Йәмғиәт Общество
11 Апрель 2021, 17:05

Тормош дауам итә (Хикәйәнең аҙағы)

Ҡатынының ярым шаяртып һөйләшеүен, асыуланмауын күреп, Айрат йәшермәй йәшлек йүләрлеге хаҡында һөйләп ташланы.

Ҡатынының ярым шаяртып һөйләшеүен, асыуланмауын күреп, Айрат йәшермәй йәшлек йүләрлеге хаҡында һөйләп ташланы. Ниндәйҙер байрамда, баяғы ҡатындың, ул ваҡытта йәш кенә ҡыҙҙың, ауылында йәштәр менән бергә булғандар ҙа, бер ни уйламай Айрат уны өйөнә оҙатып ҡуйған. Ике-өс көн үтеүгә, тегеһе Айрат эштән ҡайтыуға өйөндә көтә, имеш. Айрат аптырап киткән, ә теге ҡыҙ уның әсәһе менән дуҫлашып та алған. Өй эшендә ярҙамлашып, һин дә мин үҙ кешеләй йөрөп ята. Айрат кискә ҡыҙҙы мотоцикл менән ауылына алып барып ҡуйған. Унан һуң да бер нисә килеп киткеләгән әле теге. Әсәһенә был тәтелдәк оҡшап ҡалған, килен итәм, тип ысҡындырған. Ҡыҙ ҡыуанып киткән. Әммә йөрәгендә уға ҡарата хисе булмағас, Айрат уның менән һөйләшкән дә, башҡаса килеп йөрөмәүен үтенгән. Шунан үсләшеп киткән теге йәбешкәк. Төрлө имеш- мимеш таратҡан, йәнәһе бергә төн үткәргәндәр, фәлән дә төгән. Үҙҙәренең ауылына кейәүгә сығып, тынсып йәшәп киткән булған, тик бына уларҙың ауылына күсеп килгәс, Айратты күргән һайын төрттөрөп, теләһә ни һөйләп йәнен ҡыя, имеш. Йәнәһе, Айрат арҡаһында бер эскесегә кейәүгә сығып, әрәм булған икән. Үҙен генә әрләр-әрләр ҙә тынсыр әле, тип уйлап ҡатынына әйтмәгән Айрат. Әммә бының менән генә ҡуймаясаҡ икән яһил ҡатын. “Мин дә һинең тормошоңдо емерәсәкмен. Минең ише һин дә бәхетһеҙ бул. Ышандырып йөрөп –йөрөп ташланың. Һинән ҡалғанды кем алһын, ошо эскесенән башҡа?!” –тигән. Әллә егеттәр менән шул ҡәҙәр күп йөрөп, кемеһе менән ҡунғанын да онотҡан, әллә бәхетһеҙ тормошо өсөн кемде ғәйепләргә белмәй яфалана.
Был төндө оҙаҡ һөйләштеп ятты ир менән ҡатын. Айратын бер ниҙә лә ғәйепләмәй Гөлнур: йөрөһә лә йөрөгәндер, йәш саҡта кем кемгә ғишыҡ тотмаған? Тик шул рәүешле үс алыуҙы ғына аңлап етмәй. Эскән ир менә йәшәү, әлбиттә, бер кемде лә бәхетле итмәҫ. Әммә уның өсөн кемдәндер ғәйеп эҙләү, үсләшеү, тәмһеҙләшеү-йәмһеҙләшеү кәрәкме ни? Алама тормошоңдо нимә менәндер биҙәргә, йәмләргә тырышыу артыҡ түгелме? Эй, әҙәм балаһының алаһы ла, ҡолаһы ла бар, һәммәһе бер төрлө генә уйламай шул. Бәлки ошолай кешене кәмһетеүҙән, түбәнһетеүҙән үҙенә йәм, күңеленә тыныслыҡ табалыр. Тормошта үҙ урынын тапмаған, үҙен раҫлай алмаған әҙәмдәр ошолай йәшәүҙән йыуаныс таба, башҡаларҙы таплап, тапап, күңелен күтәрә торғандыр, моғайын…
Ҡатындың үсләшеүенең серен белгәс, нисектер тынысланды Гөлнур, хатта бәхетһеҙ ҡатынды йәлләп, ҡулынан килгәнсе хәленә инергә, һөйөнөсһөҙ тормошонда ярҙамсы, кәңәшсе булырға кәрәк тип үҙенә нығытып та ҡуйҙы. Тыныс ҡына эшләп, бер нисә көн үтеүгә, ахмайылға төшөп баяғы “көндәше” килеп инде.
