Бөгөн Халыҡ-ара “Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә уҙғарылған “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы барышында районда меңдән артыҡ ағас үҫентеһе ултыртылды. Көндөң һыуыҡ булыуына, ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан, изге эшкә ҡушылыусылар күп булды. Инде үҫентеләр дәррәү генә күтәрелеп үҫеп китер тигән өмөттә ҡалабыҙ.