Йәмғиәт Общество
11 Апреля 2021, 04:10

Тормош дауам итә (хикәйә)

Әгәр бер-ике йыл элек берәйһе Гөлнурға: ”Һин иҙән йыуыусы булып эшләйәсәкһең”,-тиһә, эсен тотоп көлөр ине, моғайын. Йә иҫәргә һанар ине, аҡылдан шаштыңмы, йәнәһе. Гөлнур, дөрөҫөрәге Гөлнур Вәғизовна, табип- терапевт, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп йөрөй.

Әгәр бер-ике йыл элек берәйһе Гөлнурға: ”Һин иҙән йыуыусы булып эшләйәсәкһең”,-тиһә, эсен тотоп көлөр ине, моғайын. Йә иҫәргә һанар ине, аҡылдан шаштыңмы, йәнәһе. Гөлнур, дөрөҫөрәге Гөлнур Вәғизовна, табип- терапевт, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп йөрөй. Ваҡытлыса. Күршеһе Зилә операция яһатып дауаханала ята, урынында Гөлнур Вәғизовна иҙән йыуа. “Эштең ояты юҡ, беҙҙең илдә һәр һөнәр маҡтаулы. Эш кешене түгел, кеше эште биҙәй.” Бар белгән генә әйтемдәрен иҫкә төшөрөп, үҙен ошо эшкә барырға күндерҙе ул. Ике йыл эшһеҙ ятҡан ваҡытында ниҙәр генә уйламаны, ниҙәр генә кисермәне. Кешеләр иртән эшкә ашыҡҡанда, күмәкләшеп төшкө ялға ҡайтҡан саҡтарҙа бигерәк тә үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй интекте. Бер ҡасан да улай оҙаҡ буш тороп өйрәнмәгән ҡулдарын нимә эшләтергә, ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөҙәне. Ауыл халҡының тормош-көнкүреше барыһының да күҙ алдында: ергә ныҡ баҫып, яҙмышҡа хужа булып, эшең ырағанда ғына арып-талып, әммә ҡәнәғәтлек менән эштән ҡайтырға, урамдан үтергә мөмкин икән. Ә эше юҡтың- ашы юҡ, тигәндә бигерәк тә ас ултырыу хаҡында түгел, ә кешеләрҙең һиңә мөнәсәбәтен, хөрмәтен күҙ уңында тоталарҙыр. Эшһеҙ саҡта урамдан үткәндә нисектер уңайһыҙланып, йәһәт-йәһәт атлайһың, һөйләшкәндә элеккесә баҫым яһап, дөрөҫ дикция –интонация менән хаҡлығыңды раҫлағандай һөйләмәйһең, ә тиҙ генә әйтереңде әйтәһең дә, китеү яғын ҡарайһың. Элекке иғтибар, ихтирам тойолмай кешеләрҙең уға ҡарашында. Бәлки, ысынлап та шулайҙыр: хәҙер ул амбулаторияла эшләмәй, саҡырыуҙарға йөрөмәй, укол һалмай. Кешеләргә уның кәрәге юҡ. Ә, бәлки, бер нәмә лә үҙгәрмәгәндер, бары үҙе генә уйлап сығарғандыр: башҡаларға Гөлнур эшләне ни ҙә, эшләмәне ни. Тик бының менән генә күңелде йыуатып булмай, күңел һәр саҡ уйлана, һиҙҙереп һыҡтай, ғазаплана. Барыһы ла икенсерәк булырға мөмкин ине бит. Гөлнур ҙа үҙ урынында эшләп, эшенән йәм-тәм табып йәшәр ине. Үҙенең дыуамаллығы ғәйеплелер бәлки? Уны бит эштән ҡыуманылар, ҡыҫҡартманылар, үҙе теләп китте. Әммә ошо “китте” һүҙе артында “китергә мәжбүр иттеләр” тигәне ята түгелме? Шулай шул, мәжбүр иттеләр. Хәҙерге заманда кем инде өйҙә эшһеҙ ятҡыһы килһен, етмәһә, ул юғары белемле белгес булһа?