- Балам, балам үлде! Һин генә ҡарғағанһың, иремде үлтерә алмағас, балама көсөң етте инде, убыр, сихырсы!- тип амбулатория тупһаһынан илай-илай ҡысҡыра башланы.
- Тәнзилә апай, әйҙә, икәүләп йүгерҙек! Бәлки, терелер, ҡотҡарып өлгөрөрбөҙ!-
Гөлнур йәһәт кенә “тиҙ ярҙам” сумаҙанын эләктерҙе лә, ҡатынды көтөп тә тормай, “көндәше”нең артабанғы ҡарғышын ишетмәй ҙә, уның өйөнә табан йүгерҙе. Һөйләнә-ҡарғана артынан эйәргән ҡатын менән Тәнзилә апайға иғтибар ҙа итмәне. Тиҙерәк, ҡотҡарып өлгөрөргә! Юҡ, ҡатындың үс алыуынан, судҡа биреүенән, эштән ебәреүҙәренән ҡурҡмай ул, бары бала ғына тере ҡалһын. Әсә-атаһы ниндәй генә булмаһын, ҡыҙыҡай тере ҡалырға тейеш. Эйәртенешеп өйгә килеп инделәр. Өйҙә ярым ҡараңғы, бола. Түр яҡта карауат өҫтөндә ете – һигеҙ йәштәрҙәге ҡыҙыҡай һуҙылған. Ятыуы ысынлап та үлгән кешенекенә оҡшаған. Гөлнур Вәғиз ҡыҙы ҡулын йыуырға ла онотоп балаға ынтылды, тиҙ генә муйынынан пульсын һәрмәне. Аллаға шөкөр, йөрәк тибә. Яй ғына, һиҙелер-һиҙелмәҫ, әммә тибә. Табип тынысланды, баланың эргәһенә ултырҙы. Ҡан баҫымын үлсәне.
-Эпилепсия түгелме икән? – Ул һораулы ҡарашын Тәнзилә апайға төбәне, уныһы яурын һикертеп, ҡыҙ эргәһенә сүгәләне, пульсын ҡапшаны.
- Ҡасандан иҫтән яҙҙы? Нисек булды? Ҡолап киттеме? Әллә берәй нәмәгә бәрелдеме? – тип ҡатынды һорауҙарға күмеп ташланы Гөлнур.
- Әллә, ваҡытын кем белгән. “Әсәй, миңә ҡыйын”,- тине лә, күҙҙәрен йомдо ла ҡуйҙы. Балам үлде, тип күтәреп тик йөрөнөм. Бәлки, күҙен асыр тиһәм, асмай. Шунан һеҙгә йүгерҙем. Тереме? - Ҡатын Гөлнур Вәғиз ҡыҙына текәлде. Аптырарлыҡ, әммә уның күҙендә ҡайғы, юғалып ҡалыу түгел, ә бөткөһөҙ нәфрәт ине. – Үлеп кенә ҡараһын, үлтереп кенә ҡарағыҙ, башығыҙҙы төрмәлә серетермен. Иремдең башына етә алмағас, балама көсөң еттеме?!
Гөлнур алйый башлаған ҡатындың һүҙҙәренә иғтибар итмәне, ҡыҙҙың башын ситкә бороп, теленә балғалаҡ ҡыҫтырҙы, венаһына укол ҡаҙаны.
-Тиҙ генә машина табығыҙ, район дауаханаһына илтәбеҙ, - тип ҡушты ул аптыранып торған Тәнзилә апай менән һаман да әрләүен- битәрләүен ҡуймаған әсәгә.
… Бәхеткә күрә, ҡыҙсыҡ имен ҡалды, ярҙам иткәне, ҡотҡарғаны өсөн ҡыуанып бөтә алманы Гөлнур. Инде ҡатындың үсе бөтөр, уны ла, Айратты ла ғәфү итер, тынсыр тип өмөтләнде. Бала һаулығы, бала шатлығы күңелендәге нәфрәтте иретер, йомшартыр тип өмөтләнде. Эй, бер ҡатлылыҡ! Кеше күңеле - ҡара урман икәнен һаман аңламай шул Гөлнур Вәғизовна.
… Район үҙәгендә табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн кәңәшмәләр, семинарҙар йыш үткәрелә. Медицина алға бара, һәр яңылыҡты, һәр барлыҡҡа килгән нормативтар, дарыу-уколдар, яңы ысулдар хаҡында һөйләшәләр, йәш белгестәрҙе өйрәтәләр. тәжрибә уртаҡлашалар. Шуға күрә семинарҙы һәр саҡ көтөп алалар: бер-береһен күреп, аралашып, күп нәмәгә өйрәнеп ҡайталар. Йыш ҡын баш табип, йә начмед семинар һуңында уңышлы эшләгәндәргә рәхмәт әйтә, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшыра. Берәй өлкән коллегаларының юбилейы булһа, кәңәшмәнең аҙағы банкет менән тамамлана. Ә бөгөн көтөлмәгәнсә тамамланды был сираттағы семинар...
