Йәмғиәт Общество
5 Апрель 2021, 10:30

АҘНАЛЫҠ ЙОНДОҘНАМӘ

ҠУҘЫҠатын-ҡыҙҙар өсөн: Был аҙнала эшләгән һәм уйлаған уйҙарығыҙ киләсәккә нигеҙ булып ятасаҡ. Тормошоғоҙҙа үҙгәреш индерергә уйлаһағыҙ, төптән уйлап, ете ҡат үлсәгеҙ. Был аҙнала һеҙ башҡалар араһында күренекле һәм алдынғы булырһығыҙ. Ир-аттар өсөн: Эшегеҙҙә коллегаларығыҙ һеҙгә ышанып, ҡайһы бер эштәрҙе тапшырыр. Уларҙың ышанысын аҡларға тырышығыҙ. БУҒА Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Аҙна һеҙҙең өсөн бик әүҙем булмаҡсы. Бик мөһим эштәрегеҙҙе һуңға ҡалдырмағыҙ. Аҙна уртаһына тиклем үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ һәм ғаиләгеҙҙең хәлен белешеп тороғоҙ. Юғиһә күп кенә яңылыҡтарҙан артта ҡалаһығыҙ. Ир-аттар өсөн: Алда уйлаған эштәрегеҙ икенсе кешенең баҫымы аҫтында үҙгәреүе ихтимал. Үҙегеҙҙең теләгегеҙҙә ныҡ тороғоҙ. ИГЕҘӘКТӘРҠатын-ҡыҙҙар өсөн: Аҙнаның беренсе яртыһында эшегеҙ ыраһын өсөн ваҡытығыҙҙы күберәк эш өсөн бүлергә кәрәк булыр. Ир-аттар өсөн: Бар эштәрегеҙҙе лә тамамланғандан һуң яңынан тикшереп сыҡһағыҙ, яҡшы булыр. Аҙна уртаһынан алып мөһим яңылыҡтар һеҙгә файҙа килтерер. Аҙна аҙағында яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килер. Ял көндәре өй эштәре менән үҙегеҙҙе йонсотмағыҙ. (Дауамы сайтта)

