Борон римлеләр үҙҙәренең календарындағы икенсе айҙы, латинса «аперире» (асылыу) һүҙенән алып, «априлис» тип атаған. Ысынлап та, был айҙа бөрөләр асыла.
Боронғо ата-бабаларыбыҙ календары буйынса йылдың беренсе айы - науруз 21 апрелгә ҡәҙәр дауам итә. 22 апрелдән һабан айы башлана.
* Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле булыр.
* Апрелдең алтыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килә.
* Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа -ашлыҡ уңыр.
* Сыйырсыҡ иртә килһә, көндәр йылы булыр.
* Ағастар бөрөләрен аҫтан яра башлаһа, яҙ тиҙ килә.
* 23 апрелдә иртә менән ысыҡ мул төшһә, ҡарабойҙай уңыр.
* Ҡыр ҡаҙҙары бейектән осһа, яҙғы ашлыҡ бик уңыр.
* Апрель аҙаҡтарында йылы ямғырҙар яуһа, игендәр яҡшы булыр.
Иҫкәрмә: һынамыштарҙа көндәр иҫке стилдә бирелә.