Йәмғиәт Общество
29 Апреля 2021, 11:10

Йәшәп һыуһын ҡанманы

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбендә беҙҙең райондан ике тиҫтәнән дә күберәк балалар уҡып сыҡҡан һәм уларҙы Байрас Абдуллин үҙе ауылдарҙан йөрөп йыйған һәм һәр ваҡыт ҡурсалап йөрөгән. Балалар ата-әсәһен, тыуған ауылын һағынған ваҡыттарында: “Һеҙ яңғыҙ түгел, мин бар, мин һеҙҙең менән…” – тип йыуатыр булған һәр ваҡыт улар янында булырға тырышҡан. Кәрәк сағында бәләкәй генә фатирҙарына ла алып ҡайтҡан. Ошо хаҡта бала саҡтағы башҡа иҫтәлектәрен һөйләне уның уҡыусылары. Осрашыуға күрше райондан белем алыусы уҡыусыларының да килеүе ҡыуандырҙы.

  • Тырышҡан – таш ярыр
    Ауыл хужалығы – күп сығымдар талап иткән, мәшәҡәтле һәм отошһоҙ тармаҡ, тигәндәрен йыш ишетергә тура килә. Әммә ауылда тыуып-үҫеп, ата-бабаларының шөғөлөн дауам итеп, тыуған ерҙәренә тоғро ҡалып, бар күңелдәрен биреп эшләгән, ауыл тормошон шәхси хужалыҡһыҙ күҙ алдына ла килтермәгән кешеләр күп. Хатта ҡайһы бер ғаиләләрҙә малсылыҡ төп килем сығанағы ла булып тора. Был йәһәттән һөт тапшырыу байтаҡ килем килтерә.
    Бөгөн райондағы 15 ауыл биләмәһенең 10-ында һөт йыйыу яҡшы ойошторолған. Киләсәктә Үтәғол ауыл биләмәһендә йәлеп итеү планлаштырылған һәм Әбүләис, Байыш, Ҡаҙанболаҡ, Яңыбай ауыл биләмәләре күҙ уңында тотола.
    Һөт йыйыусылар таң беленер-беленмәҫтән, көндөң ниндәй булыуына ҡарамай, халыҡтан һөт йыйып, уларға аҡса эшләү мөмкинлеге биреү өсөн рейсҡа сыға. Барлығы 20 ауылдан, йәғни 153 шәхси хужалыҡтан шәхси эшҡыуарҙар Тәслимә Дәминева, Мөхтәр Аҙнабаев, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Хәйҙәр Йосопов, Мәләүез һөт йыйыу комбинаты һәм “Айтал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ғәлимйән Әминев һөт йыйыуҙы юлға һалынған. Уларҙың ҡайһы берҙәре һөт йыйыуҙы йыл әйләнәһенә туҡтатмай. Әлбиттә, һөттө йыйыу менән генә түгел, килешеүҙәр төҙөп, тапшырылған һәр килограмм һөт өсөн үҙ ваҡытында иҫәп-хисап яһарға ла кәрәк.
    Быйыл иң күп һөт тапшырыусы ауыл биләмәһе булып – Яңы Себенле тора, унда Ишемғол, Яңы Себенле, Кәлимулла һәм Ҡужабаҡ ауылдарындағы 63 шәхси хужалыҡтан һөт тапшырылһа, Муйнаҡ ауыл биләмәһендә – Үрге Муйнаҡ, Мәзит, Өмбәт ауылдарында 40 шәхси хужалыҡ һөт тапшыра. Үткән йыл менән сағыштырғанда һөт йыйыу былтырғы кимәлдә тора, йәғни 346 тонна йыйылған. 2020 йылдың 31 декабренә тиклем шәхси хужалыҡтарҙан 1973 тонна һөт йыйып алып, хөкүмәткә тапшырылған. Быйыл һөт тапшырырға теләүселәрҙең артыуын иҫәпкә алғанда, йыл аҙағына тиклем был тағы ла күберәк булыр.
    Гөлшат Имелбаева.
