Йәмғиәт Общество
12 Апреля 2021, 06:50

Рамаҙан айы – Аллаһтың бөйөк ниғмәте

13 апрель - Рамаҙан айының тәүге көнө. Йәғни 12 апрелдә ҡояш байыу менән ураҙаға аяҡ баҫабыҙ. 3 апрель иртәнге сәғәт 04:20-лә сәхәрҙе тамамлайбыҙ.Һеҙҙең иғтибарға Ейәнсура районы буйынса иҫәпләнгән рамаҙан айында намаҙ уҡыу ваҡыты календарен бирәбеҙ.

Рамаҙан айы – Аллаһтың бөйөк ниғмәте
Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-ражим
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү, хөрмәтле дин ҡәрҙәштәребеҙ!
Һеҙҙе яҡынлашып килгән изге Рамаҙан айы менән тәбрикләйем. Ураҙаларҙы хәйерле итеп тотоп, сауаптарына ирешергә насип булһын.
30 көнлөк Рамаҙан айы 12 апрель кисендә, йәғни, ҡояш байыу менән башланып китә. Был изге кистә йәстү намаҙының ике рәҡәғәт сөннәтенән һуң беренсе тәрәүих намаҙы уҡыла. Ул сөннәт ғәмәл, 8 һәм 20 рәҡәғәт уҡырға мөмкин. Әгәр ҙә 20 рәҡәғәт уҡыһаң, сауабы ла күберәк. Кемдәр тәүге тапҡыр ул намаҙҙы уҡырға йыйына, алдан нисек уҡырға кәрәклеген белгәндәрҙән, имамдарҙан һорашып ҡуйыу яҡшы.
Тәрәүих намаҙын мәсеттәргә йыйылып, йәмәғәт менән уҡыу сауаплы ғәмәл. Ошо намаҙҙан һуң витр үәджиб намаҙы уҡыла һәм ғәҙәттәгесә тамамлана. 13 апрель иртәнге сәғәт 04:20-лә сәхәрҙе тамамлайбыҙ, ҡояш ҡалҡырҙан алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:
“Нәүәйтү ән әсүүмә саумә шәһри рамадаанә минәль-фәжри иләль- мәғриби хаалисән лилләәһи тәғәәлә. Әмин”.
Мәғәнәһе: “Ысын күңелдән ниәт ҡылдым Аллаһы тәғәлә ризалығы өсөн иртәнге таңдан ҡояш байығанға тиклем изге Рамаҙан ураҙаһын тоторға”.
Рамаҙан айы ураҙаһы бөтә һау-таҙа, аҡылы камил мосолмандар өсөн фарыз ғәмәл.
Ниәт ҡылынғандан һуң беҙ көнө буйына ашамаҫҡа-эсмәҫкә һәм хәләл ефетебеҙ менән яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылырға тейешбеҙ. Таңдан алып ҡояш батҡансыға тиклем быларҙы эшләү ярамай, ә ҡояш байығас, ауыҙ асҡас, йәғни, ифтар ашы ашайбыҙ.
Ҡояш байыу менән бер йотом һыу йә тоҙ менән, емештәр менән ауыҙ асыу яҡшы.
Ошондай доға уҡыла: “Бисмилләһир-рахмәәнир-рахим. Аллаһүммә-рахмәәнир-рахиим. Аллаһүммә ләкә сүмтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғадим мин шәһри рамаҙанә нәүәйтү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үәмә әххартү”.
Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға инергә ниәт иттем. Эй, гонаһтарымды ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!”
Ауыҙ асҡандан һуң аҡшам намаҙы уҡып, ашау-эсеүҙе дауам итәбеҙ.
