Йәмғиәт Общество
23 Апреля 2021, 09:30

Бергәләп иҫкә алайыҡ

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйем, ҡәрсәйем Моратова (Абдуллина) Сәлиә Фуат ҡыҙының барлыҡ туғандарын, балаларын, яҡындарын, дуҫтарын ауыр ҡайғыға һалып, баҡыйлыҡҡа китеүенә 23 апрелдә 40 көн тула. Ауыр мәлдә терәк булған, һуңғы юлға оҙатҡанда, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам күрһәткән Үрген ауылы халҡына һәм туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, күршеләребеҙ Эльвира Радик ҡыҙына, Фәүзия, Ләлә, Хәсибә, Зәкирә, Ғәлиә апайҙарға, Алина һылыуға, әсәйебеҙгә һуңғы көндәренә тиклем ҡаты сир менән көрәшергә ярҙам иткән, дауалаған хирург М.К. Ҡашкаров менән терапевт А.С. Дүшәнбаевҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ.

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйем, ҡәрсәйем Моратова (Абдуллина) Сәлиә Фуат ҡыҙының барлыҡ туғандарын, балаларын, яҡындарын, дуҫтарын ауыр ҡайғыға һалып, баҡыйлыҡҡа китеүенә 23 апрелдә 40 көн тула.
Ауыр мәлдә терәк булған, һуңғы юлға оҙатҡанда, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам күрһәткән Үрген ауылы халҡына һәм туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, күршеләребеҙ Эльвира Радик ҡыҙына, Фәүзия, Ләлә, Хәсибә, Зәкирә, Ғәлиә апайҙарға, Алина һылыуға, әсәйебеҙгә һуңғы көндәренә тиклем ҡаты сир менән көрәшергә ярҙам иткән, дауалаған хирург М.К. Ҡашкаров менән терапевт А.С. Дүшәнбаевҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ваҡытында йыуатыр йылы һүҙҙәр тапҡан, рухи һәм матди ярҙам күрһәткән Г. А. Түләбаева, И.Р. Солтанбаев, хөрмәтле хеҙмәттәштәрем – Иҫәнғол ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһы коллективына, “Ҡояшҡай” төркөмөнөң ата-әсәләренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Изгелекле йөрәгегеҙ өсөн Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе үҙе ололаһын.
Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупрағы еңел булһын, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, тыныс булһын, йәне йәнәттәрҙең түрендә булһын. Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине онотмайбыҙ, һағынабыҙ. Һин һәр ваҡыт беҙҙең күңелдә, йөрәк түрендә.
Йөрәктәргә бөтмәҫ яра һалып,
Китеп барҙың беҙҙең аранан.
Күмпе генә һағынып илаһаҡ та,
Уңалмаҫ мәңге яралар.
Улы Марат, ҡыҙы Светлана, ейәнсәрҙәре Нэлли һәм Диана, һылыуҙары, кейәү-килендәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары һәм барлыҡ туғандары.
Читайте нас