөтеш уйнайһың, яратам шул халыҡтың оҙон көйҙәрен! Әйҙәле, һыҙҙыр “Таштуғай”ҙы, үҙем дә көйлән ҡарармын...
Ихсан тағы телһеҙ ҡалды: Зәлиә үҙенең сәрелдәк тауышы менән “Таштуғай”ҙы яңғырата башлаһа, күрше бүлмәләрҙә генә түгел, улар йәшәгән туғыҙ ҡатлы йорттоң барлыҡ тәҙрәләре, һауыт-һабалары зыңлап торасаҡ...
Ихсан тәүәккәл генө гармунын ситкә алып ҡуйҙы.
– Ярай, һөйләшеп кенә ултырайыҡ, һағындырған да, ҡасандан бирле күрешкән дә юҡ. Иркәм, әйҙә, тотайыҡ әле тағы берҙе!
– Юҡ, тотмайыҡ, – тип көйөҙлөнде ҡыҙ йәнә. – Иҫергәс йырлап буламы ни? Әйҙә, йырлайыҡ.
Иртә була, кис тә була,
Кискә табан ел була.
Һағындым тигән булаһың,
Һағыныу шулмы була?
Һуңғы юлдар йырланғанда Ихсан да гармунын алып Зәлиәгә ҡушылырға мәжбүр булды.
– Бына бит бергә йырлағас, нисек матур сыға, – тип сәрелдәне Зәлиә. – Гармуның ғына түгел, үҙең дә бик күркәм, көслө уҙаман булып күренә башланың бит әле миңә, Ихсан ағайым!
– Сеү, сеү, һеңлем, сеү. Оялтаһың, улай ныҡ ҡысҡырма!
– Бәй, хәҙер "һеңлең” булып киттемме ни, әле генә “иркәм” ине...
– Һы, һы...
– Ихсан ағай!
– Әү!
– Хәҙер ҡайһы йырҙы йырлайыҡ икән, ә? Һин ниндәй йыр яратаһың?
– Йә, ярай, һөйләшеп кенә ултырайыҡ, тип килешкәйнек бит инде.
– Юҡ, килешмәнек, йырлайым!
Иркәм, иркәм тип әйтәһең,
Үҙең иркәләмәйһең...
Ирекһеҙҙән Ихсандың күҙе стеналағы ҙур сәғәткә төштө. Йәйге көн оҙон, ҡараңғы төшмәгәс, ваҡыт иртәлер, тип уйлағайны, сәғәт теле ун берҙе үтеп уи икенең яртыһына уҡ сығып бара ла баһа! Бисәһенең иртәрәк тә ҡайтып төшөүе ихтимал, килеп инһә, нишләрһең?!
Ихсандың ҡото осто, урынынан тиҙ генә һикереп тороуын да һиҙмәй ҡалды. Уның был ҡыланышынан Зәлиә лә аптыраны шикелле, ҡапыл йырлауҙан туҡтан, "aғай" тип наянланыуын да онотоп, ҡурҡҡандай шыбырланы:
– Ни булды, Ихсан? Төҫөң ҡасты ла баһа?
Ихсан үҙенең артығыраҡ ебәргәнен тойҙо шикелле, баҫыла төштө.
– Беләһеңме, Зәлиә, онотоп ебәргәнмен ҡапыл-ҡара, – тип хәйләләште йәнә, бөгөн ун икенсе яртыла автовокзал туҡталышында осрашырға һөйләшкәйнек бер дуҫым менән. Йыраҡтан, Төмәндән үк килә, ялға тыуған яҡтарына ҡайта. Ә Өфөлә туҡтап баш төртөрлөк танышы юҡ. Ҡунырға үҙемә алып ҡайтырға вәғәҙә иткәйнем, әүрәп ултырып баштан сыҡҡан, бармаһаң да ярамай, “алдашты”, “ҡасты” тиер. Ғәфү ит инде, Зәлиә, хәҙер үҙеңдә оҙатып ҡуяйым да...
