Кисә, Берҙәм юл ҡағиҙәләре көнөндә “Иғтибар, балалар!” республика иҫкәртеү сараһы сиктәрендә, 1-се класс уҡыусылары өсөн “Яҙҙы “ҡағиҙәләр” менән ҡаршыла!” акцияһы үтте.
“Ҡайнар йөрәктәр” отряды ирекмәндәре беренселәр өсөн мәктәп яны юлдары буйлап ҡыҙыҡлы экскурсия ойошторҙо. Улар бәләкәстәрҙе юл знактары, йәйәүлеләрҙең юл аша үтеү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Был сарала ЮХХДИ инспекторҙары ла ҡатнашты. Полицияның өлкән лейтенанты Й. Яубаҫаров балаларға яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙы ҡулланыу мөһимлеге хаҡында һөйләне. Уҡыусылар йәйәүлеләргә иҫкәрмәләр һәм яҡтылыҡты сағылдырыусы беләҙектәр таратты.