Рамаҙан айында кеше үҙенең нәфсеһен йүгәнләй. Күберәк изгелек ҡылырға, гонаһтарҙан тыйылырға, телде тыйып торорға кеше үҙен күнектерергә, аҡыл менән эш итергә тейеш.
“Ураҙа минең өсөн һәм уның әжер-сауабын үҙем генә бирәм”, - тигән Аллаһы тәғәлә. Был ураҙаның әжер-сауабы күпме булғанын хатта яурында яҙып ултырған фәрештәләр ҙә белмәҫ. Кеше ураҙа тота икән, тимәк ул көнө буйы үҙенең нәфсеһен йүгәнләп йөрөй, йәғни, шайтанын ауыҙлыҡлай: көн дауамында ғибәҙәт ҡылып торған һымаҡ була. Әгәр ураҙалы кешегә талашырға, әрләшергә яҫҡыналар икән, ул “мин ураҙаламын” тип әйтергә тейеш. Кеше хәләл ризыҡтан, эсемлектәрҙән генә файҙалана, харам аш-һыуҙан, ғәйбәттән, һүгенеү һүҙҙәренән, алдашыуҙан тыйыла – ул шулай сәләмәтлеген нығыта, тыныслыҡ таба. Кеше ураҙаға керә икән, үҙен ҡулда тоторға өйрәнә, нәфсеһен тыя.
Ауырыуҙар, ныҡ хәлһеҙләнгән, көсө булмаған әбей-бабайҙар ураҙа тотмай. Шулай уҡ ауырлы, сабый имеҙгән ҡатындарға, мосафирҙарға ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә, ләкин улар башҡа бер ваҡытта ҡаза ҡыла, йәғни тотоп ҡуя. Ә инде сәләмәтлеге арҡаһында ураҙа тоторға ярамай икән, улар бер көн өсөн бер кешене ашатып сығарырға тейеш, йә булмаһа шуның күләмен аҡсалата түләй, сөнки ураҙа – һәр кемдең Аллаһы тәғәлә ҡаршыһындағы бурысы.
Күп байҙар бар, уларға был сумманы түләү бер ни түгел, ләкин Ҡөрьән Кәримдә ҡәтғи рәүештә “Кемдең хәле юҡ, кем ауырый – шулар ғына фидиә саҙаҡаһын түләй”, тиелгән. Аллаһы сүбхәнә тәғәлә ҡаршында ярлы ла, бай ҙа бер тигеҙ, бөтәһе лә ураҙа тоторға тейеш.
Ураҙаны тамамлауға һәр мосолман фитыр саҙаҡаһы бирергә тейеш. Уның мәғәнәһе шул: кеше ураҙа тотҡан саҡта төрлө кәмселектәр ҡылһа, шуларҙы ҡаплатып ҡуя торған саҙаҡа. Уны ай буйына бирә барырға мөмкин, сөнки ул Ураҙа байрамына тиклем мохтаждарға, йәтимдәргә, фәҡирҙәргә, ҡайта алмай аҙашып йөрөгән мосафирҙарға бирелә. Мәсеттәрҙә лә фитыр саҙаҡалары өсөн айырым йәшниктәр бар, өгәр бирер кеше тапмаһаң, уны ла мохтаждарға тараталар. Фитыр саҙаҡаһын үҙең ҡарарға бурыслы кешеләргә (ата-әсәңә, ҡатыныңа, балаларыңа) бирмә, ә етешмәгән, бурыслыларға, йәтимдәргә аҡсалата, аҙыҡлата, кейем бирергә мөмкин.
12 май – Ураҙаның аҙаҡҡы көнө. 13 май – Ураҙа байрамы. Аллаһ ризалығын алып йәшәйек, гонаһтарҙан йыраҡ торайыҡ, нәфсебеҙгә хужа булайыҡ. Быйылғы ураҙаларыбыҙҙың әжер-сауаптарына ирешергә, изге байрамды бергәләшеп ҡаршыларға насип булһын. Ураҙа тоторға Үҙе ярҙамдарын бирһен, тотҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын. Илдәр имен тороп, киләсәк йылдарҙа ла ураҙа айын күрергә насип етһен! Амин!
Хажи Фәрит хәҙрәт Вәлиев.
Читайте нас