Йәмғиәт Общество
30 Апреля 2021, 08:15

Бөгөн - янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!Район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың ҡотлау сәләме тулыһынса сайтта бирелгән.

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Һеҙҙең һөнәр ҡыйыулыҡ, түҙемлек, кеше ҡайғыһына битараф булмауҙы, экстремаль шарттарҙа ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, утҡа ҡаршы көрәшкә инергә һәр ваҡыт әҙер булыуҙы талап итә. Һеҙ кеше ғүмеренең хаҡын бик яҡшы беләһегеҙ һәм шуға күрә үҙегеҙҙе аямайынса, ҡабат-ҡабат иң ҡурҡыныс стихия менән көрәшкә инәһегеҙ. Һеҙгә янғындарҙы иҫкәртеү, кешеләрҙе һәм мөлкәтте уттан ҡотҡарыу, хәүефһеҙ тормош шарттары тәьмин итеү буйынса яуаплы бурыстар йөкмәтелгән. Уларҙы үтәп, һеҙ батырлыҡ, фиҙаҡәрлек һәм ярҙамға килергә әҙерлек күрһәтәһегеҙ.
Һөнәри байрамығыҙ көнөндә янғын хеҙмәтенең барлыҡ ветерандарына –янғын һағын булдырыуҙың башында тороусыларға һәм хәҙер ҙә йәш алмашты тәрбиәләүҙә хеҙмәтен дауам итеүселәргә айырым рәхмәт белдерәм.
Һеҙҙең тәжрибә һәм профессионаллек киләсәктә лә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ышаныслы ҡалҡан булып торасағына ышанам. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, еңел булмаған, әммә маҡтаулы хеҙмәттәрендә уңыштар теләйем!
Д. Юланов, МР хакимиєтебашлыѓы.
Читайте нас