Өйгә ингәс үк шикләнә башлаған ҡыҙ әле лә ниҙер һиҙенде шикелле, ғәҙәттәге шаянлығын ташлап, Ихсанға оҙаҡ итеп һөҙөп ҡарап торҙо. Был һынаусан ҡарашты күтәрә алмай ҡаушап, Ихсандың күҙҙәре асалаҡ-йомалаҡ килеп тороуын күргәс, Зәлиә ниндәйҙер эске үкенес менән тағы ла йырлай ебәрҙе:
Оҙата барма, ағай, ҡайталмаҫһың,
Һуҙең барыбер әйтә алмаҫһың.
“Иркәм" тигән уйнаҡ һүҙең менән
Күңелемде иретә алмаҫһың...
Йырҙын һүҙҙәрен Ихсан яҡшы белә, уларҙын ҡайһыларын ҡыҙҙың үҙ белдеге менән алмаштырыуының мәғәнәһен дә аңлай. Әммә хәҙер ул турала уйларға ваҡыт ҡалмаған. Зәлиәнең боҙола төшкән ҡарашына иғтибар ҙа итмәҫтән, кескәй сумкаһын ҡулына тотторғас, Ихсан уны ысынлап та ишеккә ҡыҫырыҡлай башланы. Нисек тә оҙатты инде шулай, ә сәғәт теле, ана, уң икегә лә яҡынлай... Тиҙерәк өҫтәлде лә йыйыштырып алырға кәрәк бит әле, ай, аллам...
Ихсан ашыға-ашыға әле генә үҙҙәре матурлап әҙерләгән табынды, ундағы һауыт-һабаны йыйыштырып ҡуйырға ниәтләнде. Ләкин сәғәтенә тағы күҙ һирпеп алғас, өлгәрмәҫен аңланы. Бер мәл генә икеләнеп торғандан һун, ниндәйҙер ҡарарға килде шикелле, нимәгәлер ҡул һелтәп ҡуйҙы. Башланған араҡыны кире өҫтәлгә килтереп ултыртты. Тешләп ташланған ҡыяр киҫәктәрен икмәк һыныҡтарын, артыҡ-бортоҡ нәмәләрҙе йәһәт кенә йыйын алды ла ҡағыҙға тороп тышҡа быраҡтырҙы. Өҫтәлде таҙартып, бар ризыҡты бер тәртипкә килтереп бөтөүгә, ишектә ҡатыны ла күренде:
Бәй, бәй, әллә ҡунаҡ һыйлап ятаһың инде, Ихсан? – тине уныһы ғәжәпләнеп. Ни тип ултырған былар өҫтәлгә?
Ихсан, эстән бөршәйеп ҡалтырап торһа ла, тыштан иҫе китмәгәндәй генә:
– Һәй, беләһең бит инде теге Төмәндә эшләгән иптәште, бергә уҡығайныҡ, – тигән булды, баяғы ялғанды дауам итеп. – Шул инеп сыҡҡайны автовокзалға китте, атай ҡарттар янына ҡайтып барам, ти. Үҙе һалмыш әҙерәк. Кеҫәһендә яртыһы ла бар ине. “Асма!” тип ҡараным, тыңламаны. Мин эсмәгәс, ул да ултырманы. Берҙе генә һалып ҡуйҙы ла китте. Бына араҡыһы ҡалды... Бисәкәй, – тине шунан, башына яңы фекер килеп, тоҡанып. – Түгеп булмай бит инде бындай затлы ризыҡты, арып ҡайтҡанһыңдыр, әйҙә, икәүләп кенә байрам итеп алайыҡ, ә? Күптән ултырған да юҡ, һөйләшеп, йырлашып күңел асыуға ни етә?!
– Кит, йырлашып тисе... – Ҡатынының күңеле булмағаны күренеп тора. – Ғүмере йырламағанды.
