Йәмғиәт Общество
13 Апреля 2021, 12:10

Бәләкәй усаҡ – ҙур бәлә

Урман илебеҙ тормошонда ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Көнбайыш сиктән көнсығышҡа тиклем йәйелгән урмандар Рәсәй территорияһының 70%-ын биләй. Башҡортостанда урмандарҙың дөйөм майҙаны – 6311,5 га, йәғни республика территорияһының 38 проценты.

Урман илебеҙ тормошонда ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Көнбайыш сиктән көнсығышҡа тиклем йәйелгән урмандар Рәсәй территорияһының 70%-ын биләй. Башҡортостанда урмандарҙың дөйөм майҙаны – 6311,5 га, йәғни республика территорияһының 38 проценты. Кеше өсөн урман – ул байлыҡ, һыу ҙа, беҙ һулаған һауа ла унан. Уны һаҡлап, беҙ планеталағы йәшәү мөхитен һаҡлайбыҙ.
Урман янғындары тәбиғәтебеҙ флораһына һәм фаунаһына төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә. 2020 йылда Башҡортостан буйынса 3,72 мең га майҙанда 165 урман янғыны булды, зыян 7,3 млн һум тәшкил итте, һүндереү оперативлығы – 82,4 %, йәғни 165 янғындың 136-һы беренсе тәүлектә һүндерелгән. Уттың тораҡ пункттарға һәм иҡтисад объекттарына күсеүенә юл ҡуйылманы. Ейәнсура урмансылығы территорияһында 4 урман янғыны булды. Урмандар менән ҡапланған 19.5 га майҙан янды, урман фондына зыян булманы. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, янғындарҙың сәбәптәре түбәндәгесә: 1 – ҡоро йәшен уты, 2 – кеше факторы, 1 – уттың Йылайыр районынан күсеүе. Бынан тыш, урман фондына инмәгән ауыл биләмәләре ерҙәрендә янғын сығыу осраҡтары теркәлде, әммә улар урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәренең һәм район халҡының дөйөм көсө менән ваҡытында һүндерелде. Урман янғындары сығарыуҙа ғәйеплеләр асыҡланып, административ яуаплылыҡҡа тарттырылды һәм янғын һүндереүгә сығымдар уларҙан ҡаплатылды.
Һәр янғын буйынса оператив саралар күрелде һәм таралыуына юл ҡуйылманы. Был, нигеҙҙә, БР «Урмансылыҡтар идаралығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Ейәнсура урман хужалығы буйынса бүлеге, БР «Ейәнсура урман хужалығы» ДАУ-һы, 3-сө типтағы «Йылайыр» янғын-химик станцияһының Иҫәнғол участкаһы хеҙмәткәрҙәренең, ауыл биләмәләре башлыҡтарының һәм урындағы халыҡтың эш һөҙөмтәһе, беҙ уларға бик рәхмәтлебеҙ. Урман янғындарын һүндереүҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән ауыл биләмәләре башлыҡтары М. Шәриповҡа (Һүрәм ауыл советы), Д. Атнағоловҡа (Муйнаҡ), Ф. Йәркәевҡа (Ҡаҙанболаҡ), Н. Яҡшығоловҡа (Һаҡмар), С. Фазлыевҡа (Үтәғол) айырым рәхмәт белдерәбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штрафтар күләме түбәндәгесә тәшкил итә:
– граждандарға – 1500-3000 һум; вазифалы кешеләргә – 10000-20000 һум; юридик берәмектәргә 50000-200000 һум;
– урмандарға яҡын һәм кәмендә 0,5 м киңлектәге янғынға ҡаршы минералләштерелгән һыҙат менән айырылмаған участкаларҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоп, ҡоро ботаҡтарҙы, үләнде яндырған өсөн граждандарға – 3000-4000 һум; вазифалы кешеләргә – 15000-25000 һум; юридик берәмектәргә 150000-250000 һум штраф ҡаралған;
– янғындарға ҡаршы махсус режим шарттарында урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар ике тапҡыр арттырыла;
– янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында кеше һаулығына ауыр зыян килтермәгән урман янғыны сыҡһа, граждандарға – 5000 һум; вазифалы кешеләргә – 50000 һум; юридик берәмектәргә 500000-1000000 һум штраф һалына.
Быларҙан тыш, әгәр урман хужалығына зыян килтерелә икән, ул ҡаплатыла. Урманда ут яҡҡанда, бына шуларҙы онотмағыҙ.
А. Солтанов, Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүенең Йылайыр район-ара территориаль бүлегенең Ейәнсура урмансылығы буйынса әйҙәүсе белгес-эксперты.
Тулыһынса гәзиттең ҡағыҙ йәки электрон (https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/) вариантында уҡығыҙ.
Читайте нас