Йәмғиәт Общество
6 Апреля 2021, 07:25

Барыһы ла - кеше уңайлыҡтары өсөн

Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының атамаһы ла, ҡайһы бер маҡсаттары ла үҙгәреш кисерҙе. Хәҙер ул “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” тип атала. Милли проекттың федераль йүнәлештәге бурыстары артты.

Яңыртылған паспортта ҡаралғанса, хәҙер федераль проекттар һаны алтау. “Федераль магистраль селтәре” һәм “Ҡала агломерацияларында пассажир транспортын модернизациялау” тигән ике проект өҫтәлгән. Һуңғыһында төбәктәргә автобус, трамвай, троллейбус парктарын яңыртыуға булышлыҡ итәсәк.
“Төбәк һәм урындағы юл селтәре” проекты ил субъекттарында ғәмәлгә ашырыла. РФ Эске Эштәр министрлығы “Рәсәй Оборона министрлығының автомобиль юлдары” федераль проектын контролләй.
Читайте нас