– Улай тимә әле, бисәкәй, мин кейәүләп һеҙгә барып йөрөгәндә, ана, “Хаттар яҙам”, “Таштуғай”, “Оҙата барма” кеүек йырҙарҙы (Ихсан бая ғына Зәлиә башҡарған йыр исемдәрен атай ине) нисек оҫта һыҙҙыра торғайның. Шуның менән үҙеңә ҡараттың да бит һин мине. Тауышың ул хәтле көслө түгел, ләкин моңло була торғайны. Йырла әле шуларҙы тағы бер, ә?
Ләкин ҡатыны, йомшарғандай итһә лә, ҡапыл ғына риза булманы:
– Кит әле, кит, – тип ҡаршылашты. – Юҡты...
Шунда Ихсан, әле генә аңлағандай, ҡапыл үҙенең маңлайына сәпәп алды:
– Һай, иҫәүәнмен дә инде, эштән арып ҡайтҡан кешене эсермәй йырлатып булалыр шул. Әйҙә, бисәкәй, тот берҙе, сәкәштереп бөткәнсе эсеп ебәрәйек әле бынау һалғанды...
Ихсан аяғүрә баҫып, ҡатыны кире уйламаҫлыҡ хәрәкәттәр яһап, рюмкаһын төбөнән этәреп тигәндәй эсереп бөтөрттө:
– Бына шулай. Әйҙә, асыҡҡанһыңдыр ҙа, етеш, берәй нәмә ҡап. Унан... Әллә тағы берәй шәп кенә йырҙы, бына әйтәйек, “Хаттар яҙам”ды һыҙҙырып алаһыңмы? Шәп сыға торғайны ул һинең башҡарыуыңда.
– Бәй, ни булды һиңә, ә? – тип ғәжәпләнде тағы ҡатыны. – “Йырла” ла “йырла” тисе, ҡартайып барғанда... Элегерәк башҡаларға ҡушылып йырлай башлаһам да, “ана минең тишек шарманка ла тауыш бирә” тип шаярта торғайның. Әллә йәшәрә башланыңмы?
– Йәшәрәм, бисәкәй, йәшәрәм, шуға үткәнде һағынам, йөрәгем елкенә... Әйҙә, ишетһендәр, көнләшһендәр күршеләр... Фатир үҙебеҙҙеке... һөрән һалып, ҡысҡырып йырлап ебәр... Мин бына гармунды ғына алайым да... Әйҙә, “Таштуғай”ҙы һыҙҙырт!
– Ай, алла, быуынға төштөң дә баһа, булмағанды... Әйҙә, улайһа, гармунда үҙең башла, мин ҡушылып ҡарармын шунда...
Йырлау тигәндә Ихсандың ҡолағына “айыу баҫҡан”, уны быға саҡлы моңло гармуны ҡотҡара килә. Тик хәҙер, нишләйһең, сараһыҙҙан гармунына ҡушылып, үҙе үк “зәңгәр ерәк” тауыш менән һуҙып ебәрергә мәжбүр булды:
Таштуғай ҙа, һинең, ай, ҡошҡонаң
Ташҡа баҫып һайрай, тал тапмай
Ҡатыны уға ҡушылып, тауышын бер аҙ нығыта төшкәс, Ихсан йырлауҙан туҡтап, гармунын ғына уйнатып тыңлап тора башланы:
Янып ҡына барған йәш йөрәгем,
Нишләһәм дә бында йәм тапмай.
– Һәй, бисәкәй, бына лаһа ҡалай моңло йырлайһың, әртискәләрең ситтә торһон, ҡысҡырыбыраҡ та ебәрһәң...
Маҡтауға кем ҡаршы булһын инде, Сәкинәнең дә йөҙө асыла төштө, биттәренә алһыулыҡ йүгерҙе. Ә Ихсан һаман үҙенекен тырыштыра:
– Тыштан инеп, ҡапыл ғына оҙон көйгә йырлап ебәргәс, тамағың ҡарлығып китер. Әйҙәле, кәләшкәйем, тағы берәрҙе тотоп, тамаҡтарҙы сылатып йомшартып ебәрәйек!
Сәкинә ҡаршы түгел, ни тиһәң дә, быныһы – эшләп алғаны.