Тамсы тама-тама таш яра, тиҙәр. Был мәҡәлдең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүе хаҡында ғүмерендә лә уйлағаны юҡ ине Гөлнурҙың. Бөгөн ул быға ышана: тамсы ташты тишә. Ниндәй генә ныҡ, ҡаты таш булмаһын, ул уртаға сатнап, сәсрәп китә. Гөлнурҙың да мәңге ҡаҡшамаҫтай ныҡлығы, рухы оятһыҙлыҡтың, хаяһыҙлыҡтың туҡтауһыҙ һөжүменән ҡаҡшап, селпәрәмә килде. Күпме ҡаршы тороп, бирешмәйсә эшләп, йәшәп маташҡан күңеле уға бөгөлөргә рөхсәт бирмәгән йәне, ҡапыл шартлап һынды. Һәр нәмәнең сиге була шул: сабырлыҡтың да, көстөң дә. Ҡайһы аралалыр шул көс уны ташланы, түҙемлеге һынды, йылдар буйы ҡорған рухи ҡәлғәһе емерелде. Юҡ, эшһеҙ ҡалыу ҡурҡытманы уны, ире бар - таянысы булыр, ашһыҙ ҡалмаҫтар. “Донъяла нимә алдында өнһөҙ ҡаласаҡһың? Нимәгә һин яуап бирә алмаясаҡһың?”- тип һораһалар, Гөлнур Вәғизовна һис уйлап тормай:”Битһеҙлек алдында”,- тип яуап бирер ине…
Ә ниңә шулай түбән тәгәрәне әле уның тормош тәгәрмәсе? Ул бит табип булып байтаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итте, участка дауаханаһы ябылғас, фельдшер булып ҡалырға ризалашты. Унан эшһеҙлек, хәҙер йыйыштырыусы. Киреһенсә, өҫкә үрләргә тейеш түгел инеме ни? Ана, күптәр бит санитарка булып хеҙмәт юлын башлай ҙа, уҡырға инә, шәфҡәт туташы, табип, баш табип, хатта һаулыҡ һаҡлау министры баҫҡыстарына тиклем менеп етә. Юҡ, министр креслоһы Гөлнурға кәрәкмәй. Ошо кескәй генә эш кабинетында, бер өҫтәл, ултырғыс, кушетка, ҡул йыуғыс һәм бер шкафтан торған эш кабинетында фельдшер булып хеҙмәт итеүе уға бар маҡтаулы юғары урындарҙан ҡәҙерлерәк. Егерме йылға яҡын ултырған өҫтәленең һәр киртеге, һәр сыйылған-һыҙырылған ере уға таныш, иҫтәлекле. Хәйер, күп ултырырға ла тура килмәне уға был өҫтәл артында. Бер-бер артлы ауырыуҙарҙы ҡабул итә, ауыр хәлдәгеләрҙе, йәш сабыйҙарҙы ҡарарға, йәғни патронажға, өйөнә йүгерә, күрше Истамбәк ауылына саба. Арып, арманһыҙ булып ҡайтып йығылған саҡтарында, “Булырмы икән берәй саҡ бот күтәреп ятыр көн?”- тип хыяллана торғайны. Әллә Алланың “Амин!” тигән сағына тура килдеме, бына ике йылға яҡын ул бер ҡайҙа ла ашыҡмай, үҙе әйтмешләй аяҡ һуҙып ята. Тик былай тик ятыу ҙа ялҡыта икән. Күңелдә бушлыҡ, ҡәнәғәтһеҙлек, бөтмәҫ ғәйеп тойғоһо. Кешеләрҙең генә түгел, үҙендең-үҙеңә мөнәсәбәтең дә үҙгәрә икән. Һин бер кемгә лә кәрәкмәйһең, һин артыҡ. Ошо кәрәкмәгәнлек тойғоһо бигерәк йәнен үртәй ҡатындың.
