Ул эс ташҡанда, эскә һауа тулғАнда бик ныҡ ярҙам итә. Ашарҙан алда бер нисә төймә күмер эскән кеше бындай проблеманы ғүмер буйы белмәҫ.
Ҡандағы холестеринды кәметә. Ул юғары булһа, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе ҙурая икәнлеген барыһы ла беләлер. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, даими рәүештә активлаштырылған күмер эскән кешегә бындай ҡурҡыныс янамай.
Бөйөрҙөң сәләмәт булыуына тәьҫир итә. Бөйөрҙәр һәр көн 115-140 литр ҡанды таҙарта, тик май, тоҙ, шәкәр, консерванттар ҡулланыу был мөһим органдың эшмәкәрлеген ҡатмарлаштыра, төрлө сирҙәр барлыҡҡа килә. Был ваҡытта ла беҙгә ярҙамға күмер килә ала: ул бөйөрҙө токсиндарҙан таҙартып, уның сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай.