Йәмғиәт Общество
9 Апреля 2021, 13:54

Баштарыңа ҡайғы төшһә, һин дә булырһың йырсы...

Шулай тип йырлайҙармы әле? Ә бына Ҡужанаҡ ауылы халҡы үҙҙәренең аһ-зарын шиғыр юлдарына һалған. Һәр ауылдың да ватсапта чаты бар бит инде, ҡужанаҡтар ҙа шундай чаттарында ауылда ағастарҙы ҡырҡыу мәсьәләһен күтәрә. Һәм нисек күтәрә бит әле?! Бер ҙә әр һәм һүгенеү менән түгел, ә һәр кемеһе 1-2-шәр шиғыр юлы менән. Килеп сыҡҡан шиғыр - ысын халыҡ ижады! Ә ауыл халҡының проблемаһы, моғайын, ишетелмәй ҡалмаҫ.Ҡарҙар ирҽй, һыу таша...Ҡужанаҡты һыу баҫа.Баҫма-күперҙәр ашаҠороюлыбыҙ таша. Тулы вариантын сайттан уҡығыҙ.

Шулай тип йырлайҙармы әле? Ә бына Ҡужанаҡ ауылы халҡы үҙҙәренең аһ-зарын шиғыр юлдарына һалған.
Һәр ауылдың да ватсапта чаты бар бит инде, ҡужанаҡтар ҙа шундай чаттарында ауылда ағастарҙы ҡырҡыу мәсьәләһен күтәрә. Һәм нисек күтәрә бит әле?! Бер ҙә әр һәм һүгенеү менән түгел, ә һәр кемеһе 1-2-шәр шиғыр юлы менән. Килеп сыҡҡан шиғыр - ысын халыҡ ижады!
Ә ауыл халҡының проблемаһы, моғайын, ишетелмәй ҡалмаҫ.
Ҡарҙар ирҽй, һыу таша...
Ҡужанаҡты һыу баҫа.
Баҫма-күперҙәр аша
Ҡороюлыбыҙ таша.
Ташһа ташһын Ҡороюл,
Йәйҙәр ҽтһә ҡорой ул.
Ҡорой ул, ҡорой ул...
Ҡорор микән ни Ҡороюл?
Ағастарын ҡырҡып бөтһәк,
Ҡоромаҫтан ҡорой ул...
Ээээххх......
Ағастарын ҡырҡмағыҙ,
Ҡороюлды һаҡлағыҙ!
Ағас ҡырҡылып, һыу ҡороһа,
Бер ни ҡалмаҫ, аңлағыҙ!
Балыҡҡа бай йылғаларҙы
Һаҡлап булырмы икән?
Шишмәләрhеҙ тау-яландар
Көйрәп бөтөрмө икән?
Тирәктәргә ни булған,
Нишләп улар ҡырҡылған?
Илгә килгән яман көсмө
Ҡырҡҡан, йыҡҡан тирәктәрҙе?
Йәлләмәгән, уйламаған
Ни көтөрөн киләсәкте!
Күмәкләшеп ҡаршы сыҡтыҡ.
Ишетерҙәрме беҙҙең тауышты?!
Яуға сыҡты егеттәр,
Һүҙ тотто ҡыҙҙарыбыҙ:
Еребеҙҙе һаҡларбыҙ,
Киләсәкте яҡларбыҙ!
Яман көскә бирешмәйсә
Ҡаршы торорлоҡ көслө беҙ!
Читайте нас