Йәмғиәт Общество
6 Апреля 2021, 03:55

Күктән ергә матурлыҡ тыуҙырырға ебәрелгән кеше

..картиналарға ҡарайһың да, ябай ғына күренештәргә лә шундай оло мәғәнә һалып сағылдырыуына иҫең китеп, һоҡланып тораһың. Был кисерештәрҙе күңелдең иң түренә еткерерлек итеп аса белгән һүрәттәрҙең авторы – донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған, тыуған яғына булған оло һөйөүен ғүмере буйы һаҡлаған, оло йәштәге кешелер, тип уйлап ҡуйырға мөмкин. Ләкин, дуҫтарым, яңылышырһығыҙ, сөнки был картиналарҙың ижадсыһы – йәш кенә, төҫкә һөйкөмлө, саф, эскерһеҙ күңелле һәм шул уҡ ваҡытта сая ла, рухлы ла булған башҡорт ҡыҙы булыр. Беҙҙең яҡташыбыҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ, Байыш ауылының ғорурлығы – Ҡансурина Гөлфирә Ғәйфулла ҡыҙы ул.

...картиналарға ҡарайһың да, ябай ғына күренештәргә лә шундай оло мәғәнә һалып сағылдырыуына иҫең китеп, һоҡланып тораһың. Был кисерештәрҙе күңелдең иң түренә еткерерлек итеп аса белгән һүрәттәрҙең авторы – донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған, тыуған яғына булған оло һөйөүен ғүмере буйы һаҡлаған, оло йәштәге кешелер, тип уйлап ҡуйырға мөмкин. Ләкин, дуҫтарым, яңылышырһығыҙ, сөнки был картиналарҙың ижадсыһы – йәш кенә, төҫкә һөйкөмлө, саф, эскерһеҙ күңелле һәм шул уҡ ваҡытта сая ла, рухлы ла булған башҡорт ҡыҙы булыр. Беҙҙең яҡташыбыҙ, өмөтлө киләсәгебеҙ, Байыш ауылының ғорурлығы – Ҡансурина Гөлфирә Ғәйфулла ҡыҙы ул. Уның картиналарында башҡорт халҡының көнкүреше, бай тәбиғәте һәм йәшәйеше, изге иман асылы, тыуған иленә, халҡына оло һөйөү кеүек патриотик рухтағы темалар өҫтөнлөк алған.
Гөлфирә сабый ғына сағынан уҡ һүрәт төшөрөргә ярата.
– Һынлы сәнғәткә булған оҫталығым атайымдан бирелгән булһа, ә ижади эшемдә мине дәртләндергән, ҡанат ҡуйған кешем – ғәзиз әнейем булды, – ти ул үҙе тураһында.
Байыш урта мәктәбендә уҡыған сағында уҡ бихисап республика, район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, алдынғы урындарға дәғүә итә ул. Иң мәртәбәлеләрен генә һанағанда ла, ундан ашыу килеп сыға...
Төркөмдәшебеҙ ФЛҮРӘ КАШБУЛЛИНАНЫҢ һәләтле ҡыҙ - ауылдашы ГӨЛФИРӘ ҠАНСУРИНА тураһындағы мәҡәләһенең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 2 апрель һанында уҡығыҙ.
Әйткәндәй, әле льготалы хаҡ менән "Ейәнсура таңдары"на яҙылырға мөмкин. Форсаттан файҙаланып ҡалығыҙ!
Читайте нас