ҠУҘЫ
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Был аҙнала эшләгән һәм уйлаған уйҙарығыҙ киләсәккә нигеҙ булып ятасаҡ. Тормошоғоҙҙа үҙгәреш индерергә уйлаһағыҙ, төптән уйлап, ете ҡат үлсәгеҙ. Был аҙнала һеҙ башҡалар араһында күренекле һәм алдынғы булырһығыҙ.
Ир-аттар өсөн: Эшегеҙҙә коллегаларығыҙ һеҙгә ышанып, ҡайһы бер эштәрҙе тапшырыр. Уларҙың ышанысын аҡларға тырышығыҙ.
БУҒА
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Аҙна һеҙҙең өсөн бик әүҙем булмаҡсы. Бик мөһим эштәрегеҙҙе һуңға ҡалдырмағыҙ. Аҙна уртаһына тиклем үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ һәм ғаиләгеҙҙең хәлен белешеп тороғоҙ. Юғиһә күп кенә яңылыҡтарҙан артта ҡалаһығыҙ.
Ир-аттар өсөн: Алда уйлаған эштәрегеҙ икенсе кешенең баҫымы аҫтында үҙгәреүе ихтимал. Үҙегеҙҙең теләгегеҙҙә ныҡ тороғоҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Аҙнаның беренсе яртыһында эшегеҙ ыраһын өсөн ваҡытығыҙҙы күберәк эш өсөн бүлергә кәрәк булыр.
Ир-аттар өсөн: Бар эштәрегеҙҙе лә тамамланғандан һуң яңынан тикшереп сыҡһағыҙ, яҡшы булыр. Аҙна уртаһынан алып мөһим яңылыҡтар һеҙгә файҙа килтерер. Аҙна аҙағында яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килер. Ял көндәре өй эштәре менән үҙегеҙҙе йонсотмағыҙ.
ҠЫҪАЛА
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Әгәр ҙә эштәрегеҙ күпләп йыйылып китһә, тап ошо аҙна уларҙы атҡарып сығырға уңайлы булыр. Юҡһа икенсе аҙнала уларҙы эш итә алмаҫһығыҙ. Шаршамбыла эшегеҙҙә яңы мөһим эш тәҡдим итерҙәр, моғайын, юғалып ҡалмағыҙ.
Ир-аттар өсөн: Был аҙна ла ят кешеләрҙән һаҡланығыҙ, ныҡлап ышанмағыҙ. Аҙна аҙаҡтарында ла яңы мәғлүмәттәрҙән һаҡланығыҙ, улар һеҙҙе сығырығыҙҙан сығарыр.
АРЫҪЛАН
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Арыҫландар өсөн аҙна яҡшы сюрприз әҙерләй. Шуға бик ҡаты пландар ҡормағыҙ, уйламаған юл төшөүе бар һәм көтөлмәгән осрашыуҙар булмаҡсы. Аҙна аҙағы һеҙҙең өсөн иң яҡшыһы булыр. Бик киреләнмәгеҙ.
Ир-аттар өсөн: Аҙнаның беренсе яртыһында аҡса менән эш итә торған ерҙә етди ҡарарға килергә кәрәк булыр. Күп аҡса түгеүҙән һаҡланығыҙ.
ҠЫҘ
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Кемдәр эштәренә ҡаты пландар ҡормаған, шуларға еңел булыр. Сөнки көтөлмәгән сәфәргә сығыуығыҙ йәки алыҫ ара менән әңгәмә тоторһоғоҙ, моғайын. Шаршамбыла яңы эш башлау өсөн уңайлы ваҡыт.
Ир-аттар өсөн: Аҙна башы һүлпән генә барыр, ә бына ялға ҡарай уйланырға тура килер. Килеп тыуған мәсьәләләрҙә бөтә белемегеҙҙе һалырға тырышығыҙ, шул ваҡытта ғына эшегеҙ алға китер.
ҮЛСӘҮ
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Был аҙнала эшегеҙҙә көтөлмәгән үҙгәрештәр килеп сыҡмаҡсы. Шуға күрә бөтә мәғлүмәт менән таныш булығыҙ һәм һәр эшкә лә әҙер булығыҙ. Үҙегеҙҙең генә көсөгөҙгә ышанығыҙ. Һөйгәндәр араһында аңлашыуҙар килеп сығыр.
Ир-аттар өсөн: Был аҙнала башҡаларҙың уңғанлығын күреп өлгөргәнсе, үҙегеҙҙең эшегеҙ менән алдан таныштырып өлгөрөгөҙ. Өлгөр булырға өйрәнегеҙ.
САЯН
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Аҙна ауыр килер. Алда нимә булырын күҙ алламайынса эш башламағыҙ. Килеп тыуған мәсьәләләр тиҙ арала эш итеүҙе талап итер һеҙҙән. Яңы осрашыуҙар һәм мөнәсәбәттәр килеп тыуыуы ихтимал.
Ир-аттар өсөн: Был аҙнала башланған эш киләһе йыл өсөн юл һалыр. Аҙна уртаһынан яңы мөнәсәбәттәр булдырырға тырышығыҙ. Шулай уҡ башҡаларға ла үҙҙәрен күрһәтер өсөн юл бирегеҙ.
УҠСЫ
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Башҡалар эш итә алмаған эштәрҙе һеҙ ҡулығыҙға алһағыҙ, һә тигәнсе эшләп ҡуйырһығыҙ. Башҡаларҙы әйҙәй белеүсе кешеләр өсөн аҙна уңайлы булмаҡсы. Сөнки улар күңелһеҙ күренгән эштәрҙе лә дәрт, дарман менән башҡарырҙар.
Ир-аттар өсөн: Аҙна башында һаҡ булығыҙ, алдарға теләүселәр осрар. Шишәмбенән йомаға тиклем башланған эшегеҙҙе аҙағына тиклем еткерегеҙ.
КӘЗӘМӨГӨҘ
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Элек уйлаған эшегеҙҙең аҙағы килеп етеүен ҡабул итергә әҙерләнегеҙ. Ғаиләгеҙҙә көтмәгән яңылыҡтар ҙа булмаҡсы. Яҡындарығыҙҙың кәйефһеҙ булыуын аңларға тырышығыҙ һәм ярҙам ҡулы һуҙһағыҙ, изге эш булыр.
Ир-аттар өсөн: Башҡа кешенең теләге буйынса ниндәйҙер эшкә ҡушылып китеүегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ һымаҡ. Шуға күрә алһыу күҙлегегеҙҙе сисергә ваҡыт.
ҺЫУҒОЯР
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Был аҙнала иң мөһиме тормоштағы үҙгәрештәрҙән файҙа алып ҡалыу. Булған хәл һеҙҙән генә тормаһа ла, тиҙ арала эште ҡулға төшөрөп алырға кәрәк булыр. Һеҙҙең белемегеҙ башҡалар өсөн бик мөһим һәм кәрәк буласаҡ.
Ир-аттар өсөн: Аҙна башынан тормош һеҙгә яңы мәсьәләләр ҡуйыр. Физик яҡтан бик ныҡ әҙер булығыҙ, уның файҙаһы бына-бына тейергә тора.
БАЛЫҠ
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн: Аҙна башында аҡса менән бәйле эштәр булыр һымаҡ. Башҡа кеше өгөтө менән ҙур әйберҙәр һатып алыуҙан тыйылығыҙ. Яңынан нисек килем алыу тураһында уйлау ҡамасауламаҫ.
Ир-аттар өсөн: Ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы төрлө яҡлап үҫтереү яҡшыға булыр, эшегеҙҙә лә үҙгәрештәр көтөлә. Шул мәлде ҡулланып ҡалығыҙ. Ял көнөн ғаиләгеҙ менән үткәрһәгеҙ, яҡшыға булыр.
Читайте нас