Насар эшләмәне Гөлнур Вәғиз ҡыҙы, бар һәләтен ҡулланып, бар күңелен биреп башланы ул хеҙмәт юлын. Ул саҡта бөтөн кешенең дә эше бар, аҡсаһы бар, һауынсы менән механизаторҙың, малсы менән көтөүсенең иң хөрмәтле ваҡыты ине. Яңы институт тамамлап, эшкә килгән терапевты райондың баш табибы бик
шатланып ҡабул итте. Үҙенең тыуған аулында өр-яңы участка дауалау амбулаторияһы асылырға тора икән. Шунда ҡоҙаланы йәш белгесте. Әлбиттә, райүҙәктә эшләргә уйлап килгән Гөлнурҙы бер аҙ аптыратһа ла, был тәҡдимдән баш тартманы. Етмәһә, ауылдаш егеткә кейәүгә сығырға әҙерләнеп йөрөй ине. Буласаҡ ире Айрат: “Хоҙай үҙе һинең өсөн һалдыртҡан был амбулаторияны”,- тип бигерәк ҡыуанды инде ауылда ҡалыуҙарына. Үҙҙәре ремонтлап, эшен бөтөрөп, ҙур яҡты бинала эш башланы Гөлнур Вәғизовна. Унан башҡа процедура кабинетында шәфҡәт туташы, акушерка, физкабинетта фельдшер, санитарка һәм “Тиҙ ярҙам” машинаһы шоферы алтаулап эш башланылар. Эй, күңелле саҡтар булған бит! Бергәләп аңлашып эшләнеләр ҙә, байрамдарҙа күмәкләп гөрләшеп, ял итә лә белделәр: ҡырға сыҡтылар, балыҡтан уха бешерҙеләр, һыу төштөләр, төрлө ярыштар үткәрҙеләр. Гелән шулай булыр төҫлө ине. Көтмәгәндә ҡыҫҡартыуҙар башланды, алты кешенән торған коллективта өсәү генә тороп ҡалды. Табип ставкаһы ҡыҫҡартылғас, фельдшер эшенә күнде Гөлнур Вәғизовна. “Тиҙ ярҙам” машинаһына физиотерапия кабинеты бөтөн йыһазы менән тейәп алып кителде, ҡайҙа иткәндәрҙер, кем белһен. Водитель, акушерка, физкабинет хужабикәһе ҡыҫҡартыуға эләкте. Ҙур, заманса бинаның бер мөйөшөн генә медпунктҡа ҡалдырып, ҡалғанын шәхси эшҡыуарҙарға һатыу нөктәһе итеп бирҙеләр. Күнегелгән коллективтан тороп ҡалыу ҡыйынлығын эш менән баҫты Гөлнур. Ярҙамсыһы – процедура кабинеты шәфҡәт туташы, тәжрибәле, өлкәнәйеп барған Тәнзилә апай менән килешеп кенә бер һүҙле генә булып эшлә лә һуң. Үҙен әллә нисек тота башланы уныһы. Табип сағында Гөлнур Вәғизовна, тип күҙенә генә ҡарап торған кеше, ябай фельдшерға баш эйергә теләмәне, ахыры. Исемен дә Вәғизовнаһын төшөрөп, Гөлнурға ҡалдырҙы, йылмайып ҡына торған күҙҙәре уҫалланды, эшкә илке-һалҡы йөрөй башланы. Быға әллә ни иғтибар итмәне Гөлнур, үҙе ҡыҫҡартыуға эләкмәүенә һөйөнөп кенә йөрөһә ни була, тип уйланы ла онотто. Әллә ни яҡынлашмай ҙа, тәмһеҙләшмәй ҙә эшлекле мөнәсәбәттә генә дауам итте уларҙың хеҙмәттәшлеге.
Ә күңелһеҙлектән ниҙән башланды һуң?
… Бер көн эшкә район дауаханаһының баш табибы шылтыратты. Иҫәнләшеүенең үтә ҡоролоғонан уның кәйефе юҡлығы һиҙелеп ҡалды.
- Ни эш бөтөрәһегеҙ унда, Гөлнур Вәғизовна? – тип ҡырт ҡына һораны.
- Әлләсе, көндәлек эш инде, дауалайбыҙ,- тине Гөлнур тыныс ҡына.
- Дауаламайһығыҙ икән шул. Бында һеҙҙең өҫтән ялыу бар. Эшкә һуңлап йөрөйһөгөҙ, төштән һуң ҡайһы саҡ бөтөнләй медпунктҡа килмәйһегеҙ икән.
- Ғәфү итегеҙ, ә кем яҙған һуң?- Гөлнур тауышының ҡалтырауын һиҙҙермәҫкә тырышты.
- Кемлеге мөһим түгел, ә сигнал мөһим. Дөрөҫмө шул хәбәр?
