Бер кеше бик һаҡсыл булған, ти. Аҡсаһын гел "ҡара көнгә" тип һалып барған, ти. Гел шулай үҙенән йәлләп, насар кейенеп, насар ашап йәшәгән, ти. Ғаилә лә ҡормаған. Шулай олоғайып та киткән.
Ҡартайҙым инде, аҡсаны бер аҙ тотонайым тип үҙе ғүмер буйы теләп тә ашамай йөрөгән ҡиммәтле ризыҡтар алған - насар туҡланып боҙолған ашҡаҙаны ҡабул итмәгән. Баҙарға барып кейем алайым тиһә, иңкәйгән кәүҙәһенә бер кейем дә килешмәй, ти.
- Ашау - барғанда, кейем - килешкәндә икән, - тигән.
Аңлаған да, тик һуң булған инде. Тиҙҙән "ҡара көнгә" тип ғүмер буйы йыйған аҡсаларын ҡалдырып мәңгелек донъяға күсеп тә киткән, ти.
Ә ғүмере буйы үҙенән дә ҡыҙғанып йыйған аҡсаһы теге донъяға яраймы ни - эт-ҡошҡа киткән.
Шулай, ҡәрҙәштәр, һәр нәмәнең үҙ мәле. Булғанына шөкөр итеп, тормоштоң ҡәҙерен, йәмен һәм тәмен белеп йәшәйек!