Хәҙерге көндә күптәр бройлер тауыҡтары аҫырай. Түш итен шул килеш кенә бешерһәң, ҡорораҡ була, яратып бөтмәйҙәр.
Ә был ысул менән бешерелгән кәтлиттәр өйҙәгеләргә хуш килер, тип ышанабыҙ. Самалап 400-500 г тирәһе тауыҡтың түш итен ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ, шуға 2-3 йомортҡа (эрерәк булһа, икәү етә), тәменсә тоҙ, онталған ҡара борос ҡушып, 2-3 өймәләмә аш ҡалағы он, йомшағыраҡ булһын өсөн 1-2 ҡалаҡ майонез, уртаса 1 һуғанды, 2-3 теш һарымһаҡты ваҡлап турап, ҡушып болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны табала ҡыҙған көнбағыш майына ҡалаҡлап һалып, кәтлит формаһы биреп, ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ. Эҫе килеш тә, һыуыҡ килеш тә тәмле була.