Йәмғиәт Общество
21 Марта 2021, 11:35

Һөнәри байрамдарын ҡаршылап

Башҡа тарафтарҙа нисектер, ә бына беҙҙең яҡтарҙа быйыл ҡар бик күп булды. Бәғзеләр ҡыш ҡарлы булырға тейеш инде ул, тип һөйөнһә, икенселәр йорт-ҡура тирәләрен, юлдарҙы ҡарҙан таҙарта-таҙарта арманһыҙ булды. Торлаҡ-коммуналь хужалығына ла эштәр етәрлек, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, киңәйтеү һ.б.Көндәр аномаль йылы тороу сәбәпле биналарҙың ҡыйығында барлыҡҡа килгән ҙур-ҙур боҙбармаҡтар халыҡ өсөн айырыуса хәүеф тыуҙыра. Шуға ла Иҫәнғол ауылындағы күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы һәм ҡыйыҡтарҙағы ҡар һәм боҙ ҡатламын, боҙбармаҡтарҙы таҙартыуға ҙур иғтибар бүлә. Һүрәттә уларҙы эш мәлендә күрәһегеҙ.

Башҡа тарафтарҙа нисектер, ә бына беҙҙең яҡтарҙа быйыл ҡар бик күп булды. Бәғзеләр ҡыш ҡарлы булырға тейеш инде ул, тип һөйөнһә, икенселәр йорт-ҡура тирәләрен, юлдарҙы ҡарҙан таҙарта-таҙарта арманһыҙ булды. Торлаҡ-коммуналь хужалығына ла эштәр етәрлек, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, киңәйтеү һ.б.
Көндәр аномаль йылы тороу сәбәпле биналарҙың ҡыйығында барлыҡҡа килгән ҙур-ҙур боҙбармаҡтар халыҡ өсөн айырыуса хәүеф тыуҙыра. Шуға ла Иҫәнғол ауылындағы күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы һәм ҡыйыҡтарҙағы ҡар һәм боҙ ҡатламын, боҙбармаҡтарҙы таҙартыуға ҙур иғтибар бүлә. Һүрәттә уларҙы эш мәлендә күрәһегеҙ.
Читайте нас