– Бисәкәйем, ҡарале, “Оҙата барма” тигән йырҙы ла һиңә еткереп йырлағандары булманы. Йәш саҡтағы үҙебеҙҙең йыр бит инде ул. Кеше алдында тыштан “шарманка” тип мәрәкәләһәм дә, эстән тауышыңды гел яратып, оҡшатып ултыра торғайным. Онотманыңмы шул йырҙы, әйҙә, минең өсөн генә һыҙҙырт әле, Сәкинә, ә?
– һуң бит инде, Ихсан...
– Нишләп һуң булһын, ти? Ана, ҡаршылағы йорттарҙың тәҙрәләренә ҡара: берәйһе йоҡларға ятҡанмы? Барыһының да уттары баҙлап тора.
– Барыбер уңайһыҙ...
– Ярай, ярай, көн дә ултырмайбыҙ, шағра ҡормағанбыҙ, ғәфү итерҙәр... Әйтмәһәләр, әйҙә, беҙгә ҡарап эҫтәре янһын!
Дөрөҫөн әйткәндә, арып ҡайтҡас аллы-артлы ебәрелгән ике-өс рюмка ярайһы уҡ дәртләндерҙе Сәкинәне. Үҙ эсендә әлегә саҡлы ойоп ятҡан ниндәйҙер осҡондар тоҡанғанын тойоп торҙо, йәш саҡтары, дәртле саҡтары иҫенә төштө. “Йәш ғүмер шулай үтеп тә барамы икән ни?” кеүек моңһоулыҡ та тыуа биреп ҡуйҙы күңелендә. Бынау Ихсаны ла бөгөн әллә ниндәй, никахтарының тәүге йылдарындағыса яндырайланып, онотола башлаған тойғоларҙы терелтеп, дегәнәктәй йәбеште лә ҡуйҙы ла баһа! Шуғалырмы үҙенә мөлдөрәп ҡарап торған Ихсанды быныһында буш итмәне, нисектер нығынып киткән көр ҙә, һағышлы ла тауыш менән ул һораған йырҙы һуҙҙы:
Оҙата барма, дуҫҡай, оҙата барма.
Оло юл бит, бәлки, аҙашмам...
Ҡатынының тауышы нығынып, матурланып китеүенә Ихсан үҙе лә ғәжәпләнә ҡуйҙы шикелле, гармун тауышын баҫа төштө лә ихласлап тағы йыр тыңларға кереште:
Һинең серле зәңгәр күҙҙәреңде
Башҡа күҙҙәр менән алмашмам...
Ҡатыны, ысынлап та, матур йырлай икән дә баһа, икенсе һулышы асылған тиерһең! Күкрәктән сыҡҡан моң, ҡуйы тауыш. Урамдан ингәнгәме, әллә әлеге шарап шауҡымымы – йыйырсыҡһыҙ шыма йөҙө алһыуланып тора, даръялай ҙур, саф зәңгәрһыу күҙҙәре дымланып ялтырай... Йырҙың юғары бөгөлдәрен алғанда был күҙҙәр оҙон керпектәр менән ҡапланып, серле генә күләгәләнеп тә ала...
Оҙаҡ ҡарап торҙо шулай ҡатынына һоҡланып, хатта гармунда уйнауын да онотто. Ниндәй һөйкөмлө уның ҡатыны, көндәлек ығы-зығы менән бер ни күрмәй йөрөгән микән ни Ихсан? Әлеге йырҙағы “зәңгәр күҙ” һәм уны “башҡа күҙҙәргә алмашмау” вәғәҙәһе лә йәшерәк саҡта Ихсан тарафынан әйтелә торғайны түгелме әле, сөнки “эскерһеҙ зәңгәр күҙҙәр” – Сәкинәлә, ә Ихсандыҡылар – һорғолт. Хәйер, был төпһөҙ зәңгәрлек Ихсан хәтеренә тағы бер уйыласаҡ әле. Төҙөлөштә балка баҫып, хәстәханала аҙна самаһы һушһыҙ ятҡайны. Күҙен асҡанда тәүге күргәне лә ҡатынының ошо күҙҙәре булды. Эштән китеп, аҙна буйы ҡуҙғалмай ҡурсалап ултырған, үлем ҡосағынан алып ҡалған... Тормош та башҡасараҡ булғандыр ул саҡта... Иптәштәре, дуҫтары ла күп ине. Йырлашалар, көлөшәләр, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр... Шулар барыһы онотолоп бара түгелме? Көн дә эргәңдә йөрөгән гүзәллекте лә күрмәҫ тутыҡ ҡаплаймы күҙҙәрҙе?!
