Йәмғиәт Общество
22 Апреля 2021, 11:34

Илнур Басир улы Бакиров, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы:

Балаһына мотоцикл руле артына ултырырға рөхсәт иткән ата-әсә үҙҙәренә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяның 3-сө өлөшө буйынса 30 мең һум штраф һәм бәлиғ булмаған балаһын тейешенсә ҡарамаған өсөн шул уҡ кодекстың 5.35-се статьяһы буйынса административ яуаплылыҡ янауын белергә тейеш.

Добавить в предпочтительные источники Google
– Көндәр йылыныу менән юлдарға мотоциклсылар сыға башланы. Ҡағиҙәне, тиҙлек режимын үтәмәү, шлем һәм башҡа экипировка ҡулланмау, юл тамғаларын, һыҙылғанбилдәләрҙе инҡар итеү – был транспорт сараһын хәүефле итә. Мәҫәлән, үткән йылдағы күрһәткестәргә күҙ һалһаҡ, районда мотоцикл водителдәренә ҡарата 42 протокол төҙөлгән. Шуларҙың 15 осрағы РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса, йәғни транспорт сараһы менән идара итеүсенең водитель таныҡлығы булмаған. Әйткәндәй, шуларҙың бишәүһе – бәлиғ булмағандар. Уларҙың барыһына ла 5000 һумдан 15 меңгәсә штраф һалынған. Эсеп мотоцикль руленә тотоноусылар ҙа юҡ түгел. Шундай 11 осраҡ асыҡланып, ике водитель таныҡлығынан мәхрүм ителде һәм уларға 30-ар мең һум штраф һалынды. Ә таныҡлыҡһыҙ булыуына өҫтәп, эсеп мотоциклға ултырған ете кешегә арест һалынһа, бер кешегә РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, район халҡына мөрәжәғәт итәбеҙ:әгәр мототранспорттың двигателенең күләме 50 куб. см-ҙан артһа, водителдең – “А” категориялы водитель таныҡлығы, ә транспорт сараһының ДАИ-ла теркәлеүе булырға тейеш. Айырыуса балаһына руль артына ултырырға рөхсәт биргән ата-әсә (йәки башҡа законлы вәкиле) үҙҙәренә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяның 3-сө өлөшө буйынса 30 мең һум штраф һәм бәлиғ булмаған балаһын тейешенсә ҡарамаған өсөн шул уҡ кодекстың 5.35-се статьяһы буйынса административ яуаплылыҡ янауын белергә тейеш.