Март айында Үрген урта мәктәбендә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре, биҙәүестәре темаһына бағышлап “Өләсәйем һандығы” тип аталған матур кисә булып үтте. Сараны уҡытыусы Динә Янбаева әҙерләп, алып барҙы. Ауылыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, йәш быуынға еткереүсе хөрмәтле ағинәйҙәребеҙ милли кейемдәр, биҙәүес әйберҙәр тураһында ғына түгел, һандыҡ, бирнә тураһында ла һөйләне, ҡыҙҙарға уларҙың серҙәрен еткерҙе, мөнәжәт әйтте. Гүзәл Аҡсурина – үҙе теккән күлдәк, камзул, Резида Йәмилева яулыҡ һәм уның төрҙәре, ябыныу серҙәре тураһында ентекләп һөйләһә, Рәсимә Аҙнабаева –түшелдерек (селтәр), Илһөйәр Фәхретдинова – ситек, Ғәтифә Ейәнбирҙина әсәһенән иҫтәлеккә ҡалған француз яулығы хаҡында мәғлүмәт бирҙе һәм “Француз яулығы” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Гөлнәзирә Ейәнбирҙина, Таңһылыу Янбаеваның һөйләгәндәренән ҡашмау, алҡа, сулпы, кулон, муйынсаҡ, сылбыр кеүек биҙәүестәр иң мөһим энергетика зоналары булған муйын, йөрәк, күкрәк ауыҙын һаҡлауы, тәндең был өлөшөн биҙәү ҡатын-ҡыҙға ижади һәләттәрен, үҙ-үҙенә ышанысын үҫтерергә һәм булмышын аңларға ярҙам итеүен белдек. Алҡа йәнә өҫкө энергетик үҙәктәрҙе һаҡлай һәм ул ни тиклем матур һәм ҡыҙыҡлы булһа, шул тиклем яҡшыраҡ икән! Оҙон алҡаларҙы йышыраҡ тағырға кәңәш ителде, сөнки улар ҡатын-ҡыҙ энергетикаһын көсәйтә. Лилиә Аҡсурина балдаҡ, беләҙектәр тураһында һөйләне, көмөштән яһалғандары күҙ тейеүҙән һаҡлау көсөнә эйә булыуын әйтте. Беләҙектәр эске көстө кешеләргә биреп, таратып бөтөүҙән һаҡлай. Ҡатын-ҡыҙ тәбиғәте менән яҡындарына үҙенең йылыһын, һөйөүен бирергә, бөтәһен дә хәстәрләргә яратыуын, йыш ҡына арып-талғансы үҙен тотошлай ғаиләһенә бағышлауы, ҡатын-ҡыҙҙың энергияһы уның ҡушҡары һәм ҡулы аша сығыуын, шуға борондан беләҙектәр умыртҡа һөйәге аша үткән энергетик каналды һаҡлап тора тип иҫәпләнеүе һәм улар көн дә таға торған биҙәүес булыуы иҫкә төшөрөлдө.
Шәмсинур Ейәнбирҙина һандыҡтағы иң ҡәҙерле ҡомартҡыһы – елән тураһында һөйләп, уның 100 йылдан артыҡ һаҡланыуын әйтте.
Ағинәйҙәр уҡыусылар менән бергә теккән түшелдеректәрҙе (селтәрҙәрҙе) эшләп бөтөп, мәктәп ҡыҙҙарына бүләк итте. Уҡыусылар инәйҙәренә рәхмәт әйтте, Элиза Сөләймәнова “Өләсәйем һандығы”, Милена Килдебаева “Өләсәйем” шиғырҙары, 5-се класс ҡыҙҙары “Әсәйем, ҡәҙерлем” йыры, Наҙгөл Ҡарабаева “Бөрйән ҡыҙы”бейеүе аша еткерҙе.
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың һаҡлау көсөнә эйә бетеү йөҙөгө булырға тейеш, тип иҫәпләгән боронғолар. Аҫыл таштарҙы эске һиҙемләүҙәргә таянып һайлағыҙ. Магазинда һәр биҙәүесте ҡулға алып, аҫыл таштарын иғтибарлап ҡарап сығығыҙ. Күңелгә ятҡан йөҙөктө бармаҡтан сисергә лә теләмәйһең икән, тап шул һеҙҙең бетеү була ла инде, тип кәңәш бирер булған улар.
Төрлө таҫмалар, яулыҡтар, сәс титәстәре, таждар, ҡыҫтырғыстар ҡатын-ҡыҙҙың аңын һәм инсафлығын һаҡлай. Гүзәл заттың көсө толомонда булыуын хәтерҙә тотоғоҙ!