- Юҡ, мин был һүҙҙәр менән килешмәйем. Эшкә һуңлағаным юҡ. Бәлки бер - ике тапҡыр…
- -Ана шул бер-икенән башлана ла инде.
- Тыңлап бөтмәнегеҙ. Мин эшкә килгәндә юлда осрап, “вызов”ҡа саҡырған ергә барырға тура килгеләне. Беренсе ярҙам күрһәтмәйенсә, эшкә китә алмайым да инде.
- Шылтыратып иҫкәртергә мөмкиндер бит? Ярай, кешеләр менән һөйләшербеҙ, тикшерербеҙ. Шулай ҙа бынан ары, Гөлнур Вәғизовна, эшкә ваҡытында килегеҙ, ваҡытында ҡайтығыҙ. Кеше теленә инеп, өҫтөгөҙгә яла алып йөрөмәгеҙ.
… Баш табип менән һөйләшеү шаңҡытҡайны Гөлнурҙы, әммә был күренмәйсә иғлан ителгән һуғыштың башы ғына икәнлеге ике ятып бер төшөнә инһәсе. Кем ялыу яҙыуы мөмкин? Ауылдаштарын яҡшы белә, һәммә “вызов”ҡа бара, ҡулынан килгән ярҙамын күрһәтә, бик ауыр осраҡта ҡайҙан да булһа машина табып, район дауаханаһына оҙатып ҡуя. Эшкә сыҡмай ҡалғаны юҡ, хатта көнөн генә түгел, ете төн уртаһында ауылдың бер осонан икенсеһенә ярҙамға йүгерә. Ҡар-буран, ямғыр-фәлән, үҙем сырхайым, балам өйҙә яңғыҙы тип тормай, ҡараңғы төндө йырып, саҡырылған ергә барып етә. Кемдең юлына арҡыры төштө һуң? Рәхмәттәренә ҡушып, доғаларын уҡып китеүсе әбей-бабайҙарҙың эше түгелдер. Ҡыҫҡартыуға эләккән фельдшер йә акушер тиер ине, улары ҡалаға эшкә сығып китте, китеүҙәренә һис тә үкенмәй, матур итеп эшләп йөрөйҙәр. Кем уның баҡсаһына таш ата, ни өсөн?
Икенсе юлы уларҙы ауыл советы сессияһында ҡыҙған табаға баҫтырҙылар. Тәүге һорауҙар ҡаралып бөткәс, өсөнсө һорау “Амбулаторияның эше” тип иғлан итте башлыҡ. Ул уратып-суратып торманы, хәлдәрен-проблемаларын һорашманы. Ҡулындағы конвертты елпеп-елпеп, тантаналы иғлан итте:
-Амбулатория хеҙмәткәрҙәренә, атап әйткәндә Гөлнур Вәғизовнаға ялыу яҙғандар. Кисә сессияла баш табип урында тикшерергә, сара күрергә ҡушып биреп ҡайтарҙы. “Башланды,- тип көрһөндө эстән Гөлнур, тағы ла бер балыҡ башы. Был юлы нимәгә зарландылар икән? Эшкә һуңлағаным юҡ, вызовты, тәүге ярҙамды, прививкаларҙы ҡалдырмайым. Әллә кеше тырышып эшләгән һайын, насарыраҡ күренәме? Ана, уның коллегаһы Тәнзилә апай илке-һалҡы, теләр-теләмәҫ кенә йөрөһә лә, бер кем күрмәй, өҫтөнән ялыу яҙмай…”.
Уйҙарына бирелеп, ялыу хатының башын ишетмәй ҡалған икән. “Иремә уколды дөрөҫ һалмаған, венанан ситкә ебәргән һәм ҡулы әҙәм ҡарағыһыҙ булып шешеп китте. Урамда күреп, шул хаҡта әйттем һәм өйгә килеп, иремдең ҡулын ҡарарға, перевязка яһарға саҡырҙым. Әммә Гөлнур Вәғизовна өйгә килеүҙән баш тартты. Иремдең хәле менән ҡыҙыҡһынманы.”
Кабинетта тынлыҡ. Бер кем дә башлап һүҙ әйтергә ҡыймай. Гөлнур тап шундай киҫкен мәлдә үҙе лә һиҙмәҫтән йылмайырға күнеккән. Әллә мәғәнәһеҙ кеше тикшереүгә, әрләшеүгә “һаҡлаусы реакцияһы” эшләй башлаймы? Әле лә ирен сите менән көлөмһөрәне. Уның һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултырған икән ялыусы ҡатын, һикереп торҙо.