Ихсан, уйлана тороп, йыр тамамланғанын да тоймаған. Сәйер тынлыҡтан һиҫкәнеп, ул ҡарашын күтәрҙе. Ана, ҡатыны төпһөҙ күлдәй зәңгәр күҙҙәрен иренә төбәгән, болоҡһоу ҙа, иркәләү ҙә, ниндәйҙер һүнмәҫ өмөт тә, саҡырыу ҙа бар һымаҡ был күҙҙәрҙә. Шундай яҡын улар, ғәзиз сабый күҙҙәреләй керһеҙ... Ихсанға шунда ниҙер булды, күңелен үкенесле ялҡын ялмап алғандай тойҙо, бөтә тәне буйлап эҫе тулҡындар йүгерҙе... Ул ҡатынына табан атланы ла үҙенә ғәжәпләнгәндәй шар асылып ҡарап торған зәңгәр күҙҙәрҙе, толомлап үргән ҡалын сәстәрҙе, дуғаланып торған ҡаштарҙы шашып-шашып үбә башланы... Ҡатыны башта: “Тилеләнмә, кит!”, “Нишләйһең ул, ҡартлас?”,” Шаштыңмы әллә, ебәр!" тип сәбәләнеп маташһа ла, тора-бара үҙенең дә ихтыяры юғала барыуын, бар ағзалары буйлап бығаса йоҡомһорай төшкән иҫерткес ләззәт тулҡындары йүгерешеүен тойҙо. Артабан үҙе лә ҡаршылашманы, хәләл ирен һығып ҡосаҡлап алды ла илерткес ихтыяр көсөнә бирелде...
Иртән торғас, Ихсан ҡатынын уятып маташманы. Сәй ҡайнатып еңелсә генә ҡапҡылап алды ла эшкә китте. Сәкинә бөгөн ял итә, ашыҡмаҫҡа ла була. Шуғалырмы ул уянғас та, бар тәнендә ниндәйҙер еңеллек һиҙеп, һуң ятһалар ҙа ныҡлап ял итеп бушанып ҡалғандай тойоп, түшәгенә һеңеп наҙланып ята бирҙе бер аҙ. Унан йәһәт кенә һикереп торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙың ял көнөндә лә эше күп инде уның... Ихсаны ҡайтыуға башта өйҙәрен сыняһау итеп йыйыштырып ҡуйырға, унан, баҙарға сығып керергә лә, телеңде йоторлоҡ итеп аштар әҙерләп торорға...
Ләкин Сәкинә ул-был итергә өлгөрмәне, ишек шаҡыған тауыш ишетелде. Ул да булмай, мут йылмайып, мул кәүҙәгә кейелгән халат итәктәрен ялпылдатып күрше ҡатын килеп инде.
– Иртүк еңдәреңде һыҙғанып алғанһың, әллә Ихсаның ныҡ туҙҙырып ташлағанмы? – тине, ул иртән була торғанса, улай-былай туҙып ятҡан нәмәләргә кинәйәле генә ымлап. – Кисә көнө буйы ҡунаҡтар ҙа булды шикелле?
Сәкинә уның һүҙҙәрен үҙенсә аңлап, өндәшмәне, йылмайып ҡуйҙы. Ләкин күрше ҡатын бының менән генә ҡәнәғәтләнмәне, һаҡ ҡына төпсөнөүен белде:
– Әллә ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине, бик матур, әртискә кеүек йырланы...
