Йәмғиәт Общество
20 Марта 2021, 14:05

Иғтибар - балалар!

28 ғинуарҙа водитель Е. Иҫәнғолдоң Октябрь революцияһы урамында, автовокзал янындағы “зебра”нан үтеп барыусы 2008 йылғы Б.-ны бәргән. Бәлиғ булмаған ҡыҙ тән йәрәхәте алған.

Добавить в предпочтительные источники Google
ыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа балалар ҡатнашлығында фажиғәләр булып тора. Ағымдағы йылдың ике айында республика юлдарында теркәлгән шундай 48 юл-транспорт ваҡиғаһында ете балаланың ғүмере өҙөлгән, йәнә 54 бала төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәте алған. Теркәлгән аварияларҙы анализлау шуны күрһәтә: уларҙың күпселеге, йәғни 60,4 проценты бәлиғ булмаған пассажирҙар ҡатнашлығында. Шул уҡ ваҡытта йәйәүле балалар ҙа зыян күргән: 19 осраҡта 19 бәлиғ булмаған төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәте алған. Әйткәндәй, һуңғы осраҡтарҙың 12-һе йәйәүлеләр үткәүеле, йәғни “зебрала”!
Район буйынса күрһәткестәргә туҡталғанда, 2021 йылдың тәүге ике айында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен үтәмәгән 26 йәйәүле административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Һуңғы осраҡҡа туҡталайыҡ: 26 февралдә Иҫәнғолдоң Октябрь революцияһы урамында (“Рыбочок” магазины янында) йәйәүле Т. ҡағиҙәне инҡар итеп, юлдан машина хәрәкәте ыңғайына атлап, автомоблгә юл бирмәй һәм көҙгөһөнә бәрелә. Йәйәүле РФ КоАП-ының 19.29-сы статьяһына ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәп тә, уны инҡар иткән водителдәр тарафынан зыян күреүселәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, быйыл ғинуарҙа ике шундай – йәйәүлене автомобиль бәреү осрағы теркәлде. 23 ғинуарҙа водитель К. ВАЗ-21015 автомобилендә Төҙөлөш һәм Еңеүҙең 40 йыллығы урамы киҫелешендә йәйәүле Т.-ны бәрҙе. 28 ғинуарҙа водитель Е. Октябрь революцияһы урамында, автовокзал янындағы “зебра”нан үтеп барыусы 2008 йылғы Б.-ны бәргән. Бәлиғ булмаған ҡыҙ тән йәрәхәте алған. Был ике осраҡта ла водителдәр ғәйепле, эштәр район судына ебәрелде. Былар юлдың йәйәүлеләр өсөн дә хәүефле булыуы хаҡында һөйләй. Шулай уҡ балаларының хәүефһеҙлегенә битараф ҡалып, уларҙы автомобилдә йөрөтөү талабын тейешенсә үтәмәгән, йәғни махсус креслолары булмаған водителдәргә 35 административ протокол төҙөлдө.
Ошоларҙы һәм уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары яҡынлашыуын күҙ уңында тотоп, балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында, 17 мартта республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла «Иғтибар – балалар!» профилактик акцияһы башланды.
9 апрелгә тиклем дауам итәсәк сара барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙың юл ҡағиҙәләрен үтәүе, өлкәндәрҙең автомобилдәрҙә улдары, ҡыҙҙарының хәүефһеҙлеген һаҡлап, автокреслола йөрөтөү-йөрөтмәүен дә тикшерәсәк. Шулай уҡ тәүлектең ҡараңғы ваҡытында кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булыу-булмауы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ. ЮХХДИ инспекторҙары балалар араһында ла аңлатыу эштәре алып барасаҡ.
Алда – каникул, тимәк, атай-әсәйҙәр эштә, балалар күберәк урамда булыр. Си балалар булмай, уларҙың хәүефһеҙлегенә битараф ҡалмайыҡ.
И. Бакиров, ЮХХДИ начальнигы.