  • Йәшәп һыуһын ҡанманы
    16 апрелдә Башҡорт Үргенендә яҡташыбыҙ, танылған композитор һәм дирижер, музыка уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Байрас Абдуллиндың хәтер кисәһе булып үтте. Сара мәсеттә ауылдашыбыҙ рухына аят уҡыу менән башланды. Был бурысты ауылыбыҙҙың дин әһеле Айҙар Янбаев башҡарҙы. Мәсеттән һуң сара мәҙәниәт йортонда дауам итте. Шулай уҡ быйыл Байрас Фуат улының тыуыуына 70 йыл тулыуға арнап сығарылған “Баштарыңды эймә…” китабының исем туйы булды. Клубтың фойеһына бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡуйылды. Сараны филология фәндәре докторы, БДУ профессоры Фәнил Күзбәковтың “Башҡортостан” шиғырына Байрас Абдуллин яҙған кантата менән Вафа Мәүлитов асты. Сарала район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Тәлғәт Аҡбутин, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәрит Вәлиев, Өфө ҡалаһынан композиторҙың тормош иптәше Рәйсә Абдуллина, башҡа туғандары һәм яҡындары, класташтары, төрлө йылдарҙа уҡытҡан уҡыусылары, ауылдаштары ҡатнашты.
    Белешмә
    Байрас Абдуллин 1951 йылдың 1 мартында Үрген ауылында Шәмсибаныу һәм Фуат Абдуллиндар ғаиләһендәге ете баланың бишенсеһе булып донъяға килә һәм түбән класты тамамлағандан һуң уны атаһы Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатына уҡырға алып бара. Байрас Фуат улы тыуған яғын, ғаиләһен һағынһа ла атаһы менән Марс ағаһы ныҡ тора, уны уҡыуынан айырып алып ҡайтмайҙар. Балаһының һағыныуына йөрәге һыҙлаған әсәһен дә күндерәләр. Мәктәпте тромбон класы буйынса тамамлағас, һәләтле егет Ҡазан дәүләт консерваторияһында белем ала. Әрме хеҙмәтендә лә ул музыканан айырылмай, тәүҙә Волга буйы Хәрби округының йыр һәм бейеү оркестры, ә аҙаҡ Чехословакияла Совет ғәскәрҙәренең Үҙәк төркөмө ансамбле солисы була. Өфөгә ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестрында эш башлай. Ә 1983 йылда ул РФ Эске эштәр министрлығы Юридик институтының тынлы оркестрын ойоштора һәм 18 йыл уның менән етәкселек итә. 2001 йылда подполковник Байрас Фуат улы Абдуллин Юстиция министрлығының тынлы оркестрын ойоштора. Был коллективтар республика, төбәк-ара конкурстарҙа еңеп, лауреат һәм дипломант исемдәрен ала, “Халыҡ оркестры” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Һәр тантаналы байрам уларҙың сығышынан башҡа үтмәй. 2002 йылда оркестр II Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы делегаттары алдында концерт бирә. Ошо уҡ йылда коллектив Төнъяҡ Кавказға барып, Чечня һуғышында ҡатнашҡан беҙҙең егеттәргә рухи күтәренкелек бүләк итә. Ул йырҙарҙың һүҙҙәренә бик талапсан була. Уларҙың күпселеге Шәриф Биҡҡол, Рәми Ғарипов, Абдулхаҡ Игебаев, Сафуан Әлибаев һ. б. билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарына яҙылған. Үҙе уҡыған Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль тәрбиә биреү гимназияһы менән Байрас бер ҡасан да бәйләнешен өҙмәй, 1975 йылда Өфөгә ҡайтҡандан алып һуңғы көндәренә тиклем уҡытыусы һәм дирижер булып эшләй.
    Башҡортостан тарихында сағыу эҙ ҡалдырған кешелекле яҡташыбыҙ тураһында тормош иптәше, балалары, туғандары, дуҫтары, класташтары, уҡыусылары, ауылдаштары үҙҙәренең күңелендә бик күп иҫтәлектәр һаҡлай һәм сара барышында улар бик күп яҡты, йылы хәтирәләре менән бүлеште.
    Дәмин Марат улы сығышынан һуң композиторҙың тормош юлдашына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
    Үҙ сиратында Рәйсә Абдуллина:
    – 2004 йылдың 8 майында ҡаты ауырыу минең тормош иптәшемде ни бары 53 йәшендә генә, ижадының сәскә атҡан сағында, беҙҙең аранан ваҡытһыҙ алып китте. – тине һәм яҡты хәтирәләргә бай сара ойошторған өсөн район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановҡа, сараның программаһын төҙөүсе Альфред Ваһаповҡа, ошо юлдар авторына, район һәм ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренә Байрас Абдуллин ижад иткән йырҙар менән был сараны биҙәгәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтен еткерҙе. Үҙе лә йылы хәтирәләре менән бүлеште.