Сәкинә түҙмәй көлөп ебәрҙе:
– һәй, ул “йырсы”, “әртискә” тигәнең мин инем дәһә! Бынау Ихсан, ҡартлас, эштән ҡайтыуым булды, дегәнәктәй йәбеште бит: “йырла!” ла “йырла!” Бик ныҡышҡас, йырланым да ҡуйҙым, үҙемдең дә эсем бушап ҡалғандай булды.
Күрше ҡатын, нимәгәлер шикләнгәндәй, Сәкинәгә тағы ҡарап-ҡарап алды. Сығып китергә лә ашыҡманы.
– Ниңәлер бер үк йырҙы ҡат-ҡат йырланылар.. Тауыштары ла төрлөсә сыҡты, башта сая ғына, унан тоноғораҡ...
Сәкинә ҡапыл ҡуйы ҡыҙарынып китте:
– Кисә эштән иртәрәк китһәм дә арып ҡайтҡаным шул. Ихсаным “эс!” тип теңкәгә тейгәс, байтаҡ йотоп ташлағанмын, ахырыһы, башыма киткән. Иҫерек ҡатындан йүнле йыр сығырмы?
Күрше ҡатын барыбер үҙ шиктәренән айырыла атманы шикелле:
– Бынағайыш, – тине аптырап. – Ирле-бисәле берәүҙәр көпә-көндөҙ гармун тартып, аҡырып-баҡырып йырлашып ултырһын, тиң, ә?
– Әй, апай, – тип түҙмәй әсенеп әйтеп ҡуйҙы Сәкинә. – Беҙҙеке булһа, йылына бер күңелләнеп ултырһаң да, күренеп барыр инде ул! Иртә ҡайттым кисә эштән, әхирәтемде алмаштырғайным...
Шунан кинәт кенә уҫаллашып, кенә менән әйтте:
– Ихсаным ни, “Әйҙәле* иркәм, шаулап-гөрләп йәшәйек, көнләшһендәр күршеләр, эстәре янһын!” тип сәмләндерҙе бит. Әллә, ысынлап та, ҡытығың килдеме, апайым?!
Күрше ҡатын үпкәләгәндәй сығып китте, ә Сәкинә уйлана ҡалды: ни кәрәк күршеләргә? Яҡшылыҡмы, яманлыҡмы уйҙарында? Әлбиттә, Ихсанын Сәкинә бер бөгөн генә белмәй, ҡайһы саҡ мутлыҡтарын да күрмәҫкә тырыша. Әле лә ул күршеһенең: “Кисә көнө буйы ҡунаҡтар булды”, “Бер үк йырҙы ҡат-ҡат йырланылар”, “Тауыштары ла төрлөсә сыҡты...” тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен яҡшы аңланы. Тик ниңә уны ашыға-ашыға Сәкинәгә еткерергә тырыша икән? Унан... Ситтә ашаған мал өйгә шул саҡлы сарсап, асығып ҡайтыр тиһеңме?.. Ә Ихсаны бит кисә юрый ҡыланманы, ихласлығы, яратып үҙ итеүе йөҙөнә сыҡҡайны... Иренең кисәге ҡиәфәте әле лә уның күҙ алдында: янып торған ҡараш, иретерлек ҡайнар һулыш, бөтмәҫ дәрт... Ошо төн булмаһа, тиҫтә йылдар йәшәп, иренең ниндәй икәнлеген дә белмәгән булыр ине микән Сәкинә?!
Хәйер, Сәкинә үҙе ғәйепле түгелме ни инде быға: “эш баҫа”, “эш бар” тип Ихсанын өйҙә яңғыҙын ҡалдыра ла китә. Айыу тотоп атланырлыҡ ғәййәр ирҙе бикләп тотоп буламы? Бынан ары, күрәһең, иғтибарлыраҡ булырға кәрәктер...
Сәкинә, күңелендәге шик-шөбһәләрен һыпырып ташларға ниәтләгәндәй, ләззәтләнеп кирелеп тәнен яҙып алды да айырым бер ихласлыҡ менән өй йыйыштырырға кереште...
Роберт БАЙЫМОВ.
Читайте нас