Йәмғиәт Общество
9 Апреля 2021, 11:55

#матбуғат_2021

Тик 15 апрелгә тиклем! Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһында Рәсәй почтаһы редакциялар менән берлектә республика, ҡала һәм район баҫмаларына ташлама яһай!Гәзит-журналдарға өйҙән сыҡмай ғына яҙылыу, шулай уҡ бүләктәр уйнатыу тураһында тулыраҡ сайтта уҡығыҙ.

5 апрелдән 15 апрелгә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы бара. Рәсәй почтаһы редакциялар менән берлектә республика, ҡала һәм район баҫмаларына ташлама яһай.
Почта бүлексәһендә лә гәзит-журналдарға ташлама менән яҙылып була. Бынан тыш, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто үҙ баҫмаларына өйҙән сыҡмайынса, бер нисә минут эсендә яҙылырға тәҡдим итә. Онлайн-подписка сервисы менән rbsmi.ru файҙаланырға мөмкин.
Бының өсөн «Подписка» бүлегендә гәзит йәки журналды (баҫма йә иһә электрон) һайлап, яҙылырға ғына кәрәк. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто республикалағы 145 популяр гәзит-журналды (шул иҫәптән милли телдәрҙәге) берләштерә.
Декада осоронда яҙылыу отошло, сөнки бөтәһенең дә түбән хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә декада осоронда тултырылған подписка квитанциялары редакция конкурстарында ҡатнаша. Һәр яҙылыусы бүләк уйнатыуҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы:
— «Яҙыл һәм от» дөйөм республика конкурсы – «Республика баҫмалары» бүлегенән ике баҫмаға яҙылыу. Бүләктәр – ноутбук, мотоблок, триммер, велосипед, телевизор. Яҙылыусылар араһында бүләктәр 27 июлдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында уйнатыла.
Ҡатнашыу өсөн квитанцияны 15 июлгә тиклем «Яҙыл һәм бүләк от» билдәһе менән 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто, 212-се бүлмә адресына йәки podpiska@rbsmi.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Читайте нас