Үҙҙәренең исемен ишетеүгә, эргәһендәге коллегаһы менән шым ғына һөйләшеп ултырған Гөлнур тертләп китте.
-Һеҙгә әйтәм, Гөлнур Вәғизовна. Рәхим итеп эшегеҙ, коллегагыҙ Тәнзилә Мөлөкөвна хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп китегеҙ әле.
Бындай сығышты көтмәгән Гөлнур, бер мәлгә генә фекерен төйнәне лә, һүҙ башланы. Эштә үҙ-ара нисек кенә булмаһын, ул себендән фил яһай торған кеше түгел. Аңлашылмаусанлыҡ булһа, икәүләп хәл итәләр, эште ҙурға ебәрмәйҙәр, шуға күрә ул өлкән коллегаһын тик яҡшы яҡтан маҡтап телгә алды.
- Тәнзилә Мөлөковна бик принципиаль кеше, пунктуаль. Эшкә ваҡытында килә, бер ҡасан да бушҡа һорап, ҡайҙалыр барып, эш ҡалдырып йөрөмәй. Миңә эш буйынсамы, вызовҡамы китергә кәрәк икән, ул ауырыуҙарҙы ла ҡабул итә, тәүге ярҙам кәрәкһә, ярҙам күрһәтә. Фельдшер юҡ, тип бороп сығармай. Насарлап бер ни ҙә әйтә алмайым.
- Рәхмәт, Гөлнур Вәғизовна. Бик объектив баһа бирҙегеҙ. Ысынлап та Тәнзилә Мөлөкөвна беҙҙә утыҙ йылдан ашыу эшләй, бер ҡасан да шелтә алғаны юҡ. Уның хаҡлы ялға киткәнсе матур итеп эшләп бөтөүен теләйбеҙ.
- Ә хәҙер, Тәнзилә Мөлөковна, һеҙ коллегагыҙға ниндәй баһа бирер инегеҙ? Бына беҙҙә бер ҡосаҡ ялыу. Бөтөнөһөндә лә Гөлнур Вәғизовнаны телгә алғандар. Ауырыуҙарға иғтибарһыҙ, тупаҫ мөғәмәлә итә, саҡырған ваҡытта өйгә килмәй, хатта эшкә эсеп, һуҡмыш килгән ваҡыттары ла була икән. Ошолар хаҡында ни әйтерһегеҙ, Тәнзилә Мөлөковна?
Тәнзилә апай ыҡ-мыҡ итте, бите бурҙаттай ҡыҙарҙы. Төптө ялғанды, нахаҡты ишеткәс, ғәҙәттәгесә, Гөлнурҙың көлкөһө килде. Ниндәй эсеү! Хәҙер Тәнзилә апай инҡар итеп, дөрөҫөн әйтер, барыһы ла шарҡылдап көлөр ҙә, ошоноң менән аңлашылмаусанлыҡ бөтөр. Бер ағай килгәндә укол ҡаҙап тора ине Гөлнур, әйләнәм тип, спиртлы шешәне ҡолатып ебәрҙе. Саҡ ҡына түгелде инде, ә еҫ таралды.
-О, араҡы еҫе сыға, әллә байрам итәһегеҙме? - тип шаяртҡайны теге ир.
- Байрам, беҙҙә ни көн дә байрам, спирт эргәлә,- тип бер ни уйламай яуаплағайны Гөлнур. Шул ваҡиғаны кемдер күпертеп, килтереп еткерер тип кем уйлаған?!
- Нимә әйтәйем мин, барыһын да үҙегеҙ әйтеп бирҙегеҙ, хаттарҙа бөтөнөһө лә яҙылған, - тине лә Тәнзилә апай тиҙерәк аҡ халатлы иптәштәре артына боҫто.
“Нисек инде яҙылған? Тимәк, бөтәһе лә дөрөҫ булып сығамы? Хатта һуҡмыш килеүем дә ысынмы?!” Гөлнур саҡ ҡысҡырып ебәрмәй, Тәнзилә апайҙың күҙҙәренә тура ҡарарға тырышты. Тик тегеһе күтәрелеп ҡараманы.