-Ана, күрәһегеҙме, көлөп ултыра. Кешене инвалид яһауы уға көлкө инде. Беҙ, бахыр, уҡымаған ауылдыҡыларҙы кем эшкә һанаһын, үлеп ятһа ла иҫе китмәҫ.
Ауыл хакимиәте башлығы Гөлнурға төбәлде - ни әйтер? Тик Гөлнур урынынан ҡуҙғалманы.
-Гөлнур Вәғизовна, һеҙгә һүҙ бирәбеҙ. Ысынлап та булдымы шундай хәл? Ни өсөн улай килеп сыҡты? Ҙурға ебәрмәй, үҙ - ара килешеп булмай инеме ни?
Гөлнур теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡалҡынды.
-Беренсенән, хөрмәтле башлыҡ, бындай хатты сессияға сығармаҫҡа кәрәк ине. Барыбыҙ ҙа эш кешеләре, күпме кешене эштән айырып, ялыу тикшереп ултырыуы килешмәй. Мине һәм ялыу авторын ғына саҡыртып һөйләшеп тә хәл итергә мөмкин түгелме?.
-Шулаймы ни? – Баяғы ҡатын тағы һикереп торҙо.- Ә-ә, оялаһыңмы? Кеше алдында маҡталып ҡына, башыңды юғары тотоп өйрәнгән кешегә, әрләнеп тороуы ояттыр. Ә һин ҡылған ҡылығыңа яуап бир. Юрамал ҡулһыҙ ҡалдырырға уйланыңмы минең ирҙе?!
Бындай уҡ хаяһыҙлыҡты көтмәгән Гөлнур бер аҙға юғалып ҡалды.
-Мин бындай тонда һөйләшергә, түбәнселеккә төшөргә теләмәйем,- тине ултырған еренән генә.
-Әлбиттә, баҫып тороп яуап бирергә ҡурҡаһың. Фәлән Фәләнович, - тип өндәште ул башлыҡҡа,- Беҙҙә ундай тәрбиәһеҙ, белемһеҙ кеше фельдшер булып эшләргә
тейеш түгел. Беҙҙең һәм балаларыбыҙҙың ғүмере өсөн ундай яуапһыҙ кеше нисек яуап бирһен?! Беҙ уға ышанмайбыҙ!
Инде быныһын Гөлнур яуапһыҙ ҡалдыра алманы. Сүп өҫтөнә сүп өйә башланы, башынан аша күмеп ҡуймаҫ тимә.
- Хөрмәтле ауылдаштар, минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ. Эйе, ысынлап та булды ундай хәл. Ире, оҙаҡ эсеүҙән интоксикацияланып, йәғни ағыуланып, башын күтәрә алмай ауырып ятҡанда, беҙ уға ярҙам күрһәттек. Ныҡ ауырый ине, урынында ултырып та түҙә алмай, тәгәрәп йөрөй тиһәң дә була. Венаһына укол ҡаҙағанда ла тик кенә ултырмай ҡуҙғалып, энәне шылдырҙы һәм, бер аҙ дарыу ситкә китте. Эйе, ирҙең ҡулы саҡ ҡына шеште, әммә уның бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Һәр хәлдә бындай ғына яңылышлыҡтар һәр табип йә шәфҡәт туташы менән булырға мөмкин,- Гөлнур Вәғизовна бар түҙемлеген йыйып, яйлап ҡына әйтте быларҙы.
-Ә һин башҡаларҙы ҡыҫтырма, бында һине тикшерәбеҙ. Һәр беребеҙҙе шулай яңылыш дауалаһаң, беҙгә һинең хәжәтең юҡ. Эшһеҙ ятҡан медиктар ауыл тулы.
