Сәсеү-2021
Районда яҙғы баҫыу эштәре башланды.
Ҡыр эштәрен районда беренсе булып “Луч-Агро” ЯСЙ-һы башлап ебәрҙе. Бында 3 трактор баҫыу тырмата. Алдағы көндәрҙә 1590 гектар ерҙә эш ҡайнаясаҡ. Хужалыҡ етәксеһе Александр Зотов әйтеүенсә, ер өлгөргөн. Ауыл хужалығында 21 йыл эшләгән етәксенең ерҙе тикшереп ҡарау өсөн үҙ алымдары бар. Бер йомарлам тупраҡты ергә ташлайһың, әгәрҙә тупраҡ таралып, һибелеп китә икән, тимәк ер өлгөргән.
– Һәр эштең үҙ мәле, бер көн дә һуңларға ярамай, ваҡытында эшләү зарур, – ти хужалыҡ етәксеһе. – Хужалыҡта техникалар төҙөк, эшселәр ҙә етерлек, ә яғыулыҡ мәсьәләһенә килгәндә, көҙгө уңышты йыйып алырға ла етә.
“А7 Агро РБ” ЯСЙ-һының Ейәнсура бүлексәһендә лә эштәр ҡыҙыу ғына башланып тора. Бында ужым баҫыуҙарына минераль ашламалар, йәғни аммиак селитраһы, шыйыҡ ашлама индерелә.
К-744-ла көндөҙ һәм төндә алмашлап Рәис Түләбаев менән Рәмил Юлдашев дым ҡаплай. NEW HOLLAND-та Альберт Тажмөхәмәтов менән Ирәндек Буранғолов, МТЗ-82 тракторында Сәфәрғәлин Ғәлинур менән Ишбулатов Илһам күп йыллыҡ үләнде эшкәртә. Тик көн торошо яҡшы булһын, уңыш мул үҫер.