    Рәйсә һәм Байрас Абдуллиндар ғаиләһенә шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәп өс бала донъяға тыуа. Бөгөн өсөһө лә юғары уҡыу йорто тамамлап, эшләп йөрөйҙәр һәм үҙҙәре балалар тәрбиәләй. Улы Алмаз Великобританияның Лондон ҡалаһының Финанс университетында белемен камиллаштыра һәм диссертация яҡлай, бөгөн дүрт ҡыҙ тәрбиәләй. Оло ҡыҙы Гөлназ иҡтисад фәндәре кандидаты, дүрт
  • егеткә ғүмер бүләк итһә, бәләкәстәре Алина Авиация университетында экономист һөнәрен үҙләштергән һәм ике улы үҫтерә. Шуныһы һоҡланғыс, Байрас Фуат улының ейән-ейәнсәрҙәре ҡала мөхитендә йәшәһәләр ҙә саф башҡортса аралашалар.
    Туғандары исеменән сәхнәгә Гөлназ Абдуллина – Шәғәлиева өс улы: Таһир, Рәмил, Кәрим менән (Данил исемле улы футбол ярышында булып ҡалды) сыҡты:
    – Ҡәҙерле кешебеҙҙең баҡыйлыҡҡа күсеүенә 17 йыл уҙҙы. Шулай ҙа атайыбыҙҙың изге рухы һаман да беҙҙең күңелдә. Атайымдың йырҙарын бөгөнгө көндә лә яратып башҡаралар, тыңлайҙар. Беҙҙе, балаларын, халыҡ таный һәм йылы итеп һүҙ ҡуша, шуға бик шатбыҙ. – тине ул.
    Өфө ҡалаһынан осрашыуға ҡайтҡан Үрген ауылының Почетлы гражданы Юлай Солтанбаев:
    – Байрас Абдуллин йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә үҫте. Үҙе лә байтаҡ йырҙар яҙғас та үҙен композитор тип һанаманы, бигерәк ябай, баҫалҡы ине шул. Тыуған Үргенен, ауылдаштарын эскерһеҙ яратты. Киң күңелле, ярҙамсыл туған һәм дуҫ та ине. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ҡайтҡанда ла яҡындары менән осрашыу, аралашыу хәстәрен күрҙе. 2001 йылдың март айында Башҡорт дәүләт филормонияһының ҙур залында Байрас Абдуллиндың илле йәшлек юбилейы үтте. Унда беҙ ауылдашыбыҙҙың республика мәҙәниәтендәге оло абруйына шаһит булғайныҡ.
    2011 йылдың 25 майында Өфө дәүләт сәнғәт академияһында Байрас Фуат улының тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үткәйне. Сарала йырсылар билдәле йырсылар уның йырҙарын башҡарҙы, шулай уҡ элек үҙе етәкселек иткән оркестр ҙа сығыш яһаны. Ошо йылдың көҙөндә мәктәп һәм мәҙәниәт йорто менән бергә Үргендә лә хәтер кисәһе үтте һәм унда Өфө ҡалаһынан туғандары, ижадташ дуҫтары килгәйне. БСТ каналында Байрас Абдуллинға арнап “Автограф” тапшырыуы бер нисә тапҡыр күрһәтелде. Шулай уҡ Башҡортостан телевидениеһының “Ваҡыт Ҡуласаһы” проектында уның тураһында әҙерләгән ҙур күләмле тапшырыуы ла тамашасыларҙа тәрән ҡыҙыҡһыныу уятты.
    Байрас Фуат улы милләтебеҙгә күп күренекле шәхестәр биргән данлыҡлы Абдуллиндар нәҫеленең лайыҡлы вәкиле булды. Район етәкселегенең ауылға ҙур иғтибар бүлеүен һәм уның шәхестәренә оло ихтирам күрһәтеүен айырым билдәләргә кәрәк. Ошондай мөнәсәбәткә яуап итеп үргендәрҙең киләсәктә тағы ла берҙәмерәк һәм әүҙемерәк булыуын теләргә ҡала, – тине һәм сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен әйтте.
    Байрас Абдуллин ҙур һәм татыу ғаиләлә үҫә. Уның атаһы Фуат Камал улы Абдуллин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тәүге колхоз рәйестәренең береһе. Әсәһе Шәмсибаныу Шәмсетдин ҡыҙы менән бынамын тигән ете балаға тейешле тәрбиә, белем биреп, улар күңеленә изгелек орлоҡтарын, хеҙмәткә һәм сәнғәткә һөйөү һалып тәрбиәләйҙәр. Байрас Фуат улының яҙмышына өлкән ағайы БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марс Фуат улының йоғонтоһо ҙур була. Ул кесе Байрас өсөн ҙур өлгө лә була. Апайҙары Сәлиә, Рәшиҙә, Файлаларҙың иғтибарын, хәстәрен, һөйөүен һәр саҡ яҡты хәтирәләр менән иҫкә алыр булған. Ул бала саҡта үҙ алдына баянда уйнарға өйрәнә һәм ҡустылары Валера менән Русланды ла өйрәтә. Улар береһе – табип, икенсеһе уҡытыусы булһалар ҙа, баянда бик матур уйнай, моңло итеп йырлай торғайнылар… Ошо хаҡта апайҙары Файла һөйләне һәм:
    – Ата-әсәйебеҙ беҙҙе бер ваҡыттала ҡаҡманы ла, әрләмәне лә. – тиеп һүҙен йомғаҡланы.