- Был ялған!- Гөлнур Вәғизовна тыныслығын һыпырып ташлағандай, ярһып китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды.- Кешенән күпме көлөргә була? Ялыуҙың бер һүҙе лә дөрөҫ түгел! Ни өсөн һәр ваҡыт ошаҡсының һүҙе дөрөҫкә сыға, ә бар күңелен һалып эшләгән кешенең эше күренмәй?! Ә рәхмәт һүҙҙәре юҡмы ни? “Тәҡдимдәр һәм ялыуҙар кенәгәһе”н ҡарағыҙ әле, унда күпме кешенең рәхмәт һүҙҙәре теркәлгән!
Гөлнурҙың һүҙен ҡеүәтләп, бер нисә танышы урындарынан ғына реплика ташланы:
- Гөлнур Вәғизрвнаға һүҙ тейҙерерлек түгел, бик тырыша, булмағанды булдыра.
- Ниңә кешенән көлөргә? Бына тигән эшләй.
- Беҙ уның нисек эшләүен электән беләбеҙ.
Коллегаларың ҡеүәтләүе Гөлнурға көс бирҙе:
- Иптәш баш табип, ә шул ялыу яҙғандарҙың исем-шәрифтәрен әйтә алмаҫһығыҙмы? Минең уйымса, уны тик бер генә кеше яҙған. Бәлки, бөтөнләй анонимдыр. Йә уйлап сығарылған фамилия ҡуйғандыр.
- Юҡ, бер генә фамилия түгел, һәм мин уларҙы әйтергә теләмәйем. Сөнки һеҙ ҡайтып, талашып, эште тағы ла ҙурға ебәреүегеҙ мөмкин.- Табиптың тауышы ҡәтғи яңғыраны.
Гөлнур ҙа бирешергә теләмәне: күпме мыҫҡылланырға, таланырға була нахаҡҡа?
-Шулай ҙа мин һеҙҙең бындай тикшереүегеҙгә ҡаршымын. Үҙемде саҡырып әйтергә, әрләргә лә мөмкин ине бит.
- Ялыуҙа дөрөҫ яҙғандар, Гөлнур Вәғизовна, һеҙ ысынлап та тупаҫ һәм ирешергә, даулашырға яратаһығыҙ. Әгәр минең менән һеҙ үҙегеҙҙе шулай тотаһығыҙ икән, ябай ауырыуҙар менән һеҙҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Аҙ ғына компетентлыҡ булырға тейеш кешелә, юғары белемле “фельдшерҙа”.
Гөлнур бындай һүҙгә яуап ҡайтарманы. Баш табиптың аҙаҡҡы һүҙҙәрендә нисектер мыҫҡыллау, түбәнһетеү тойолғандай. Тимәк, баш табип уға ышанмай, ялыу артынан ялыу килеүе уның Гөлнурға булған ышанысын ҡаҡшатҡан, үҙ эшен эшләгән. Үҙенең хаҡ икәнлеген артабан нисек раҫлар? Яҡшы эше менән ярамағанды, ҡоро һүҙ менән ярап буламы ни? Гөлнурҙың башы сатнап киткәндәй тойолдо: китергә. Эштән китергә. Уны бигерәк тә Тәнзилә апайҙың үҙен тотошо аптыратты. Ни өсөн ул яҡлап бер ауыҙ һүҙ әйтмәне? Хатта ул да ошонда яҙылған нахаҡ һүҙҙәргә ышанамы? Эсеп килә, тиеүе генә әҙәм көлөрлөк бит. Ә ул, өлкән кеше, ни йөрәге етеп шуға ҡушылып, ризалашып ултыра? Бәлки, ялыу яҙыусыларҙың береһе лә Тәнилә апайҙыр? Спирттың түгелеүе хаҡында теге ир ҙә, Тәнзилә апай ғына белде бит. Тимәк, уның булыуы бик мөмкин. Тик ниндәй насарлыҡ эшләне уға Гөлнур? Остоҡ ҡына ла ғәйебе юҡ көйөнсә, бындай хыянатты кисерә алмаясаҡ Гөлнур. Бынан ары ул Тәнзилә апай менән нисек эшләр? Нисек уға ышанып эш ҡушыр, һөйләшер? Нисек күҙенә ҡарар? Юҡ, эшләй алмаясаҡ ул бындай түбәнлеккә төшкән кеше менән. Ышанысы бөттө. Уны һаттылар…
Семинар бөткәс, ул баш табипҡа эйәреп, уның кабинетына үтте лә, өҫтәлгә ғаризаһын һалды.
- Тәк-тәк, шулайтырһың тип күҙаллағайным да. Тимәк, тәнҡитте ҡабул итмәйбеҙ, гелән маҡтап- һөйөп тороуға ғына күнеккәнбеҙ, ә?
