Бәләкәй генә бер ҡалала ире лә, балалары ла, туғандары ла булмаған яңғыҙ ҡатын йәшәгән. Әммә үҙе бик яғымлы һәм йомшаҡ күңелле икән. Шуға ла өйөнән кеше өҙөлмәгән, хужабикә бөтәһен дә яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, матур итеп оҙатып ҡалған.
Бер көндө уға күрше ҡатын инә. Уның ғаиләһе бик ҙур була: ире бар, балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә күп. Әммә үҙе бик моңһоу күренә.
– Миңә бик күңелһеҙ. Балалар үҫеп бөттө, уларҙың үҙ тормошо, ейәндәремдең дә үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары. Беҙ ирем менән икәү генә ҡалдыҡ. Тик арабыҙҙа элекке мөхәббәт ялҡынын тоймайым. Һиңә мине аңлауы бик ауыр. Сөнки ғүмерең буйы яңғыҙ йәшәнең. Үҙемдең уйҙарым, борсолоуҙарым менән уртаҡлашырға башҡа кеше юҡ, шуға һиңә индем, – ти ҡатын.
Яңғыҙ ҡатын бер аҙ уйланып тора ла:
– Ысынлап та, һине аңлауы ауыр, сөнки мин үҙемде бер ваҡытта ла яңғыҙ тойманым. Нисек инде мин яңғыҙ була алам: мине тотош донъя уратып алған. Беҙ бит азат һәм бәхетле булып тыуабыҙ. Ә яңғыҙлыҡты үҙебеҙгә үҙебеҙ тыуҙырабыҙ. Һәр көн бер-беребеҙҙе аңламау арҡаһында иң яҡшы кешеләребеҙҙе юғалтабыҙ, улар менән бергә йәшәһәк тә, үҙебеҙҙе яңғыҙ хис итәбеҙ. Тормош бик матур. Беҙгә ул ҡайһы яҡлап күргебеҙ килһә, шул яҡлап асыла. Һәр кем донъяны үҙенсә күрә. Берәүҙәр ярлы килеш тә бик бәхетле йәшәй, ә кемдеңдер серегән бай булып та бик бәхетһеҙ булыуы ихтимал. Иң мөһиме, күңел байлығы булһын, бай булып ярлы йәшәргә яҙмаһын. Тирә-яғыңа ҡара һәм эргәңдә тотош донъя икәнен күрерһең. Иң мөһиме, уға ҡаршы барырға ғына кәрәк, – ти.
+16 °С
Дождь




