Әле хаҡлы ялда булған Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ғәфүр Мәһәҙиев бөгөн 75 йәшен билдәләй
Ғәфүр Дәүләткирәй улы күренекле шәхестәре менән дан тотҡан Абзан ауылында тыуған, ул бер туған арҙаҡлы ғалимдар – журналист Дәүләткирәй һәм геолог Басир Мәһәҙиевтар араһынан. Тәүгеһе – уның атаһы, икенсеһе – ағаһы. Ә уларҙа белемгә ынтылыш көслө булған. Ғәфүр Дәүләт улы ла Абзан урта мәктәбен тамамлағандан һуң юғары белем алырға баш ҡалаға – медицина институтына юл тота. 6 йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Студент саҡта уҡ, 1972 йылда Светлана Рауил ҡыҙы менән сәстәрен сәскә бәйләй.
– Беҙ Светлана менән бер мәктәптә – Абзанда уҡыныҡ, ул – рус класында, мин башҡорт класында белем алдыҡ. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ күҙем төшөп йөрөй ине. Аҙаҡ бер үк институтҡа уҡырға индек. Студент йылдары мөхәббәтебеҙҙе нығытты ғына, – тип хәтерләй Ғәфүр Дәүләт улы.
Вуз тамамлаған дипломлы ике йәш белгес Әбйәлил район дауаханаһына эшкә йүнәлтелә. Ғәфүр Дәүләт улы – хирург, Светлана Рауил ҡыҙы балалар табибы булып эш башлай. Акушер-гинекологтарға ҡытлыҡ саҡ: Ғәфүр Мәһәҙиев бер ай ғына хирург булып эшләп өлгөрә, аҙаҡ акушер-гинеколог итеп күсерелә. Шунан бирле ул ҡатын-ҡыҙ, әсәләр, тыуыр киләсәк һағында.
“Матур булһа ла торған яҡ, һағындыра тыуған яҡ”. Был әйтемдең мәғәнәһен сит ерҙәрҙә йөрөгәндә бөтөн күҙәнәгең менән тояһың бит ул. Күңел тыуған яҡтарға тартыла ла тора. Мәһәҙиевтар Ейәнсураға ҡайтырға була. Биш йыл самаһы Әбйәлилдә эшләп, тәжрибә туплаған ғаилә үҙ ауылдарына күсеп ҡайта. Ғәфүр Дәүләт улы Абзан дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнә. Көс-дәрте ташып торған, эш тип янған йәш белгестәр педиатрия, акушер-гинекология өлкәһен яҡшыртыуға тос өлөш индерә. Ә Иҫәнғол район дауаханаһында 1984 йылдан алып хеҙмәт итәләр.
Ғәфүр Дәүләт улын йомшаҡ һүҙле, яғымлы, алтын ҡуллы табип тип хәтерләй пациенттары. Эшләгән сағында көн тимәй, төн тимәй, ял тимәй – һәр ваҡыт дауаханала була. Донъяға килергә ашыҡҡан сабый эш көнө башланғанын көтөп тормай, әсәне үрһәләнергә мәжбүр итә, тулғағы башланған әсәгә ярҙамға ашыға Ғәфүр Дәүләт улы. Төндәрен, ял көндәрендә ҡабат-ҡабат саҡыртҡан осраҡтар һанап бөткөһөҙ. Ул бер ваҡытта ла “юҡ” тимәй, Гиппократ антына ғүмере буйы тоғро ҡала. Бер ваҡиғаны һаман иҫләп һөйләүселәр бар: Күгәрсен районында көтөү ҡаршылаған мәлдә бер ауырлы ҡатынды һыйыр мөгөҙөнә эләктереп ала ла һелкеп ташлай. Ҡорһағы ярылып, ҡанһыраған әсәне Мораҡҡа түгел, яҡыныраҡ тип Иҫәнғол дауаханаһына килтерәләр. Уға операцияны Мәһәҙиев яһай. Баланы ла, әсәне лә ҡотҡарып алып ҡала. Әйткәндәй, профессор Венер Сәхәүетдинов: “Бығаса ишетеп белмәгән ғәжәп хәл: бала ла, ҡатын да, бала ятҡылығы ла ҡотҡарып ҡалына. Алтын ҡуллы табип оҫталығы был! Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе нәҡ уның һымаҡтарға таяна ла инде”, – тип һоҡланыуын белдерә. Ул саҡта Ғәфүр Дәүләт улына 67 йәш була.
Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, атҡаҙанған табип – ышаныслы ғаилә башлығы, өлгөлө атай, яратҡан ҡартатай ҙа. Был ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә уның тоғро тормош юлдашы Светлана Рауил ҡыҙы хаҡында бер һүҙ ҙә әйтмәү яҙыҡ булыр ине. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Йәнә “Ир кеше ғүмерендә өс эште эшләргә: ағас ултыртырға, өй һалырға, малай үҫтерергә тейеш”, тигән әйтем дә бар халыҡта. Эйе, булдыҡлы ир-ат булдыра ул, тик ултыртҡан ағасҡа һыу һибергә, тәрбиәләргә кәрәк, ә был эште ҡатын-ҡыҙ – иң оҫта башҡарыусы зат. Ә инде өй һалыуға килһәк, өй һалыу – ҙур сабырлыҡ, көс-хеҙмәт талап итә, әммә уны һәр саҡ бөхтә тотоу, уңайлы итеү, йән йылыһы өрөү – ҡатын-ҡыҙ башҡара торған ғәмәл. Балалар үҫтереү, тәрбиәләү хаҡында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Ҡыҫҡаһы, ир-ат – ир-ат инде ул, ә ҡатын-ҡыҙ шул ир-егетте ир иткән, йортло иткән, ғаиләле иткән фәрештә. Был һүҙҙәр нәҡ Светлана Рауил ҡыҙы тураһында әйтелгән төҫлө.
Дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы уҡытып, аяҡҡа баҫтырған ышаныслы атай, дүрт ейәнгә, ике ейәнсәргә яратҡан ҡартатай булып 75 йәшен ҡаршылаусы уҙаманға иҫәнлек-һаулыҡ теләйек.