Йәмғиәт Общество
18 Апреля 2021, 11:15

Эш табылыр ҙа ул...

Балаларҙың юлдағы хәүефһеҙлеге беҙгә - өлкәндәргә бәйле икәнлеген барыһы ла белә. Ә эше тап шул балаларҙы юлда йөрөтөү-оҙатыу өсөн яуаплы кешеләр өсөн был иң төп ҡағиҙә. Ошо ҡағиҙәнән тайпылыуҙың аҙағы насар тамамланыуы ла бар. Эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе ошо уйландыһын ине. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Ейәнсурала мәктәп автобусында өс баланы алып китеп барған водителдә юл хәрәкәте инспекторҙары эскән булыуына шик тыуа һәм алкотестер быны раҫлай. Был хаҡта Республиканың баш инспекторы Динар Ғилметдинов үҙ сәхифәһендә хәбәр итте.

Балаларҙың юлдағы хәүефһеҙлеге беҙгә - өлкәндәргә бәйле икәнлеген барыһы ла белә. Ә эше тап шул балаларҙы юлда йөрөтөү-оҙатыу өсөн яуаплы кешеләр өсөн был иң төп ҡағиҙә. Ошо ҡағиҙәнән тайпылыуҙың аҙағы насар тамамланыуы ла бар. Эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе ошо уйландыһын ине.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Ейәнсурала мәктәп автобусында өс баланы алып китеп барған водителдә юл хәрәкәте инспекторҙары эскән булыуына шик тыуа һәм алкотестер быны раҫлай. Был хаҡта Республиканың баш инспекторы Динар Ғилметдинов үҙ сәхифәһендә хәбәр итте.
Читайте нас