17 мартта Абзан мәктәбендә райондың Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы планы сиктәрендә педагогик хеҙмәт ветераны Байназаров Миҙхәт Зиннәт улының иҫтәлегенә арналған Хәтер кисәһе һәм өлкән йәштәгеләр, уҡыусылар араһында шахмат ярыштары үтте.
Сараға Миҙхәт Байназаровтың замандаштары, атап әйткәндә, райондың почетлы гражданины Марат Түләбаев, педагогик хеҙмәт ветерандары: Бикбау ауылынан – Тимерғәле Исламов, Башҡорт Үргененән – Хөрмәт Фәхретдинов, Үтәғолдан –Зөфәр Хәйбуллин, Иҫәнғолдан – Юлай Аҡбашев саҡырылды. Тәжрибәле шахматсыларҙан тыш, махсус саҡырыу буйынса Яңыбай мәктәбенең һәм ауылының иң оҫта уйынсылары килде. Сөнки был ауылда әүәл-әүәлдән шахмат уйынына иғтибар көслө, мәктәп командаһының республика ярыштарында уңыштары ла бар.