Йәмғиәт Общество
5 Апреля 2021, 12:47

Тупылдашып тыуып торһон сабыйҙар!

Ҡотлауға беҙ ҙә ҡушылабыҙ!Балалар имен-аман дүрт күҙ араһында үҫһен!Миләүшә ҡыҙым менән Ильшат кейәүемде игеҙәк ҡыҙҙары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ!Иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле тулы ғаилә булып, йәштәргә өлгө, өлкәндәргә изгелекле булып балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә матур ғүмер кисерегеҙ. Беҙҙе бәхетле ҡартай-өләсәй иткәнегеҙгә ҙур рәхмәт

Яҙғы сәскә(Зәйтүнә Түләбаева ижады)
9 мар 2021 в 3:14
Донъяларға тыуған һәр ҡыҙ бала
Әсә булыр өсөн яралған.
Үҙенән һуң дауам ҡалдырырға
Маңлайына уның яҙылған.
Йөклө ҡатын үтһә урамдарҙан,
Йөҙҙәренә бағам һоҡланып.
Киләсәкте ул күтәреп килә
Ипле генә атла, һаҡланып.
Милләтемдең киләсәге һиндә,
Ғорур йөрөт затлы йөгөңдө.
Илен,телен һатмаҫ илһөйәрҙе
Күрһәк ине һинең йөҙөңдә.
Мең ғазаптар аша тыуған сабый,
Шатлығы бул ата-әсәңдең.
Ғорурлығын һаҡла милләтеңдең,
Дан-шөһрәтен Тыуған илеңдең.
Йөклө ҡатын үтһә урамдарҙан
Йөҙҙәренә бағам һаҡланып.
Киләсәкте ул күтәреп килә
Бәхет теләп ҡалам, һоҡланып!
Читайте нас