Ҡатындың яһиллығы сигенә сыҡты. Бында күпме депутат ултыра, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, колхозсылар. Һәр береһенең дә дауаланғаны, ярҙамға саҡырғаны булды. Хәҙер береһе был иҫәрҙең ауыҙын ябыр. Бер яңылышлыҡ ҡаршыһында уның күпме изгелеге тора! Һәр береһенең тиерлек сирле балаларының янында төн йоҡоһон ҡалдырып ултырғаны бар ҙа баһа. Кемеһелер башлаһа, яу булып яҡлап сығырҙар, тип өмөтләнде Гөлнур. Ләкин бер кем дә өндәшмәне, баштарын баҫып тик ултырҙылар.
-Мине пациенттарым көтә, - Гөлнур тамағына тығылған төйөрҙө ары шылдырырға маташып, башлыҡ кабинетынан сығып китте. Ялыусының:
-Күрҙегеҙме, берегеҙҙе лә эшкә һанамай,- тип сарбайлаған тауыш ишеккә ҡаҡлығып ҡалды.
“Ит изгелек- көт яуызлыҡ, тигәндәре ошолор, ахыры. Башҡаса был ҡатынға ярҙам һорап саҡырһа ла бармайым. Ана, маҡтаған Тәнзилә апайҙары йөрөһөн. Мин ялҡау, эш мәнеһе белмәйем, кабинетта ҡағыҙ тултырып тик ултырырмын. Теге тапҡыр ялыу яҙған кеше лә ошо ҡатынмы әллә? Ни зыяным тейҙе икән? Ҡасан мин уның юлын ҡыйҙым? Хатта һөйләшкән, аралашҡан кешем дә түгел бит әле. Хәйер, бигерәк яуыз, ғәйбәтсе, алама тип ишеткәне бар ине, үҙе менән күрешмәгәс, уның хаҡында бер ҡасан да насар уйламаны. Бына, кешене белер өсөн бер бот тоҙ ашарға кәрәк, тигән булалар, бер осрашыу ҙа етә икән дә баһа. Ундайҙар менән һағыраҡ булыуың хәйерле”.
“Ни өсөн үсләшә был ҡатын?” Ошо уй тынғылыҡ бирмәне Гөлнурға. Өйгә ҡайтҡас та, тамаҡ әҙерләһенме, балаларының дәрестәрен ҡараштырһынмы, мейеһен быраулаған һорауҙарҙан арына алманы. Ире лә һиҙҙе ҡатынының халәтен. Йоҡларға ятҡас, Гөлнурҙың башын беләктәренә һалып, сәстәренән үпте.
-Йә, һөйлә, нимә борсой, ниңә минең кәләшкәйемдең кәйефе юҡ? -Үҙе менән булған бөтөн нәмәне иренә һөйләй торған ғәҙәте юҡ Гөлнурҙың, эштәге проблемаларҙы өйөнә алып ҡатҡыһы килмәй. Өй - уның өсөн тыныслыҡ, шатлыҡ утрауы, рухи ҡәлғәһе. Шулай ҙа ҡай саҡ Айраты менән һөйләшһә, уйҙары менән, икеләнеүҙәре менән уртаҡлашһа, һорауҙарына яуап таба, күңеле лә урынына ултыра торған. Бөгөн дә ҡыҫҡаса ғына хәлен һөйләне, үҙенә тынғы бирмәгән һорауҙы иренә бирҙе.
- Ни өсөн? Ниндәй насарлығым тейҙе минең?
Ире Айрат саҡ ҡына уйланғандай итте. Нимә әйтергә белмәйме, әллә әйтергә теләп тә ҡыймаймы? Гөлнур башын бороп уның күҙҙәренә ҡараны. Ире икеләнгәндәй иренен тешләп, ситкә ҡарап ята бирҙе лә, ҡатынының иңбашынан һөйөп ҡуйҙы.
- Аптырама, һинән түгел, минән үс ала ул.
Гөлнур ҡымшанманы ла:
- Йыуатма. Һинең уға ниндәй ҡатнашың бар?
- Әле юҡ та. Элек… Һинең менән дуҫлаша башлағанға тиклем үк мин уның менән аҙыраҡ осрашҡылағайным.
Гөлнур тороп ултырҙы:
- Айрат! Бына ошо урындан ентекләберәк һөйлә әле. Нисәмә йыл йәшәп, беҙҙең шкафта һөлдә торғанын шәйләмәгәнмен дә!
ЗӨЛФИРӘ ҠАҘАҠБАЕВА.
Хикәйәнең дауамын кис 22:05-тә уҡығыҙ!
Читайте нас