Тирбәлә йыр күңелдә
Музыка: Зөфәр Сәғитов. Гөлшат Зәйнәшева һүҙҙәре
Яҙын сыйырсыҡтар ҡайтып,
Ояһын тапһа,
Баҡсаларҙа алмағастар
Шау сәскә атһа,
Ҡояш көлһә, ай йылмайһа
Илем күгендә, —
Тирбәлә йыр тулҡындары
Минең күңелемдә!
Бәхетле йылмайып, әсә
Балаһын ҡосһа,
Тыныс күктә аҡ юл һыҙып,
Самолет осһа,
Дуҫтар гөрләшеп утырһа
Табын түрендә, —
Тирбәлә йыр тулкындары
Минең күңелемдә!
Шаулаһа бойҙай ҡырҙары,
Бөртөккә тулып.
Cаҡырһа йыраҡ офоҡтар,
Яңы юл булып.
Үҫҽп сыҡһа ҙур бер ҡала
Тыуған ҽремдә, —
Тирбәлә йыр тулҡындары
Минең күңелемдә!