– Миңә хәҙер ҡалайтырға? – сисенеп кире кейенгән Шәрифәнең үтә меҫкен ҡиәфәте Сәйәрҙе ытырғандырҙы. Кеҫәһендәге бәкеһен сығарҙы. Шәрифәнең сайылдап ҡысҡырыуына ҡарамай, һул усын һуйып ебәрҙе: ҡарҙай ап-аҡ түшәккә урғылып сыҡҡан ҡанын манды ла усын ныҡ итеп ҡыҫты. Унса булмай шалтырап йоҙаҡ асылды. Береһе түшәк, икенсеһе мендәр аҫтын ҡараған ҡатындар зыуҙышҡан мәлдә Сәйәр сығып та һыҙҙы. Ошо хәлдән һуң егет бирьяҡта күрен мәне.
Сәйәр эшкә барып ҡайтҡас, кистәрен ҡайҙалыр сығып олаға башланы. Йөрәк яраларын нисек үткәрергә белмәй ғазапланған
егеттең ҡулдары шешәгә үрелгеләне. Был ярҙам итмәне. Ҡылды ҡырҡҡа ярып булмағандай йөрәген икегә бүлә алманы. Бер көн тотто ла Асияға китте. Ҡыҙ егетте күңелһеҙ ҡаршыланы. Йөҙө һурылып, ағарынып киткән Асияның егетте күргеһе килмәүе үтәнән-үтә күренеп тора. Сәйәр ни ҡәҙәр хәлде аңлатырға тырышһа ла, Асия тыңларға теләмәне.
– Йөрөгән ереңдә итәгеңде йыйып йөрө, тигәйне әсәйем. Нишләп йәрәшелгән ҡыҙың була тороп мөхәббәт уйыны уйнаның? Хәйер, мин һине хөкөм итергә ниндәй хоҡуғым бар? Мин һиңә кем?
– Кемме? Һин минең берҙән-бер һуңғы мөхәббәтем! Киттек бынан йәнем, бөгөндән, хәҙер үк. Документтарыңды һуңынан алыр һың. Беҙҙе бында бер нимә лә тотмай. Зинһар, мине ғүмерлеккә бәхетһеҙ итмә. – Сәйәр Асияны ҡосағына ҡыҫты, ярһып, ирендәренә үрелде. Ҡыҙ бер мәлгә юғалып ҡалды. Һөйгәненең ҡайнар ҡосағы, эҫе тыны уны йомшартты – ҡыҙ донъяһын онотто. Боҙҙай туңған йөрәге ирене, көтәсәккә генә бирелгән бәхет ипкенендә йәне иҙрәне. Мөхәббәттә аңлашҡан тәүге һәм һуңғы осрашыуҙары ине уларҙың.
Яҙмышын ашатланып, үҙ ҡулына алырға тырышһа ла, Сәйәр булдыра алманы. Асия ла сик ҡуйҙы. Ҡыҙҙың абруйын төшөрөүҙән ҡурҡып, уны ҡабат борсоманы.
...Май айы бөтөр-бөтмәҫтән Асия ауылдан китте. Ҡабат осра шырға насип булманы. Юҡсы. Теге төндәге осрашыуҙан һуң сәхнәлә күрҙе бит. Май байрамында ауыл йәштәре әҙерләгән концертҡа барғайнылар. Шәрифә менән ил йөҙөнә ҡушарлап тәүгә сығыуы ине Сәйәрҙең.
– Ҡаршы алығыҙ, Асия Сәмиғуллина йырлай – яңы концерт номеры иғлан ителеү менән Сәйәрҙең йөрәге дарһылдап типте.
«Мин түгел, һин үҙең. Мин түгел, һин үҙең», Асияның һағышлы йыры ҡолаҡ төбөндә оҙаҡ яңғыраны.
Ваҡыт үҙенекен итте һәм ғазаплы үткәндәрҙе, ғүмерһеҙ мөхәб бәтте үҙ эсенә йомдо. Йәшлек хәтирәләре күңел төбөнә баҫырылды. Бөгөн донъяһы түңәрәк Сәйәрҙең. Улдар үҫтерҙе, урман сәсте, донъя тотто. Хәҙер офоғо байығанын көтә. Тик ҡыҙы, Гөлдәриәһе, аңғар маҫтан күңеленә вәсвәсә һалды.
Һәр йәй һайын ялға ҡайтҡан оло улы, атаһына ике ҡатлы йорт һалдырам, тип, башын ҡатыра. Атайым нигеҙен үлһәм дә ташла майым, тип бөгәсә ҡырталашҡан Сәйәр ағайҙың башына шәп уй килде. «Эре нефть компанияһының генераль директоры булып эшлә- гән Искәндәр Сәйәрович аҡсаһын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә, урынын мин табырмын», – тип ҡыуанды ул. Искәндәрҙең ҡайтыуын был юлы түҙемһеҙләнеп көттө. Уй-ниәтен улына белдергәс, уныһы йылмайып ҡына ҡуйҙы.
– Ни ҡәҙәрле шәп күпер бар бит, атай! Лутсы мәсет һалдырайым, һинең исемеңде ҡушып, ә-ә?
Ни бысағыма минең исемде ҡушырға итәһең? Мин һиңә атаҡлы ишан, йә әүлиә зат булғанмы? Юҡ икән, юҡ!
Ай буйы матур хыялдар менән йәшәгән Сәйәр уҙамандың күңеле кителде. Ул тәмәкеһен тоҡандырып Иҫке күпергә йүнәлде...
Ә өсөнсө көнөнә таш тейәгән машиналарҙың Иҙел аръяғында гөжләүенә тәүҙә аптырап китте. Ауыҙы үҙенән-үҙе йырылды.
– Ир, икәнһең, улым! – Сәйәр йоҡоһонан саҡ уянып торған Искәндәрҙең арҡаһынан дөпөлдәтте.
– Нишләйһең, атай үтенесе.
Теүәл ай тигәндә шәп күпер әҙер булды. Үҙҙәренсә асыу тантанаһы әтмәләнеләр. Геүләтеп бейеп, күпер төбөн бер иттеләр.