- Ат йөктө яҡшы тартһын өсөн йә һоло бирәләр, йә ҡамсылайҙар. Ни өсөндөр миңә гел һуңғыһы ғына эләгеп тора. Бәлки беренсе вариантты үтәп ҡарарға кәрәк булғандыр?
- Һаман һүҙеңде бирмәйһең, шул үҙһүҙле, үгеҙ күҙле булыуың арҡаһында кеше һүҙенә ҡалаһың бит инде, Гөлнур Вәғизовна. Сабырлыҡ, тотанаҡлыҡ етмәй. Ярай, эштән китәм тиһең икән, мәйелең. Беткә үсегеп, туныңды утҡа яғаһың. Былай ҙа икегеҙҙең берен ебәрергә тура килер ине, ҡыҫҡартыу тураһында әле генә һөйләштек. Ял ит, уйлан, һығымта яһа. Тәнзилә Мөлөковнаға ике - өс йылдан хаҡлы ялға, шунан ҡарарбыҙ. – Баш табип ғаризаның мөйөшөнә үҙенең сыбарлы имзаһын ҡуйғас, башын күтәреп, Гөлнурға ҡараны,- Ике аҙнаңды эшләп бөтәһең инде барыбер. Исмаһам, быныһында шау-шыуһыҙ эшләп китерһең, тип ышанам.
Гөлнур Вәғизовна сығып киткәс, баш табип иркен тын алды. Насар эшләмәүен белә ул был фельдшерҙың, тик шул дыуамаллығы, һүҙенән кире ҡайтмауы менән һарыуҙы ҡайната. Ярай, Тәнзиләһенең урынына ике-өс йылдан кире сыҡһа, майлағандай булыр. Өйҙә ятыу – ул майлы ҡалас ашау түгел, үҙеңде нисек тоторға өйрәтер. Ярай әле семинар алдынан Тәнзилә Мөлөковна менән һөйләшеп ҡуйған, былай булһа уныһы йә яҡлап маташыр ине. “Икегеҙҙең береһен ҡыҫҡартабыҙ,”- тигәс, шымды ла ҡалды. Үҙенә ни кәрәген яҡшы белә, шым йөрөһә лә. Эшкә барымы юҡ-юҡлыҡҡа, үгеҙ үлһә ит, арба ватылһа утын, тигән кеүегерәк йөрөй, уның ҡарауы бер кемгә һүҙ әйтмәй, проблема яһамай. Өлкән кеше шул, партия тәрбиәһе алған.
…Гөлнурҙың уйҙарын бүлдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Мәктәп эсе уҡыусыларҙың шау-шыуына күмелде. Тәнәфескә сыҡҡан уҡыусыларға яратып
ҡараны ҡатын. Малайҙар ҡыуышып, йүгереп уҙҙы. Бер төркөм өлкән класс ҡыҙҙары бәхәсләшеп үтеп китте. Араларынан берәүһе иҫенә төшкәндәй кинәт артына әйләнде лә:
- Һаумыһығыҙ, Гөлнур Вәғизовна!- тип өндәште. Гөлнур йылмайып баш ҡаҡты. Уның ҡыҙы, тәүге ҡыҙы бит ул! Табип булып эшләй башлауының беренсе йылында, өйҙәрендә кендек инәһе булырға, ошо сабыйҙы ҡулына алырға насип иткәйне уға яҙмыш. Бына бит, әсәһе һөйләгәндер, әйләнеп, иҫәнләшеп үтте. Тимәк, ул кемгәлер әле кәрәк, кемдер уны һанлай, иҫләй, бәлки яраталыр ҙа. Тимәк, йәшәүенең мәғәнәһе бар. Тормош бар тулылығында, шатлыҡ - көйөнөсөндә, һағыш - юғалтыуында, бәлә - ҡазаһы менән дауам итә. Барыбер йәшәүе күңелле. Сөнки ҡара төндән һуң һис шикһеҙ алһыу таң ата. Күңел пәрҙәләрен асып, ҡояш нурын үткәрергә, күрергә, йылынырға кәрәктер, моғайын. Гөлнур Вәғиз ҡыҙы, ихлас күңелдән йылмайып ебәрҙе лә, баяғы ҡыҙыҡайға эсенән генә рәхмәт әйтте. Бәй, аҙашы ла баһа ул ҡыҙ, уның, кендек инәһенең
хөрмәтенә Гөлнур тип атағандар ине бит.
- Рәхмәт, Гөлнур ҡыҙым, аҙашым!
ЗӨЛФИРӘ ҠАҘАҠБАЕВА.
Читайте нас