    Был һүҙҙәрҙә ябай ауыл кешеһе булған ата-әсәһенең балаларына дөрөҫ тәрбиә биреүҙәре менән ғорурланыуы сағыла ине.
    Артабан яҡын туғандары, класташтары, ауылдаштары үҙҙәренең яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште. Сарала уның уҡыусылары ла ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне. Улар Байрас Абдуллиндың тағы бер һыҙатын асып һалды. Бик талапсан булыуын… Шулай булмаһа ябай ауыл малайы шулай бейеклеккә күтәрелер инеме?!
    Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбендә беҙҙең райондан ике тиҫтәнән дә күберәк балалар уҡып сыҡҡан һәм уларҙы Байрас Абдуллин үҙе ауылдарҙан йөрөп йыйған һәм һәр ваҡыт ҡурсалап йөрөгән. Балалар ата-әсәһен, тыуған ауылын һағынған ваҡыттарында: “Һеҙ яңғыҙ түгел, мин бар, мин һеҙҙең менән…” – тип йыуатыр булған һәр ваҡыт улар янында булырға тырышҡан. Кәрәк сағында бәләкәй генә фатирҙарына ла алып ҡайтҡан. Ошо хаҡта бала саҡтағы башҡа иҫтәлектәрен һөйләне уның уҡыусылары. Осрашыуға күрше райондан белем алыусы уҡыусыларының да килеүе
  • ҡыуандырҙы. Улар Рәйсә Абдуллинаға рәхмәт әйтеп сәскәләр гөлләмәһе бүләк итте, шуға ҡушып Илдус Сәфәрғәлин саксофонда көйҙәр башҡарҙы.
    Хәтирәләр йыр, бейеүгә үрелеп барҙы. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғанда Үрген ауылының ағинәйҙәре һәм “Еҙәй” ансамбле ҡыҙҙары тыуған яҡҡа арнап ижад иткән йыры менән ҡаршы алды. “Һаумы, гүзәл тыуған яҡтарым!” Был йыр тыуған яҡтарынан айырылып, һағынып ҡайтыусыларҙың гимны ла. Ошо уҡ фекерҙе Фәнүр Тоҡомбәтов башҡарған “Атай йорто”на ҡарата ла әйтергә мөмкин:
    Бал ҡорттары геүләп ҡыуаналыр,
    Суҡ йүкәләр сәскә атҡанда.
    Мин шатланам туғандарым менән
    Атай нигеҙенә ҡайтҡанда…
    Артабан сарала ҡатнашыусылар Байрас Абдуллин ижад иткән йырҙарҙы Үрген ағинәйҙәре (“Үрген ҡыҙҙары”), “Еҙәй” ансамбле ҡыҙҙары (таҡмаҡтар), Зөлфиә Аҡсурина, Сәүиә Йәнсурина (“Тыуған яғым – гөлдәр иле”), Фәйрүзә Хәсәнова (“Йөрәгеңә наҙҙар һалырмын”), Хәлиҙә Ҡолшәрипова (“Талпынамын ҡоштарҙай”), Юлай Арыҫланбаев (“Еңгәйҙәр”), район мәҙәниәт йорто солистары (“Эйек буйы”) башҡарыуында тыңланы, һәм бейеүселәр Регина Шәрипова менән Морат Оморҙаҡовтың бейеүҙәрен ҡараны. Азат Ейәнбирҙин менән Ринат Бикташев сараны гармун моңдары менән биҙәне. Шулай уҡ тамашасылар сараның башынан аҙағына тиклем, Марат Хәлитов әҙерләгән Байрас Абдуллиндың фотоларын, уның эшмәкәрлеге, ижады сағылған мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған презентация менән танышты.
    Үргендәр йырсы Венер Абдуллиндың сығышын да алҡыштарға күмде. Уның йырҙарын тыңлап, Байрас Абдуллин рухы алдында: “Бөгөн һинең халҡың моңға сарсағанда, һыуһынын һинең йырҙарың менән ҡандыра. Рухың тыныс булһын: моңдарың – халыҡ йөрәгендә!...” тип таралышты.
    Читайте нас