Улар ҡатнаш көрәш сәнғәте буйынса профессиональ алыштарҙа көс һынашты. Ике көн барған ярышта Ямал-Ненец автономиялы округынан, ХМАО – Югранан, Башҡортостандан һәм Абхазиянан 200-ләп спортсы ҡатнашты. Себер яҡтарында уҙған ҙур алыштарҙан алдынғылыҡты бирмәй, еңеү яулап ҡайтҡандары өсөн көрәшселәребеҙгә, маладис, тип әйтәһе генә ҡала.