Хәҙер бөтәбеҙ ҙә, бигерәк тә балалар, төрлө гаджеттар менән әүҙем ҡулланабыҙ. Хатта тормошобоҙҙошундай уңайлыҡтан тыш күҙ алдына ла килтермәйбеҙ. Тик енәйәтселәрҙең дә ошо телефон, интернет кеүек замана техникаһын йыш ҡулланыуын иҫебеҙҙән сығармайыҡ.
Учалы районындағы ҡыҙ бала танышыуҙар сайтында бер ир менән таныша һәм аралашыу ватсапта дауам итә. Күрше төбәктә йәшәгән ир бәлиғ булмаған ҡыҙға психик торошона зыян килтерерҙәй оятһыҙ фотолар ебәрә... Иргә ике статья: балаға ошо мөнәсәбәте өсөн - 12-20 йыл һәм балалар араһында порнография таратҡаны өсөн 2-6 йыл иркенән мәхрүм ителеү янай.