Йәмғиәт Общество
6 Апреля 2021, 10:35

#Үргендәр

Художниктар кеүек картина яҙмаһалар ҙа, бар эштәрен оҫта рәссамдарса, нескә зауыҡ менән сынъяһау итеп эшләп ҡуйған маһир кешеләр (сигеү, бәйләү, аш-һыу әҙерләү, бешеренеү эшенә оҫталарҙы әйтмәйем дә) күп Үргендә. Балта эше булһынмы, тимерме, хатта техника йүнәтеүгә лә ижади ҡарауҙары менән һоҡландыра улар. Нәҫелдән килгән һәләттәре мәктәптә уҡығанда рәсем, хеҙмәт дәрестәрендә асылып, артабан йәшәү рәүешенә әүерелеп китәлер, моғайын.

Өй эшләүҙең энәһенән ебенә тиклем белгән, ул ғына ла түгел, хәҙер килен һандығы эшләүсе булып танылған Йомабай Сибәғәтов, ябай ғына тимерҙе семәрләп-һырлап, төрлө биҙәктәр һалып ҡапҡалар эшләү буйынса һөнәрмән Илдус Аҡъюлов, балта оҫталары Янбаевтар... Исемлекте әллә күпме дауам итергә булалыр. Әммә һүҙем ошо исемлекте тулыландырыусы Үрген ауылының штукатур-маляр ҡыҙҙары Әлфиә Түләбаева һәм Зөлфирә Ишдәүләтова хаҡында.
Береһе ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, сабып барған атты туҡтатыр, янып торған өйгә лә инер, теле менән дә әүрәтер, аҡылы менән дә арбар ҡатын булһа, икенсеһе – тап киреһе: тәрән йылға тын аға, тигәндәй, шым ғына, йылмайып ҡарай ҙа эшен дауам итеүен белә. Икеһе лә Үрген уңғандары гөлләмәһен тулыландырып, балҡытып ебәрәләр.
- Штукатур, маляр эштәрен яратабыҙ, – тиҙәр улар. – Обой йәбештереп тә ҡуйһаҡ, тигеҙһеҙ, балсыҡ стеналы ауыл өйҙәре “көлөп-йылмайып” ебәргәндәй! Кешеләргә өйҙәрен ремонтлап биреп, шатлыҡ өләшеп кенә ҡалмайбыҙ, үҙебеҙгә кәрәкле “тормош һабаҡтары” ла алып йөрөйбөҙ. Хәйер, ҡыҙҙарҙың үҙҙәренән дә күп нәмәгә өйрәнергә була. Уларҙан “тулҡынлы” стеналарҙы нисек тигеҙләү, обойҙарҙы нисек һайлау һ.б. буйынса оҫталыҡ дәрестәре алырға мөмкин.
Читайте нас