БӨГӨН, ҡояш байығас, Бәрәат кисе башлана.
Бәрәәт төнөндә 3 Йәсин уҡыла,1-се: доньяла һәм әхирәттә бәхетле булыу өсөн уҡыла һәм аҙағында Бәрәат доғаһы уҡыла,2-се оҙон ғибәҙәтле ғүмер һорала һәм аҙағында Бәрәат доғаһы уҡыла,3-сө: Йәсин уҡығанда мине, ғаиләмде һәм яҡындарымды ямандан һаҡла һәм ризыҡ муллығын бир тип һорала, шунан тағын Бәрәат доғаһы уҡыла
Аллаһуммә ин күнтә кәтәбтә исмии шәҡыййән фии диүәәниль-әшҡыйәәи фәмхүһү үәктүб фии диүәәнис-сүғәдәә. Үә инкүнтә кәтәбтә исмии сәғиидән фии диүәәнис-сүғәдәәи фәсбүтһү фәиннәкә культә фии китәәбикәль-кәриим. Йәмхуллааһу мәә йәшәәү үәйүсбит үә ғиндәһу уммуль-китәәб
Мәғәнәһе: Йә Аллаһым, әгәр мине бәхетһеҙ итеп, исемемде бәхетһеҙҙәр дәфтәренә яҙған булһаң, уны һөртөп юҡ итһәң ине һәм бәхетлеләр дәфтәренә яҙһаң ине. Әгәр мине бәхетлеләрҙән итеп, исемемде бәхетлеләр дәфтәренә яҙған булһаң, әлеге яҙыуҙы бер ҡасан да юйылмай торған ит. Ысынында, Һин Ҡөръәни-Кәримеңдә: “Аллаһы Тәғәлә нимәне теләһә, ләүһулмәхфуздән шуны һөртөр, юҡ итер, теләгәнен иһә беркетер, һөртөлмәҫ итер”, – тип әйтәһең.